Эстәлеккә күсергә

Малаяҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Малояз
башҡ. Малаяҙ
Салауат Юлаев музейы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Салауат ауыл Советы

Координаталар

55°10′57″ с. ш. 58°09′56″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

[[XVII быуат]]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1701

Элекке исеме

Ҡаратаулы, Иҫке Ҡаратаулы

Халҡы

4914[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34777

Почта индексы

452490

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 853 001

Код ОКТМО

80 647 453 101

Номер в ГКГН

0013346

Малояз (Рәсәй)
Малояз
Малояз
Малаяҙ (Башҡортостан Республикаһы)
Малояз

Малаяҙ (рус. Малояз), элекке исемдәре Ҡаратаулы, Иҫке Ҡаратаулы — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, район үҙәге һәм ауыл Советы үҙәге (1935-1963 һәм 1965 йылдан алып). 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4914 кеше[2]. Ауыл Йүрүҙән буйында урынлашҡан. 16 саҡрым алыҫлыҡта Янғантау шифаханаһы бар. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247853001.

Малаяҙ ауылы Йүрүҙән йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Шәрҙәле йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа 183 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 29 километрҙа, КропачёвоМәсәғүт—Ачит, МалаяҙҮрге ҠыйғыЯңы Балаҡатай—Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) автомобиль юлында урынлашҡан.

Малаяҙ ауылының атамаһы малдарҙың үлән утлау урыны йәки «мал аяҙы» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡандыр, тип фаразлап була. Урыҫса яҙылышында Малаяз тип яҙылмаған, бәлки, урыҫ топонимдарында таралған мало элементы йоғонтоһонандыр — Малояз тип яҙыла.

Хәҙер Салауат ауыл Советына ҡараған Малаяҙ ауылы, риүәйәт буйынса, XVII быуат башында Ғимал күле уйһыулығында урынлашҡан Иҫке Йорт атамаһы менән билдәле булған[3].

Башҡорт энциклопедияһында: «Малаяҙ ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1756 йылда типтәрҙәр менән керҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һалынған» тип яҙылған[4].

XIX быуат башынан Яңы Малаяҙ бүлендек ауылы (хәҙерге Черепанов ауылы) булдырылғандан һуң, Иҫке Малаяҙ тип йөрөтөлә башлаған. XIX быуат уртаһынан хәҙерге Малаяҙ атамаһы нығынған.

1795 йылда Малаяҙ ауылында 159 ир-ат йәшәгән.

Әйле ырыуҙары берләшмәһенә ҡараған Ҡаратаулы ырыуының берҙән-бер ауылы — Ҡаратаулы ауылы Малаяҙ ауылы эргәһендә урынлашҡан булған. Тарихи документтарҙа ул 1695-1702 йылдарҙа телгә алынған. 1729 йылда ҡалмыҡ типтәрҙәре Ҡалмаҡлар ауылын булдырған. 1740 йылғы ихтилал материалдарынан бында Күҫәк (Кучаково) ауылы булғанын беләбеҙ, 1780 йылғы картала Ҡалмаҡлар янында Ҡыҙаяҡ (Кизаяк) ауылы булғаны күренә.

1770 йылдың 26 майында П. С. Палластың фәнни экспедицияһы Ҡаратаулы аша үткән[5].}} Паллас шулай уҡ Ҡаратаулы аръяғында Твердышевтың Йүрүҙән һәм Ҡатау заводы пристанында йөк тейәгән судноларҙы ла күргән[6]

XIX быуат башында Генераль межалау үткәреүҙән күпкә алдараҡ Ҡаратаулы һәм Ҡыр-Көҙәй улустары аҫабалары араһында ер биләмәләре буйынса йыш бәхәстәр ҡупҡан. 1701 йылда Себер юлы Ҡаратаулы улусы башҡорто Ҡыҙалҡа Иренев һәм уның иптәштәре Пётр I батшаға Үтенес ҡағыҙы менән мөрәжәғәт иткән.

