Ете ырыу кантоны
Ете ырыу кантоны | |
---|---|
Ете ырыу кантоны | |
Ил | Башҡортостан мөхтәриәте Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Иманғол ауылы |
Ойошторолған | 1917/1919 |
Берләштерә | Аллабирҙе, Бөрйән, Иманғол, Көйөргәҙе, Мораптал, Разномойка, Сәйет, Таймаҫ, Ташлы, Новоселка, Романовка улустары |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Ете ырыу кантоны (рус. Джитировский кантон) — Башҡортостандың кантоны.
Административ үҙәге — Иманғол ауылы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].
1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Ете ырыу кантоны ла була.
1919 йылдың июнендә бөтөрөлә, территорияһы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡта — Стәрлетамаҡ өйәҙе, көнсығышта — Ҡыпсаҡ кантоны, көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур өйәҙе менән сиктәш була.
Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәттәх Сәлтәшев (1918)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан автономияһының административ-территориаль бүленеше
- Башҡортостан мөхтәриәте
- Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуғаева Ф. Ғ. Ете ырыу кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.