Башҡорттарҙың таралып ултырыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорттарҙың Волга-Урал төбәгендә урынлашыу ареалы. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса.

Төп мәҡәлә: Рәсәй Федерацияһы субъекттары буйынса башҡорттарҙың һаны

Башҡортостан Республикаһынан тыш башҡорттар Рәсәй Федерацияһының[1] Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Төмән, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында һәм башҡа субъекттарында, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәй.

Силәбе өлкәһе башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Силәбе башҡорттары

Силәбе өлкәһе территорияһында 166 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Улар өлкәнең күпселек райондарында бар. Башҡорттар тупланып йәшәгән ауылдар Арғаяш (халыҡтың 60 проценты), Ҡоншаҡ (47 процент), Сосновка, Ҡуҫа, Красноармейск, Наҙы-Петровск, Октябрьский, Кәҫле, Сыбаркүл, Уй, Ҡыҙыл, Агаповка, Әшә, Ҡыштым һәм башҡа райондарҙа байтаҡ. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Силәбе өлкәһе территорияһында Арғаяш  милли округы була. Силәбе өлкәһе башҡорттары башҡорт теленең көнсығыш диалекты һөйләштәрендә һөйләшә.

Билдәле шәхестәре

Ырымбур өлкәһе башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Ырымбур башҡорттары

Ырымбур өлкәһенең башҡорттары төбәктең ерле халҡы булып тора. 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, башҡорттар түбәндәге райондарҙа күпләп йәшәй — Красногвардейск (5378 кеше), Гай (2734 кеше), Һарыҡташ (1881 кеше), Ҡыуандыҡ (1864 кеше) райондары. Дөйөм алғанда башҡорттар өлкәнең бөтә райондарында, шулай уҡ Ырымбур (6211 кеше), Орск (4521 кеше), Медногорск (2839 кеше), Гай (1965 кеше) һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәй. Ырымбурҙа башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыһы Каруанһарай урынлашҡан, ул 1838-44 йылдарҙа хәрби губернатор Василий Алексеевич Перовский бағыусылығы аҫтында башҡорт ырыуҙары вәкилдәре инициативаһы буйынса төҙөлә.

Хәҙерге Ырымбур өлкәһе территорияһында тыуған күренекле башҡорт шәхестәре:

Төмән өлкәһе башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төмән өлкәһендә башҡорттар башлыса Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец округтарының ҡалалары һәм ҡасабаларында — Сургут, Нижневартовск, Лянтор, Салехард, Ноябрьск һәм башҡаларҙа йәшәй. Был төбәккә 1970—1980-се йылдарҙа нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә бәйле Башҡортостандан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән күсеп килгән ғаиләләр күп. 1930-сы йылдарҙа кулак булараҡ һөрөлгәндәрҙең тоҡомдары ла бар.

2002 йылға ҡарата Төмән өлкәһендә башҡорт милләтле 46575 кеше йәшәй.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен туған тел тип иҫәпләүселәр һаны кәмей бара: 1989 йылда ундайҙар 71,7 процент булһа, 2002 йылда — 57,4 процент[6].

Пермь крайы башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Пермь башҡорттары

Башҡорт ырыуы Ғәйнә[7] XIII быуатта Кама буйында Сива йылғаһы тамағынан Очёр йылғаһы тамағына тиклемге ҙур ерҙәрҙе, артабан Сылва йылғаһы буйлап Иргина йылғаһының үрге ағымына тиклемге төбәкте биләй, унан Етеҙ Танып үренә сыға.

1552 йылда Ҡазан Яуыз Иван тарафынан тармар ителгәндән һуң, ғәйнә башҡорттары 1557 йылда уның подданствоһын ала һәм батша уларға «ер биләү грамотаһы» тапшыра, был документҡа ярашлы, улар Кама, Сылва һәм Ағиҙел йылғалары араһындағы ерҙәргә хужа булып ҡала. Һуңынан улар башҡа башҡорттар кеүек үк хәрби сословиеға индерелә, ҙур булмаған һалым түләй, сиктәрҙе һаҡларға һәм Рәсәйҙең һуғыштарында ҡатнашырға тейеш була. Кантон системаһы урынлаштырылғас, ғәйнәләр беренсе башҡорт кантонына инә. Улар Наполеонға (Франция) ҡаршы һуғышта ҡыйыулығы менән дан яулай. 13 пермь башҡорто һуғыштағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнә.