Артабан, башта ҡаратаулыларға, һуңғараҡ — көҙәйҙәргә биләмәгә эйә булыу ҡағыҙы (владенная грамота) бирелгән. 1805 йылда Ҡаратаулы ауылының ышаныслы вәкиле Ҡотло Йәғәфәров аңлатмаһынан билдәле булыуынса, Ҡаратаулыларҙың биләмәгә Жалованная грамотаһы (бүләк итеү ҡағыҙы) булған[7]. 1803 йылда ерҙәргә генераль ыҙан һалыу үткәргәндән һуң, Ҡаратаулы улусы биләмәләрендә 11404 дисәтинә ер булған: шул иҫәптән 1405 — һөрөнтө ер, бесәнлектәр — 1655, урмандар — 6677, дала — 1145. Уңайһыҙ ерҙәр — 497 дисәтинә. 1816 йылғы VII йәниҫәп буйынса был ерҙәргә 90 ир-ат аҫаба хужа булған. Ошо 90 ир-егеттең барыһы ла Ҡаратаулыла йәшәгән.

Улар 43 йән типтәр һәм 120 йән мишәрҙе керҙәш хоҡуғында ерҙәренә индергән. Керҙәштәр түбәндәге ауылдарға: 1729 йылда ҡалмыҡтар Ҡалмаҡлар ауылына, 1759 йылда типтәр ауылы Нәсибашҡа, 1793 йылда типтәрҙәр һәм дәүләт крәҫтиәндәре Әбделмән ауылына (хәҙер бөткән Куркино ауылы) нигеҙ һалған.[8]

1795 йылда 24 хужалыҡта 110 ир-ат һәм 74 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған.

Ҡаратаулыларҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1586-1708 Ҡаратаулы улусы Өфө өйәҙе Себер юлы Рәсәй Империяһы
1708-1744 Ҡаратаулы улусы Өфө провинцияһы Себер юлы Рәсәй Империяһы
1770 Ҡаратаулы улусы Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡаратаулы улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Нәсибаш улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1925 Ҡаратаулы ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1930-1933 йй. Иҫке Ҡаратаулы ауыл Советы Үрге Ҡыйғы - Ҡыйғы районы Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡаратаулы ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1943 Ҡаратаулы ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1960 Ҡаратаулы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1967-1978 Малаяҙ ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1978 Салауат ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Салауат ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Малаяҙ ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаратаулыла 1816 йылда 38 хужалыҡта 186 кеше йәшәгән. 1834 йылғы VIII йәниҫәп 195 кешене, 1859 йылғы X йәниҫәп 228 кешене күрһәтә.

1865 йылда Малаяҙ ауылындағы 85 йортта 486 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Малаяҙ ауылында мәсет, училище булған.

XIX быуат башында Яңы Ҡаратаулы ауылы барлыҡҡа килгәнлектән, төп ауылды Иҫке Ҡаратаулы тип йөрөтә башлағандар.

1867 йылда, община ер биләмәләрен һаҡлап ҡалдырып, ерҙәрҙе межалағандар. Бары тик 18821893 йылдарҙа ғына файҙаланырға яраҡлы ерҙәр йән башына ҡарап бүленгән. Сәсеү әйләнеше ҡатнаш, өс баҫыулы (дөрөҫ сәсеү әйләнеше түгел), аралаш һыҙатлы. Һөрөнтө ерҙәр баҫыуҙарға бүленмәһә лә, арыш уңышын йыйғандан һуң участкаларҙы парға ҡалдырғандар. Ашламалар аҙ ҡулланыла. Ауылда 3 Һуҡҡыс (молотилка) һәм 5 елгәргес була.

Арыш, бойҙай, һоло, борай, арпа, ҡарабойҙай сәсәләр. 1842 йылда Ҡаратаулыла 211 кешегә 58 бот ужым, 285 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. 3 сирек картуф ултыртылған. XIX быуат аҙағында арыштың 10 ботонан — 150 бот, һолоноң 15 ботонан — 170 бот, бойҙайҙың 15 ботонан — 160 бот уңыш алғандар. Картуф һәм йәшелсә сәселә. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 40 хужалыҡҡа 250 йылҡы һәм һыйыр малы, 100 баш ҡуй, 180 кәзә тура килгән. Ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр. Ҡаратаулылар ерҙәренең бер өлөшөн: 1200 дисәтинәне Нәсибаш керҙәштәренә, Әбделмән крәҫтиәндәренә — 466 һәм Минйәр заводына — 35, шулай уҡ 3 тирмән урынын ҡуртымға биргән. Тимерлектә игенселек һәм малсылыҡ ҡорамалдары эшләнә[9]

Малаяҙ ауылының XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Малаяҙ ауылында 1817 йылда уҡ төҙөлгән мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

1920 йылда, ике ауыл халҡын дөйөм иҫәпкә алғанда, 92 хужалыҡта 491 кеше булғаны күренә. 1925 йылда Яңы Ҡаратаулыла барыһы - 29, ә Иҫке Ҡаратаулыла 47 хужалыҡ булған.

