20 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
20 март | |
![]() |
20 март — григориан стиле буйынса йылдың 79-сы (кәбисә йылында 80-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 286 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ер көнө.
Ер: Астрология көнө
Ер: Бәхет көнө
БМО: Берләшкән Милләтәр ойошмаһында француз теле көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1833: Александр Сергеевич Пушкиндың «Евгений Онегин» романының тулы баҫмаһы беренсегә донъя күрә.
- 1854: АҠШ-та Республикансылар партияһы ойошторола.
- 1919: Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте һәм Совет власы араһында Килешеү төҙөлә, һөҙөмтәлә Башҡортостан мөхтәриәте «Башҡортостан АССР-ы» тип үҙгәртелә.
- 1927: "Осоавиахим"дың (хәҙер РОСТО) Башҡортостан өлкә советы ойошторола.
- 1932: Кушнаренко районы «Авангард» гәзитенең тәүге һаны сыға.
- 1937: Ишембай районы ойошторола.
- 1992: «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме булдырыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы (1905—24.04.1982), тәржемәсе, журналист. 1939—1965 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1940—1944 йылдарҙа — баш мөхәррире.
- Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (1925—11.02.2012), СССР-ҙың партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—1980 йылдарҙа КПСС-тың Хәйбулла район комитетының 1-се секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 7-се, Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Хәйбулла районының почётлы гражданы (2007).
- Бабков Вадим Васильевич (1935), ғалим-инженер төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство институты хеҙмәткәре, 1966 йылдан лаборатория мөдире, 1978 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. 1983 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2002 йылдарҙа төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Кимильтей ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Умов Сафрон Сергеевич (1901—28.10.1995), ғалим-селекционер. 1931—1971 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1937 йылдан мал аҙығы етештереү секторы мөдире, 1956 йылдан — Башҡортостан малсылыҡ тәжрибә станцияһының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Терәпә ауылынан.
- Сафиуллин Хәләф Ғата улы (1921—13.04.1965), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1960—1964 йылдарҙа театр ҡарамағындағы балет студияһы етәксеһе һәм педагогы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949). «Почёт Билдәһе» кавалеры (1946).
- Мәүлитов Рыфат Рәхмәтулла улы (1926—26.03.2000), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1961—1991 йылдарҙа Өфө авиация институты ректоры. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы, профессор (1975). РСФСР‑ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР‑ының (1972) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1967, 1976) ордендары кавалеры.
- Трутнев Николай Михайлович (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1978 йылдан Салауат ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2003). Ҡаланың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Дедов ауылынан.
- Худяков Анатолий Иванович (1946), сауҙа өлкәһе ветераны. 1976—1997 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Балаҡатай районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең (райпоның) идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
- Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы (1951), дәүләт һәм мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры. 1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
- Шәйҙуллина Фәйрүзә Динислам ҡыҙы (1951), хор артисы. 1969 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы солисы, 1992—1999 һәм 2003—2004 йылдарҙа — дирижёры, 1999 йылдан — педагог-репетиторы, 2002—2003 йылдарҙа һәм 2004 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директорының концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары, 2008—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында ижади проекттарҙың музыкаль етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байбурин Йыһангир Нурғәли улы (1852—1915), Рәсәй империяһының 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—1912) депутаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зәйнулла Рәсүлев (1833—2.02.1917), йәмәғәт эшмәкәре, дин һәм суфыйсылыҡ әһеле, ишан, мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Йәдитселек йүнәлеше етәкселәренең береһе.
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (1928), педагог, 1962—1990 йылдарҙа Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). СССР-ҙың VIII (1970—1974) һәм IX (1974—1979) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Салауат районының почётлы гражданы.
- Ҡарағолов Афзал Дәүләтҡол улы (1928—2017), офтальмолог, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Фирҙәүес Нафиҡова (1938—26.01.2008), СССР балет артисы, бейеүсе, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ (1974),Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).
- Сабир Шәрипов (1948—31.08.2018), башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Хәлит Фәтихов (1958), музыкант, 1978 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
- Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы, (1958—1.12.2008), Афғанстандағы (1983—1985) һәм Төньяҡ Кавказдағы (1994—1996) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Рәсәй Геройы (1995), милиция подполковнигы (2004).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы (1919—27.11.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
- Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы (1919—15.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ғилманов Рим Сабит улы (1939), мәғариф хеҙмәткәре, 1958–1995 йылдарҙа Кушнаренко районының Яңы Ғүмәр ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Каяшев Александр Игнатьевич (1944—15.05.2014), ғалим-инженер-электрик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Яңы Моҡатай ауылынан.
- Ғиззәтуллин Фәрит Абдулғәни улы (1949), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Миролюбов Сергей Серафимович (1949), композитор. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Вәлиев Хәйҙәр Арыҫлан улы (1959), дәүләт, ауыл хужалығы һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ һәм сәйәсәт белгесе. 2011—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты (2006), сәйәсәт фәндәре докторы (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Тәпән ауылынан.
- Ибраһимова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы (1959), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр йырсы. 1980–2010 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале (1994) һәм Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың «Яҙғы моңдар» (1992) республика конкурсы дипломанты, һәүәҫкәр йырсыларҙың «Һаҡмар һандуғасы» бәйгеһендә Гран-при яулаусы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әхмәр ауылынан.
- Хəбиров Радий Фəрит улы (1964), Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008). 2019 йылдың 19 сентябренән Башҡортостан Башлығы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1809: Николай Васильевич Гоголь, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1828: Генрик Иоган Ибсен, Норвегия драматургы, шағир һәм публицист.
- 1905: Вера Панова, СССР яҙыусыһы.
- 1915: Святослав Рихтер, пианист-виртуоз, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1935: Александр Бурганов, скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы.
- 1960: Алексей Прудников, СССР футболсыһы, ҡапҡасы, 1988 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1727: Исаак Ньютон, Бөйөк Британия физигы.
- 2000: Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]