Башҡорт ирекле отрядтары
Башҡорт ирекле отрядтар | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Численность |
2 755 кеше (ноябрь 1918)[1] |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
- | |
Башҡорт ирекле отрядтары — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы башҡорт частәренең хәрби формированиелары.
Ойошторолоуы һәм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт ирекле отрядтары Башҡорт хәрби советы фарманына ярашлы 1918 йылдың июль — август айҙарында «Бәләкәй Башҡортостан» территорияһында ойошторола. Барыһы 13 башҡорт ирекле отрядтар ойошторола. Улар кантондар исемдәре менән тап килтерелеп атала: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Дыуан, Ҡыпсаҡ, Көҙәй, Ҡошсо, Табын, Тамьян-Ҡатай, Тоҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан. Хәрби ғәмәлдәрҙең бөтөүе менән отрядтарҙы кантон милиция органдарына әүерелдереү һәм уларҙы Башҡорт Хөкүмәтенең эске эштәр бүлеге ҡарамағына тапшырыу күҙ уңында тотола ине.
|
Башҡорт ирекле отрядтары Башҡорт ғәскәре составында иррегуляр частар булараҡ тора. Отрядтар Башҡорт хәрби советы янындағы ирекле отрядтарҙың махсус бүлегенә ҡарай, ә октябрҙән — Башҡорт ғәсҡәри идаралығына.
Башҡорт ирекле отрядтарының төп бурысы кантон хакимиәте органдарын һаҡлау булып тора. Шул уҡ ваҡытта 1918 йылдың июль — сентябрь айҙарында отрядтарҙың бер өлөшө В. К. Блюхерҙың Йыйылма Урал отрядына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.
1918 йылдың октябрендә Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Тоҡ-Соран һәм Үҫәргән отрядтары һәм махсус команда Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге Башҡорт айырым ирекле кавалерия полкына берләштерелә[2].
1918 йылдың декабрендә — 1919 йылдың февралендә Табын, Тамьян-Ҡатай һәм Юрматы башҡорт ирекле отрядтары Ырымбур менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһында фронт линияһының бер участкаһында оборона тоталар.
1919 йылдың февралендә Башҡорт ирекле отрядтары үҙ-үҙҙәрен тарҡата.
Айырыу билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт частәренең 1918 йылдың июнь айында ҡабул ителгән айырыу билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы), | |||||
---|---|---|---|---|---|
Һалдаттар һәм кесе командирҙар | |||||
Рядовой | Ефрейтор | Бомбардир | Унтер-офицер | Фельдфебель | Подпрапорщик |
Обер-офицерҙар | Штаб-офицерҙар | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Прапорщик | Подпоручик | Поручик | Штабс-капитан | Капитан | Подполковник | Полковник |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
- Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
- Башкирский корпус на Востоке России 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- Войсковое управление Правительства Башкурдистана 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 108. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- ↑ 1918 йылдың ноябренән — 2-се Башҡорт айырым ирекле кавалерия полкы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таймасов Р. С. Башкирские добровольческие отряды.// Статья в Башкирской энциклопедии 2014 йыл 5 сентябрь архивланған.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
- YouTube сайтында «Башкортостан:становление республики»