Совет хөкүмәте, «Ер тураһында декрет» ҡабул итеп, һәр крәҫтиәнде ерле итте. 1920 йылдарҙа Салауат районында тәүге коллектив хужалыҡтар ойошторола. 1921 йылда «Һабансы», «Ҡыҙыл Урал» коммуналары барлыҡҡа килгән. 1928-1929 йылдарҙа «Трактор» селхозартеле, «Берҙәш» һәм «Башҡорт» товариществолары берешәр «Фордзон» тракторы алған. Ҡыҫҡа ваҡытлы тракторсылар курсында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа уҡый.

1935 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Союз Башҡарма Комитеты ВЦИК ҡарары менән БашЦИК Президиумы составына 15 ауыл советы индергән яңы район Малаяҙ районы барлыҡҡа килгән. Район үҙәге тәүҙә Малаяҙҙа (хәҙер Татар Малаяҙы) булған.

1936 йылда, бөтөн Малаяҙ ауылы янып бөткәнлектән, район үҙәген Михайловка һәм Ҡаратаулы ауылына күсерәләр. Район исеменә ҡулайлаштырып, яйлап, район үҙәген дә Малаяҙ тип йөрөтөүгә күскәндәр[10].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында райондың еңеүгә индергән өлөшө

1941 йылдың 22 июнендә Малаяҙҙа һабантуй гөрләгән. Салауат район советы рәйесе Рафиҡов Ғәббәс Ғәбдрафиҡ улы иҫтәлектәренән:

«

Йүрүҙән ярында музыка уйнай, ярыштар, бәйге башланды. Һуғыш тураһында хәбәрҙе ишеткәс, тынлыҡ урынлашты, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре йәшләнде. Беҙ, тиҙ арала халыҡты йыйып, митинг ойошторҙоҡ. 10 меңләп кеше булғандыр [11]

»

Сығыш яһаусылар фашистик Германияға ҡаршы һуғышырға, илде азат итеү эшендә көсөн йәлләмәйсә эшләргә әҙер булыуҙарын әйтте. Һуғыш башланғандың тәүге көндәренән хәрби клмиссариатҡа фронтҡа үҙҙәре теләп китергә әҙер 200-ҙән артыҡ кеше ғариза тапшыра. Район партия ойошмаһының яртыһынан күбеһе: райком инструкторҙары Х. Мурзин, М.Федотов, район башҡарма комитеты секретары Ю.Сураманов, Малаяҙ ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе Р.Ямаев, колхоз рәйестәре һәм башҡа коммунистар фронтҡа китә. Район хәрби частарға 1370 ат, тиҫтәләгән машина һәм трактор бирә. Ҡатын-ҡыҙ тракторсылар алдынғы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Колхоз-совхоздарға предприятиелар, учреждениелар, уҡыусы балалар һәм уҡытыусылар күп ярҙам күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Слауат районы фронтҡа 1 млн 296 мең бот иген тапшырған. Мәскәү өсөн һуғыштарҙа беҙҙең яҡташтар А.Головин, М.Зиннуров, Ш.Шарафетдинов, Х.Солтанов, З.Ғимранов, Ш.Ғәлләмов, М.Усманов, Б.Шаһиев, Н.Усов, А.Кәримов, Ғ.Ханов, Т.Харисов батырлыҡ күрһәтте. 1942 йылдың көҙөндә район халҡы Салауат Юлаев исемендәге истребитель төҙөү өсөн 1 млн 200 мең һум аҡса йыйып биргән. Салауат районынан һуғыш яланына 8500-ҙән артыҡ ир-егет киткән һәм яртыһы тигеләй Тыуған ил азатлығы өсөн башын һалған.

1943 йылда, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Малаяҙ районын Салауат районы тип үҙгәрткәндәр.

Һуғыштан һуңғы үҫеш

XX быуаттың 1950-се йылдарында Малаяҙ ауылына 1874 йылда нигеҙләнгән Иҫке Михайловка һәм XVIII быуат башынан бирле үҙ аллы үҫешкән Иҫке Ҡаратаулы ҡушылған.

