Шәйҙуллина Фәйрүзә Динислам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәйҙуллина Фәйрузә Динислам ҡыҙы
Тыуған

20 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы Илеш районы Лаяшты ауылы

Ил

Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

йырсы

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992)

Шәйҙуллина Фәйрузә Динислам ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәйрузә Динислам ҡыҙы Шәйҙуллина 1951 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Лаяшты ауылында тыуған.

Ишкәр ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1965 йылда Өфөләге 2—се педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны 1969 йылда тамамлағандан бирле Башҡорт дәүләт филармонияһында хор капеллаһында эшләй.

1969 йылдан солистка булып эшләй, 1992—1999 һәм 2003—2004 йылдарҙа — дирижёр, 1999 йылдан Өфө ҡалаһы Хор капеллаһы педагог-репетиторы.

2002—2003 йылдарҙа һәм 2004 йылдан — директор урынбаҫары, ә 2008 йылдан — Башҡорт филармонияһы труппаһы етәксеһе.

1976 йылда Өфө сәнғәт институтының хор дирижеры бүлеген ситтән тороп тамамлай (М. А. Букатова класы).

Вокаль партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шамил Ибраһимовтың Ҡадир Даян шиғырына «Алыҫтағы йондоҙ», Заһир Исмәғилевтың Рәшит Назаров шиғырына «Әсә һүҙҙәре», Салауат Низаметдиновтың Рәми Ғарипов шиғырына «Биш уйланыу» хор әҫәрҙәрендә яңғыҙ башҡарылған партиялар, В. А. Моцарт Реквиемы, башҡорт йырҙары («Элмәлек»), татар йырҙары («Минең Ватаным») һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]