Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәт Әлмөхәмәт улы Бейешев
Әхмәт Әлмөхәмәт улы Бейешев
Флаг
БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политсекретары, Башҡорт милли партия ағзаһы
 
Тыуған: 24 февраль 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 5-сеҮҫәргән улысының Иҙелбай ауылы (хәҙер Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы)
Үлгән: 27 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (41 йәш)
Flag of Russia (1918–1920).svg РСФСР, Мәскәү
Партия: 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы

Бейешев Әхмәт (Әхмәҙулла) Әлмөхәмәт улы  (1896—1937) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәм уның идеологы, Башҡорт ғәскәрен ойоштороусыларының береһе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политсекретары, БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе (1920—1921 йылдарҙа).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бейешев Әхмәт (Әхмәҙулла) Әлмөхәммәт улы Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 5-се Үҫәргән улысының Иҙелбай ауылында тыуған (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы)[1].

Ырымбур ҡалаһында уҡытыусылар семинарияһын тамамлай. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Февраль революцияһынан һуң, Башҡорт ғәскәре сафтарына кавалерия полкы командиры сифатында инә (1919 йылдың февраленә тиклем) һәм ошо ғәскәрҙең хәрби-ялан суды ағзаһы була.

1918 йылдың авгусынан Башҡорт хәрби шураһы буйһоноуында булған ирекле отрядтарҙың бүлек начальнигы, шул уҡ йылдың октябренән Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2‑се Башҡорт кавалерия полкы командиры булып хеҙмәт итә.

Силәбелә урынлашҡан Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң Әхмәт Бейешевты БашЧК-ның рәйесе итеп тәғәйенләй. Һуңынан хөкүмәт органдарында хеҙмәт һәм социаль тәьминәт Наркомы булып эшләй башлай.

1920 йылда БАССР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе итеп һайлана, ә 1921 йылдың июленән ноябренә тиклем РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты яуаплы секретары була. Был осорҙа Әхмәҙулла Бейешев башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ғәмәлгә ашырыу эшенә күп көс һала. Артабан ул профсоюз һәм хужалыҡ эштәрендә хеҙмәт итә. Әхмәт Бейешев Башҡортостандың автономияһын, уның сәйәси һәм иҡтисади мәнфәғәттәрен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен яҡлай. Башҡорттарҙы партия һәм совет эшенә йәлеп итеү өсөн көрәшә. Милләтселектә һәм авантюризмда ғәйепләнә[2]/

1926 йылда Бейешевты Мәскәүҙә ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағына саҡырып алалар. Мәскәүҙә Әхмәт Әлмөхәммәт улы Бөтә Рәсәй сәнәғәт кооперацияһында өлкән консультант булып эшләй[3]. 1935 йылда И. В. Сталин исемендәге Бөтә Союз сәнәғәт академияһын тамамлай. Мәскәүҙә Покровские Ворота урамы, 4/15, 3-се кв. адресы буйынса йәшәгән.

1937 йылдың 20 июнендә Советтарға ҡаршы милли ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм репрессиялана. 27 сентябрҙә СССР Юғары Советының хәрби коллегияһы ҡарарына ярашлы үлем язаһына хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары шул көндә үк атҡарыла. 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерелә.

Ерләнгән урыны — Мәскәү, Дон зыяраты.

Әхмәт Бейешевтың исеме 1957 йылдың 31 октябрендә аҡлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]