Ғәйнәләр Мәскәүгә буйһонғас, хөкүмәт төбәкте колониялаштырыу сәйәсәтен үткәрә башлай. Тәүҙә ғәйнәләрҙе тыуған ерҙәренән ҡыуып ебәреп, Ново-Никольский слободаһын төҙөйҙәр, һуңынан ул Уҫы ҡәлғәһенә әйләнә. 1618 йылда Андрей Крылов дача төҙөй, һуңыраҡ ул Крылово ауылы булып китә. 1739 йылда Шермейка йылғаһы буйында генерал-аншеф Александр Глебов баҡыр иретеү заводы һала. Ғәйнәләр үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн йыш-йыш баш күтәрәләр, әммә ихтилалдар ҡанһыҙ баҫтырыла. Ғәйнәләр бөтә башҡорт ихтилалдарында ҡатнаша. Батыршаның шаһитлыҡ итеүенсә, 1735-40 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында 400 ғәйнә яугире 4 пушкалы һәм 1000 кешеле команданы еңә. 1755 йылғы ихтилалда уларға мөһим роль тапшырыла, ләкин күтәрелеш старшина Туҡтамыш Ишбулатов тарафынан тиҙ арала баҫтырыла. 1773—1775 йылдарҙағы Пугачев ихтилалында 9000-дән ашыу ғәйнәле ҡатнаша. Был һуғышҡа улар 9 полковник, 7 атаман һәм 16 поход старшинаһын бирә. Ошонан һуң уларҙың ерҙәре Ғәйнә улусы сиктәрендә ҡалдырыла.

Ул осорҙағы ғәйнәләр араһынан шөһрәтле шәхестәр сыға. Мәҫәлән, Исмәғил Тасимов, уның инициативаһы менән Беренсе тау училищеһы (хәҙерге Тау университеты) асыла. Тағы бер билдәле вәкил Туҡтамыш Ишбулатов 20 йыл буйы Ғәйнә улусының старшинаһы, Уложение комиссияһы депутаты була, башҡорттарҙың Уложение комиссияһына наказын төҙөй, 3 тапҡыр комиссия ултырыштарында сығыш яһай. Тағы бер ғәйнә вәкиле Мансуров Мөхәмәтғата хәҙрәт Дәүләт Думаһы депутаты була, Солтанай ауылында мәҙрәсә аса.

Свердловск өлкәһе башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Свердловск башҡорттары

Уралдың ерле халҡы булған Свердловск өлкәһе башҡорттары өлкәнең бөтә ҡалаларында һәм райондарында йәшәй.[8] Ауылдарҙа йәшәүсе башҡорттар Красноуфимск, Михайловск, Түбәнге Серге, Әртә, Каменск райондарында күп.

Хәҙерге Свердловск өлкәһе территорияһында төйәкләнгән башҡорт ырыуҙары: өпәй — Шәкүр һәм Аҡбаш ауылдары (Түбәнге Серге районы), һыҙғы — Һыҙғы, Озерки, Юва, Боғалыш-Тамаҡ, Үрге Боғалыш, Яңы Боғалыш һәм Урта Боғалыш (Красноуфимск районы), ҡошсо — Әртә-Шигер, Әжеғол, Битки (Әртә районы), Өфө-Шигер, Үрмәкәй (Түбәнге Серге районы), Бәйәктамаҡ, Биш ауыл, Рахманғол, Үрге Бәйәк (Красноуфимск районы) һәм терһәк — Араҡай ауылы (Түбәнге Серге районы). Кама буйындағы башҡорт ерҙәрен урыҫтар колониялаштырғанлыҡтан Кама менән Сылва араһында бик күп ерҙәр юғалтыла, шул арҡала ғәйнә башҡорттары XVII быуат башынан был ерҙәргә күпләп килеп төпләнә. Айырыуса 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғандан һуң Өфө һәм Бисерт йылғалары үҙәненә күп һанлы ғәйнәләр күсенә.[9]

Өлкәнең билдәле башҡорттары:

  • Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы — СССР-ҙың билдәле энергетик төҙөүсеһе, Екатеринбургта троллейбус линияһына нигеҙ һалыусы;
  • Радиан Хизбуллин — «Уралэлектроспецмонтаж» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры;
  • Вәхәли Хәбибуллин — «Свердловский областной спортстрой» төҙөлөш фирмаһының генераль директоры;
  • Юлай Мәһәҙиев — «Дельрус» фармакология компанияһы президенты;
  • Зөләйхә Сабирова — Екатеринбург ҡалаһының 166-сы гимназияһы өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы;
  • Рауил Юлсурин — медицина хеҙмәте полковнигы, Эске эштәр министрлығының Округ госпитале инфекция бүлексәһе начальнигы;
  • Амелия Алиева-Мясникова — билдәле Урал яҙыусыһы.

