Уҡлау
Уҡлау | |
![]() | |
Менән бәйләнештә | Ҡамыр һәм он |
---|---|
![]() |
Уҡлау — күбеһенсә ҡамыр йәйер өсөн тәғәйенләнгән аш-һыу кәрәк-ярағы предметы. Цилиндр йәки орсоҡ формаһында була[1].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уҡлау бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килгән. Этрусктар яҡынса 3000 йыл элек таш уҡлауҙар менән файҙаланылған. Донъяның башҡа урындарында ҡамырҙы йәйеү өсөн балсыҡтан һәм ағастан яһалған цилиндр киҫәктәрен ҡулланғандар. XIX быуат аҙағында Джон Рид исемле кеше урта өлөшө ағас цилиндрҙан һәм ике яҡтан тотҡалы заманса уҡлау уйлап таба. Ҡамыр аштары әҙерләгәндә ҡамырҙы йәйеү уҡлауҙың төп тәғәйенләнеше булып тора.
Конструкцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡағиҙә булараҡ, уҡлау әҙерләү өсөн материал булып үҙағас тора, ҡайһы берҙә металл, быяла йәки таш уҡлауҙар осрай. Ғәҙәттә, уҡлауҙың ике йәки һирәгерәк бер тотҡаһы була. Стандарт булмаған конструкциялы уҡлауҙар бар: мәҫәлән, эсе ҡыуыш пластик уҡлау, файҙаланыр алдынан уға йылы һыу ҡойола.
Туҡымаларҙы үтекләү уҡлауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кейемде үтекләү өсөн ҡулайламалар күптән уйлап табылған. Б. э. т. IV быуатта Боронғо Грецияла кейемгә уҡлауҙы хәтерләткән ҡыҙған металл сыбыҡ ярҙамында плиссе яһап биҙәү ысулдары ҡулланылған.
Рәсәйҙә уҡлауға (тигеҙләгес, каталка) туҡыма урағандар һәм уны рубель менән үтекләгәндәр [2].
Тәбиғи етен туҡыманан тегелгән күлдәктәрҙе һәм порттарҙы йыуып, киптергәндән һуң, йомшаҡлыҡ һәм өбөрөлөк биреү өсөн яҡшылап яҙыу талап ителгән. Был үҙенсәлекле ысул менән тормошҡа ашырылған. Йыуылған әйбер уҡлауға уралған, шунан һуң ул бер нисә тапҡыр «рубель» — аҫҡы яғында һырланған ҡыры һәм осонда һабы булған оҙон ағас ярҡа (плашка) менән ентекләп тәгәрләтеп тигеҙләнгән. Рубель үҙенсәлекле шаҡылдап уҡлауҙы тәгәрләткән был ваҡытта уның ҡырҙары туҡыма сүстәрен яҙылдырған. Был ҡулайлама шулай уҡ «ребрак» (ҡабырға), «раскатка» (тигеҙләгес), «пральник» һәм башҡалар тип аталған. Ул ҡайһы бер төбәктәрҙең урыҫ ауылдарында XX быуат аҙағына тиклем йәшәп килгән[3].
Популяр мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Популяр мәҙәниәттә уҡлау — ғаилә конфликттарында хужабикәнең ҡулында һалҡын ҡорал ролен уйнаған предмет. Тормош иптәшен хыянат иткәне, иҫергәнсе эскәне өсөн туҡмаған осраҡтар билдәле[4]; һөҙөмтәлә «ҡатындың ҡулында уҡлау була икән, бөйөрөктәр булыуы икеле» тигән әйтем дә барлыҡҡа килгән.
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ике тотҡалы әйләнеүсе Көнбайыш Европа уҡлауы[5]
Көнкүрештә уҡлауҙы ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
А. П. Евгеньева мөхәррирлеендә 1999 йылда сыҡҡан Рус теле һүҙлегендә уҡлау (скалка) — ҡамыр йәйеү өсөн хеҙмәт иткән ағастан яһалған, шулай уҡ кейемде тигеҙләү, шымартыу өсөн ҡулланылған шыма валик тигән аңлатма бирелә[6].
Уҡлау көнкүрештә ҡамыр йәйеү өсөн генә түгел, бәрәңге иҙеү, тоҙ төйөү өсөн ҡулайлама итеп тә файҙаланыла. Уны вертикаль рәүештә тотоп, бер осо менән эш башҡарғандар.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Уҡлау Викимилектә |
---|
Ҡалып:Книга:Историко-бытовой словарь русского народа
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Значение слова «скалка» Побила мужа скалкой 2022 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған. (Оренбургская обл., РФ, 2022), Бьёт — значит любит!
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Значение слова «скалка»
- ↑ Баранов Д. А. и др. Скалка (с. 309—310). Рубель (с. 294) // Русская изба. Иллюстрированная энциклопедия. — СПб.: Искусство-СПБ, 2004. — 376 с.
- ↑ Кто, когда и почему придумал утюг: удивительная история одного гаджета
- ↑ См., напр., Побила мужа скалкой 2022 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған. (Оренбургская обл., РФ, 2022), Бьёт — значит любит! 2022 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған. (Аксуский р-н, Казахстан, 2017).
- ↑ Похлёбкин В. В. Кухонные утварь и инструменты // Занимательная кулинария. — М.: Лёгкая и пищевая промышленность, 1983. — С. 16. — 128 с.
- ↑ Значение слова «скалка»