Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы
Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

уҡытыусы

Тыуған көнө:

20 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (91 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны[1] Яхъя ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Ире:

Искәндәров Рим
Абдрахман улы

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены
СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы

Хата: беренсе юлда рәсем билдәләнгән булырға тейеш

Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы (20 март 1928 йыл) — өс тиҫтә ярым йылдан артыҡ Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбендә (бөгөн (Айҙар Байыҡ) исемендәге мәктәп) биология фәненән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), СССР-ҙың VIII (1970—1974)[2] һәм IX (1974—1979)[3] саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты. Салауат районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәрова 1928 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантонының[1] (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Яхъя ауылында тыуған. 1949 йылда Өфө уҡытыусылар институтын, 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

  • 1942—1944 йылдар — тыуған колхозында иҫәпсе.
  • 1944—1949 йылдар — Мәсәғүт педагогия училищеһы (бөгөн педагогия колледжы) уҡыусыһы, Өфө уҡытыусылар институты студенты.
  • 1949—1955 йылдар — Салауат районы Арҡауыл]урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
  • 1955—1956 йылдар — Салауат районы Миәшәгәр урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
  • 1956—1961 йылдар — Салауат районы Торналы ете йыллыҡ һәм Малаяҙ урта мәктәптәре уҡытыусыһы.
  • 1962—1991 йылдар — Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
  • 1970—1979 йылдар — СССР-ҙың VIII һәм IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
  • Хәнифә Искәндәрова шулай уҡ 15 йыл дәүерендә Совет ҡатын-ҡыҙҙар комитетында ағза була.
  • Мәктәптә эшләү дәүерендә алдынғы уҡытыусы бай йыһазландарылған биология кабинеты ойоштора, йәш натуралистар түңәрәге алып бара, тәжрибә участкаһы менән етәкселек итә. 1967—1974 йылдарҙа үҫтереп алған уңыш өсөн мәктәп СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары менән бүләкләнә. Хәнифә Искәндәрованың тәжрибәһе республикала таратыуға тәҡдим ителә һәм артабан күп ерҙә киң ҡулланыла.
  • 1970—1979 йылдарҙа СССР-ҙың ике саҡырылыш Юғары Советы депутаты булғанда Хәнифә Сираж ҡыҙы һайлаусылар наказдарын тулыһынса үтәүгә күп көс һала. Үҙ һайлау округы буйынса ғына түгел, бөтөн республикала төрлө халыҡ хужалығы объекттары, шул иҫәптән мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар төҙөү, шулай уҡ күперҙәр һәм юлдар һалыу, уларҙы асфальтлау, ауылдарға һәм ҡасабаларға гәз үткәреү мәсьәләре нәҡ депутаттың булышлығы менән ыңғай хәл ителә.
  • Киләсәк быуынға белем биреүҙәге юғары ҡаҙаныштары, хеҙмәтендәге уңыштары һәм үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарағаны һәм, әлбиттә, район данын юғарыраҡ күтәреүгә шәхси өлөшө өсөн Хәнифә Искәндәроваға «Салауат районының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
  • Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Хәнифә Сиражи ҡыҙы ауылдың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгө көндә ул Өфөлә йәшәй.
  • Халыҡ уҡытыусыһының 85 йәшен яҡташтары, Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа байрам саралары үткәреп, 2013 йылда бик йылы билдәләне.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).
  • СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982).
  • РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
  • Ленин ордены (1968).
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1988).
  • Салауат районының почётлы гражданы.

Гәзит-журнал мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хажиев Р. Йүгерек Йүрүҙәнгә эйәреп… : [Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәроваға — 80 йәш] / Ризван Хажиев // Башҡортостан. — 2008. — 20 март.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда // Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана.// сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. т. 3. З-К. 2007. − 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]