Ҡурған өлкәһе башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Ҡурған башҡорттары

Ҡурған башҡорттары — Ҡурған өлкәһенең көнбайышында йәшәгән башҡорт этнотерриториаль төркөмө. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 15470 кеше. Башлыса өлкәнең Әлмән, Сафакүл, Щучье райондарында төпләнгәндәр. Башҡорттар йәшәгән ауыл биләмәләре советтары: Әлмән районында — Бороздинка, Тәңрекүл, Ҡатай, Юламан, Сафакүл районында — Ҡамышлы, Сөләймән, Һарт Әбдрәш, Субботино, Надеждино, Ялан, Щучье районында — Нифанка, Сухоборский һәм Тунғуй ауыл советтары. Ҡурған башҡорттарының күпселеге ауылда йәшәй. Диндарҙары — мосолман (сөнниҙәр).

Ҡурған башҡорттарының теле башҡорт теленең көнсығыш диалекты ҡатай һөйләшенә инә. Һөйләштә рус һүҙҙәре күп.

Ҡурған (ялан-ҡатай) башҡорттары араһында таралған антропологик типтар европеоид һәм монголоид расалары аралығын (көньяҡ себер, субурал, памир-фирғәнә, понтий, аҡһыл европеоид) алып тора.

Был төркөм башҡорттарының халыҡ мәҙәниәтендә традицион ғаилә йолалары элементтары, боронғо фольклор, милли кейем өлгөләре һаҡланған. Әле 1960—1970-се йылдарҙа ғына бында сеңләү жанрын ишетергә мөмкин була. XX быуат уртаһында Оло Солтан ауылында ауыҙ-тел ижады ынйыларын һөйләүсе Бәҙерниса Әфләтүнова йәшәй. Ул хәтерендә төрлө фольклор жанрына ҡараған әҫәрҙәрҙе һаҡлай һәм башҡара (иртәктәр, тарихи йырҙар, эпостар). Ҡурған башҡорттарының традицион кейеме бик үҙенсәлекле. Ҡатын-ҡыҙ кейеме элементтары: «яға», күкрәккә тағылған «инhәлек», башҡа ябына торған «ҡушъяуҙыҡ». Борон «кәләбаш» тигән шлемға оҡшаш һәм артҡы яғы арҡаға төшөп торған, тәңкәләр менән биҙәлгән баш кейеме таралған булған. Ҡыҙҙар тәңкә һәм мәрйен менән биҙәлгән таҡыя кейгән. Волга буйы халыҡтарына хас «дауат», «әмәйҙек» йыш осраған. Ирҙәр кейеменең был төбәктәге ир-ат кейеме менән уртаҡлыҡтары күп булған. Күлдәктең яғаһы ҡайтармалы булған, сигеп биҙәлгәне лә йыш осраған. Туйға кейелә торған «селтәрле күлдәк» йыш ҡына ебәк ептәр менән сигелеп, сәйлән менән биҙәлер булған. Ирҙәр баш кейеменән бүрек, көләпәрә һәм түбәтәй таралған булған.

Ҡурған башҡорттары араһынан әлеге ваҡытта Силәбе, Сургут, Екатеринбург, Ҡурған, Шумиха , Төмән ҡалаларында йәшәүселәр байтаҡ. Ҡайһы бер ғаиләләр 1960—1970-се йылдарҙан (миграция һөҙөмтәһендә) Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда йәшәй.

Өлкәнең билдәле башҡорттары:

Татарстан башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Татарстан башҡорттары

Башҡорттар — Татарстандың көнсығыш райондарының ерле халҡы булып тора һәм ерҙәргә борондан аҫабалыҡ хоҡуғы буйынса хужа булған. Татарстандың бер нисә районы территорияһында (башҡорттар ултырған тарихи-географик төбәктәр биләмәләрендә урынлашҡан Әгерже, Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Әлмәт, Баулы, Бөгөлмә, Алабуға, Лениногорск, Менделеевск, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Туҡай, Ютазы райондары) кама-ыҡ башҡорттары этник төркөмө вәкилдәре йәшәй. Был этник төркөм вәкилдәренең теле башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай. Кама-Ыҡ башҡорттары формалашыуҙа төньяҡ-көнбайыш этнографик төркөмө ҡәбиләләре (байлар, бүләр, гәрә, йәнәй, йылан, ҡырғыҙ, юрмый), ирәкте һәм һарайлы-мең ырыуҙары ҡатнаша.

