Он

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Он

Он (рус. мука, ингл. flour) — бөртөклө ашлыҡты тирмәндә тарттырыу һөҙөмтәһендә алынған ашамлыҡ. Он бойҙай, полба, арыш, ҡарабойҙай, һоло, арпа, тары, кукуруз, дөгө һәм дағуа һымаҡ иген культураларынан әҙерләнә. Икмәк бешереүҙә ҡулланылған он башлыса бойҙайҙан яһала. Ул түбәндәге сорттарға бүленә: көрпә, юғары сифат, беренсе сифат, икенсе сифат, обой.

Физик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйөлмәле макарон оны тығыҙлығы 650—700 кг/м3 тәшкил итә, икмәк бешереү өсөн ҡулланылған он — 550—710 кг/м3. Саңланыу коэффициенте[1]:

  • 0,5-5,0 метр;
  • 0,3-3,0 метр;
  • 0,1-2,0 метр;
  • 0,03-1,0 метр.

Он өлөштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • крахмал — 54 — 90 %
  • декстрин
  • клетчатка
  • аҡһым — 14 (бойҙай) — 44 (соя) %
  • майҙары — 0,9 — 4 %
  • витаминдары — В1, В2, В6, РР, А, Е
  • ферменттар
  • минераль матдәләр — 0,36 — 3,5 %[2][3]

Төрҙәре һәм аҙыҡ ҡиммәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Он төрөн иген билдәләй. Икмәк бешерә торған он төрө бойҙай менән арыштан яһала. Арыш онона ҡарағанда, бойҙай оно күберәк сығарыла . Икмәк һәм башҡа ондан яһалған ашамлыҡтар — ҡамыр ризыҡтары.

Башҡа он төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Он — башҡа төрө — кукуруз, арпа, һоло, ҡара бойҙай, борсаҡ, ҡабаҡ, муйыл — милли йәки махсус ашамлыҡтар әҙерләү өсөн кәрәк күләмдә генә сығарыла. Шулай итеп, һоло оно печенье яһау өсөн ҡулланыла, ҡара бойҙай оно диетик аш-һыу, ашамлығы әҙерләү өсөн, дөгө — балалар һәм диетик туҡланыу өсөн һәм башҡа ҡулланыла.

Он каштан емешенән дә яһала. Традицон ашта греция баш ҡалаһы һәм италия кухняһында киң таралған, шулай уҡ данлыҡлы Киев торты эшләгәндә ҡулланалар.

Муйыл оно етештергәндә атаҡлы себер тәмлекәсе — черемхово торты, пряниктәр һәм башҡа кондитер изделиеләре әҙерләү өсөн ҡулланалар (ватрушка, бәлеш). Ул ҡамырҙан күңелле баҙам еҫен бөркә. Муйыл оно аҙыҡ-түлек кибеттәрендә һатыла.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ондоң төп билдәләнеше икмәк бешереү. Бынан тыш, ҡоймаҡ, бәлеш, билмән, кондитер (торттар, кекс, печенье, вафли, перәник) һәм макарон эшләнмәләре, ҡатнаш аҙыҡ-түлек яһауҙа. Балыҡ ҡурғанда йәки котлет яһағанда онға әүәләйҙәр.

Он тарттырыу йыһаздары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иләкле тарттырғыс машинаһы;
  • Иген бушатҡыс;
  • Юғары сортлы он эшкәртеү станоктары;
  • Вертикаль ҡаплы машина;
  • Автоматик үлсәү дозаторы;
  • Ауырлыҡ дозаторы;
  • Өргөслө айыртҡыс;
  • Деташерҙар;
  • Тәрилкәле триер;
  • Иген таҙартыусы айыртҡыс;
  • Таш ваҡлағыс машинаһы;
  • Конвейерҙәр;
  • Магнитлы айыртҡыстар;
  • Еүешләп таҙартыу машинаһы;
  • Төркөмләп төкләү өсөн машина;
  • Иләкле машина;
  • Йылытҡыс;
  • Сәстереп айыртҡыс;
  • Аҡҡан игенде, электропневматик көйләү ҡорамалы менән йыһазландырылған, үткәргес торба.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡалдыҡ эндосперм
  • Грэм оно
  • Глиадин
  • Глютен
  • Бойҙай оно
  • Ҡамыр
  • Алеурометр

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. А.
  2. Мука, Статья на сайте Музей Торговли.
  3. Химический состав муки, Статья на сайте Знайтовар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]