XX быуат башына башҡорттар Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙендә, Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендә, шулай уҡ Вятка губернаһының Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәренең көньяҡ өлөшөндә йәшәй. Рәсәй империяһында үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу саралары был өйәҙҙәрҙә башҡорттар йәшәгән бер нисә йөҙ ауыл барлығын теркәгән.

1897 йылда Рәсәй империяһындағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңынан ТАССР составына индерелгән өйәҙҙәрҙә башҡорт телен туған теле тип күрһәткән кешеләр (башҡорттар) һаны
Губерналар Өйәҙҙәр Башҡорттар һаны
Өфө Минзәлә 123052
Вятка Сарапул 5100
Вятка Алабуға 8799
Һамар Бөгөлмә 29647
Бөтәһе: 166598

1912—1913 йылда үткәрелгән йорт хужалығы буйынса иҫәп алыу һөҙөмтәһендә Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙендә 154324 башҡорт булыуы теркәлә[10].

1920—1921 йылдарҙа Минзәлә, Бөгөлмә, Сарапул, Алабуға өйәҙҙәре яңы ойошторолған Татар АССР-ына индерелә.

1920 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Татар АССР-ында 121,3 мең башҡорт йәшәй[11][12][13].

Ләкин 1926 йылда үткәрелгән Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарында Татар АССР-ында башҡорттар һаны, 1752 кешегә ҡалып, ҡырҡа кәмей. Хәҙерге тикшеренеүселәр бының сәбәбен тел һәм этник ассимиляцияла, шулай уҡ ТАССР-ҙың дәүләт-административ аппаратының сәйәсәтенә бәйле милләтте яһалма үҙгәртеп яҙҙырыуҙа күрә[14][15][16][17][18].

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 13 726 башҡорт йәшәй — бөтә халыҡтың 0,36 проценты, һан буйынса республикала татарҙарҙан, урыҫтарҙан, сыуаштарҙан, удмурттарҙан, мордваларҙан, мариҙарҙан һәм украиндарҙан ҡала һигеҙенсе урында. Ҡазанда республикалағы бөтөн башҡорттарҙың — 12,97 проценты, Яр Саллыла 43,01 проценты йәшәй. Башҡорттар Татарстандың бөтә муниципаль райондарында һәм ҡалаларында йәшәй, ләкин береһендә лә халыҡтың күпселеген алып тормай. Татарстан Республикаһы башҡорттарының 88,6 проценты ҡалаларҙа йәшәй. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 14 911 башҡорт булған. Төп өлөшө — ҡалаларҙа. Республика башҡорттарының төп өлөшө Яр Саллы ҡалаһында йәшәй (2002 йылда — 46,34 %), улар был ҡала халҡының 1,4 процентын (2002 йыл) тәшкил итә. Шулай уҡ Түбәнге Кама менән Ҡазанда ла башҡорттар күп — уларҙа ярашлы рәүештә республика башҡорттарының 11,66 һәм 9,81 проценты йәшәй. Райондар араһында иң ҙур күрһәткес — Ютазы (202 кеше), Түбәнге Кама (196 кеше), Бөгөлмә (175 кеше) райондарында. Башҡорттарҙың Яр Саллы һәм Түбәнге Камала тупланыуы XX быуаттың 60-70-се йылдарындағы хеҙмәт миграцияһы менән бәйле. СССР тарҡалғандан алып 2002 йылға тиклем арауыҡта Татарстанға миграциялаған башҡорттар һаны арта[19].

Әлеге ваҡытта Татарстан Республикаһында башҡорттарҙың дүрт милли-мәҙәни автономияһы бар. 1992 йылда Ҡазанда «Башҡорт йорто» мәҙәни йәмғиәте, ә Яр Саллыла «Юлдаш» мәҙәни йәмғиәте ойошторола. Был йәмғиәттәрҙең ағзалары 1992 йылдың майында үткәрелгән Татарстан халыҡтарының беренсе йыйынында башҡорттарҙың вәкиле була[20].

1998 йылдың мартында «Башҡорт йорто» йәмғиәте Ҡазан ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы итеп үҙгәртелә. 2000 йылда «Юлдаш» Яр Саллы ҡалаһының «Шоңҡар» милли-мәҙәни башҡорт автономияһы итеп үҙгәртелә. Ошо уҡ йылды Түбән Кама ҡалаһында «Урал» милли-мәҙәни башҡорт автономияһы барлыҡҡа килә. Ошо ойошмалар инициативаһы менән 2002 йылдың майында Татарстан Республикаһы башҡорттарының I ҡоролтайы йыйыла. Унда Татарстан Республикаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы ойошторола.

Төбәктән сыҡҡан билдәле башҡорттар:

  • Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы (1894—1957, Минзәлә өйәҙе Яңы Зияш ауылында тыуған) — инженер-энергетик, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
  • Ғәбдерәхим әл-Болғари ибн Ғосман (1752—1836) — шағир, ғалим, дин әһеле һәм мәғрифәтсе.
  • Ҡол Ғәли (1183—1236) — мәғрифәтсе, шағир.
  • Морат Рәмзи (1854—1934, Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Әлмәт ауылында тыуған) — башҡорт тарихсы ғалимы, суфый шәйехе.
  • Мутин Илдархан Ибраһим улы (1888—1938, хәҙерге Аҡтаныш районының Таҡталасыҡ ауылында тыуған) — Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре.
  • Ризаитдин Фәхретдинов (1859—1936) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе (1923—1936).
  • Солтанов Искәндәр Мөхәмәтйәр улы (1872—1920) — Башҡорт милли хәрәкәте юлбашсыларының береһе, Башҡортостандың Кесе Ҡоролтайы — Тәүпарламенты ағзаһы.
  • Солтанов Мансур Ислам улы (1875—1919, Минзәлә өйәҙендә тыуған) — профессиональ музыкант һәм хәйриә фонды рәйесе.
  • Солтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы (1837—1915, Минзәлә өйәҙендә тыуған) — йәмәғәт эшмәкәре һәм дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты етәксеһе була (1886—1915).
  • Сәйет Йәғәфәров — 1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе.
  • Таһиров Афзал Мөхитдин улы (1890—1938) — башҡорт совет яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1931—1937), СССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы (1932—1937).
  • Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы — дәүләт эшмәкәре, тәржемәсе, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы.
  • Фәхретдинов Ғәбделәхәт Ризаитдин улы — иҡтисадсы, Бөтә Рәсәй Учредительный собраниеһы, Комуч ағзаһы.
  • Хәмит Зөбәйер Ҡушай (1897—1984) — төрөк ғалимы, философия докторы, Минзәлә башҡорттарынан сыҡҡан.

Һамар өлкәһе башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төбәктә башҡорттар йәшәүе тураһында Х быуаттың ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм яҙыусыһы Ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырған. Әммә һуғыштар, башҡа ҡыйынлыҡтар арҡаһында уларға бер нисә тапҡыр кире Көньяҡ Уралға ҡайтырға һәм ҡабат шул төбәккә күсенергә тура килгән. Башҡорттар хәҙерге Оло Черниговка һәм Оло Глушица райондарында урынлашҡан ауылдарҙы нигеҙләгән. Һамар башҡорттары ырғыҙ башҡорттары булараҡ та билдәле, сөнки уларҙың күпселек ауылдары Ырғыҙлы йылғаһы буйында урынлашҡан. Һамар башҡорттарының ата-бабалары Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышынан сыҡҡан. Уларҙың тоҡомдары әле лә башҡорт теленең көньяҡ диалектында һөйләшә.

Һамар ере биргән билдәле башҡорттар:

Һарытау өлкәһе башҡорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарытау өлкәһендә башҡорт ауылдары булыуы XVIII быуат башынан билдәле. Улар Кәмәлек йылғаһы буйында урынлашҡан, шунлыҡтан уларҙы кәмәлек башҡорттары тип тә йөрөтәләр. Был ауылдар һуңғары Һамар губернаһының Күҙәбай улусына инә. Әлеге ваҡытта башҡорттар башлыса Перелюб (Байғондо, Күҙәбай, Ҡунаҡбай ауылдары) һәм Пугачёв райондарында йәшәй. Һарытау башҡорттары сығышы менән Һамар башҡорттары кеүек үк Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышынан.

Донъяла башҡорт диаспоралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар Белоруссияла — 1,1 мең (1999), Тажикстанда — 0,9 мең (2000), Төркмәнстанда — 4,7 мең (1989), Украинала — 4,2 мең (2001), Венгрияла, Германияла, Ҡытайҙа, Төркиәлә, Японияла һәм башҡа илдәрҙә йәшәй[21].

Ҡаҙағстандағы башҡорттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстанда башҡорттар һаны (кеше)[22]:
1939 1959 1970 1979 1989 2002 2009
3 450 8 742 21 442 32 499 41 847 23 200 17 263

Ҡырғыҙстандағы башҡорттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Ҡырғыҙстанда башҡорттар һаны (кеше)[23]:
1979 1989 1999 2009
3 741 4 026 2 044 1 111

Үзбәкстандағы башҡорттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Үзбәкстанда башҡорттар һаны (кеше)[24]:
1926 1939 1959 1970 1979 1989 2000
765 7 516 13 500 20 760 25 879 34 771 3 707

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 г. Национальный состав регионов России 2012 йыл 1 июнь архивланған.
  2. Челябинский метеорит помог профессиональному боксеру стать чемпионом 2014 йыл 28 июль архивланған.
  3. Братский спарринг: от Аргаяша до Голливуда 2017 йыл 11 ғинуар архивланған.
  4. Челябинский рабочий — Башкиры 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
  5. Харис Батыр 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Гарифуллин И. Башкиры Тюменского края // Ватандаш. — 2010. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  7. Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С.115-116.
  8. Общественное объединение «Курултай башкир Свердловской области» 2012 йыл 18 июль архивланған.
  9. http://www.vatandash.ru/index.php?article=1766 2017 йыл 5 сентябрь архивланған. Башкиры — коренное население юга Свердловской области
  10. Крестьянское хозяйство уфимской губернии. Подворная перепись 1912—1913 гг. Ч. II. Таблицы. Уфа, 1914. С. 254
  11. Язык и этнос на рубеже веков: Этносоциологические очерки о языковой ситуации в Республике Татарстан. Казань: Магариф, 2002. — 208 с. С. 104
  12. Татары и Татарстан в XX — начале XXI веков (этностатистика). — Казань: Институт истории АН РТ, 2007. — 124 с. С. 19
  13. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 386. — 468 с.
  14. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Асфандияров А. 3., Абсалямов Ю. М., Роднов М. И. — Уфа, Китап, 2001. — 712 с.
  15. Асфандияров А. З. Предисловие к переизданию // Населенные пункты Башкортостана. Ч. III. Башреспублика, 1926. — Уфа, 2002, С.4
  16. Асфандияров А. З.' История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап 2009, С.364-366
  17. См. например Gorenburg Dm. Identity change in Bashkortostan: Tatars into Bashkirs and back // Ethnic and Racial Studies. 1999. Vol. 22. No. 3.; Коростелев А. Д. Динамика этнического состава сельских поселений Башкортостана (К проблеме татаро-башкирской межэтнической напряженности) // Конфликтная этничность и этнические конфликты. — М., 1994.
  18. Янгузин Р. 3., Хисамитдинова Ф. Г. Коренные народы России. Башкиры. — Уфа: Китап, 2007. — 352 с. С. 99
  19. Национальный состав населения Республики Татарстан. Дата обращения: 27 октябрь 2013. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  20. «Шонкар» дорожит историей и традициями 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  21. Юсупов Р. М. Диаспоры башкир.// Статья в Башкирской энциклопедии.(недоступная ссылка)
  22. Асылгужин Р. Р., Аюпов Т. М., Рыскильдин А. Х., Шигабдинов Р. Н. Башкирская диаспора в республиках Средней Азии и Казахстане.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 370. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  23. Асылгужин Р. Р., Аюпов Т. М., Рыскильдин А. Х., Шигабдинов Р. Н. Башкирская диаспора в республиках Средней Азии и Казахстане.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 371. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  24. Асылгужин Р. Р., Аюпов Т. М., Рыскильдин А. Х., Шигабдинов Р. Н. Башкирская диаспора в республиках Средней Азии и Казахстане.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 374. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Курганские башкиры», Уфа, из-во Гилем, 2002 г.
  • Руденко С. И. «Башкиры», Уфа, из-во Китап, 2006 г.