19491950 йылдарҙа колхоздар эреләтелә, 18 колхоз барлыҡҡа килгән. Малаяҙ ауылында «Урал» колхозы уңышлы эшләгән. Һуғыш бөлгөнлөгөнән сығыу осоронда МТС-тарҙың әһәмиәте бик ҙур була. 19461951 йылдарҙа Арҡауыл МТС-ы 48 комбайн, 61 трактор менән тулыландырыла: ҡеүәтле «НАТИ» тракторҙары килтерелә.

1950 йылдан һабан менән һөрөүҙе туҡтатҡандар. 1954 йылда, иген етештереү күләмен арттырыу маҡсатында, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә салауаттар ҙа ҡушыла. 1960 йылға районда 8 колхоз һәм 2 совхоз булған.

1965 йылда үҙ аллы Салауат районын тергеҙгәндән һуң, уның үҫеше агросәнәғәт комплексы сиктәрендә дауам итә. Игенселек һәм малсылыҡта хеҙмәт итеү менән бер рәттән хеҙмәтсәндәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу комплекслы ойошторола. Район үҙәгендә үҙәк дауахана, сауҙа, төҙөлөш ойошмалары, почта һәм элемтә, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары, идаралыҡ органдары эшләй. Үҙәк дауахана РСФСР Финанс министрлығы аҡсаһына, С. Юлаевҡа 225 йыл тулыу айҡанлы Элемтә министрлығы аҡсаһына район Элемтә йорто төҙөлә. «Востокнефтепроводстрой» тресы управляющийы Социалистик Хеҙмәт Геройы Ә. Х. Һунарсин Район мәҙәниәт йортон төҙөүҙә ярҙам итә. Район хакимиәте бинаһын төҙөү ҙә КПСС Үҙәк Комитеты контроле һәм «Востокнефтепроводстрой» тресы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Кропачёво — Малаяҙ — Мәсәғүт юлына асфальт һалына. Сулпан ауылы эргәһендәге күпер, Йүрүҙән аша Нәсибаш йүнәлешендә ҙур әһәмиәтле күпер төҙөлә. 19681975 йылдарҙа «Башкирэнерго» ойошмаһы тырышлығы менән район ауылдарына тулыһынса электроэнергия үткәрелә.

1991 йылда Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы асыла һәм уның тәүге директоры итеп Ғафаров Хатмулла Абдулла улы тәғәйенләнә. Бер бишйыллыҡ эсендә тиҫтәгә яҡын типовой мәктәптәр, күп ҡатлы йорттар төҙөлә. Телефонлаштырыу, радио алғыстар урынлаштырыла, типографияһы, район гәзиттәре редакцияһы эшләй. Салауат районының ижтимағи һәм «Урал» колхозының хужалыҡ үҫешендә Суроваткин А. Т., Байбурин Ғ. И. һәм Әбдрәшитов Ш. А. кеүек шәхси энтузиазм күрһәткән колхоз рәйестәре эшләй[12].

Малаяҙҙа мәғариф үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. 1938 йылда Михайловка ете йыллыҡ башланғыс мәктәбе нигеҙендә Ҡаратаулы урта мәктәбе асыла. Салауат (Малаяҙ) районының 28 ауылынан V—VIII кластарҙа уҡыған 258 уҡыусы йыйыла. 1948 йылда ике ҡатлы ағас мәктәп төҙөлә. 1941 йылда мәктәп директоры Платонов И. Ф. 22 сығарылыш уҡыусыһына өлгөргәнлек аттестаты тапшыра. Шуларҙан 17 уҡыусы үҙе теләп фронтҡа киткән, 9 кеше еңеү менән ҡайта. 2008 йылға (70 йыл) 5000 уҡыусы мәктәпте тамамлаған. Уларҙан 60%-ы юғары белемгә эйә булған һәм уңышлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән:

  • Вәлиева Р. Т. — татар шағирәһе
  • Вәхитов Ш. К. — Башҡорт АССР-ы Юғары Суды рәйесе
  • Вәхитов К. Д. — БАССР Хәүефһеҙлек хеҙмәте дәүләт Комитеты рәйесе урынбаҫары
  • Шәрипов Ю. К. — БАССР-ҙың Госплан начальнигы
  • Ҡолмөхәмәтов Э. В. — Дәүләт Думаһы депутаты
  • Зиннуров Г. Н. — Силәбе политехник институтында инженер-электрик һөнәренә эйә була. Крайҙы өйрәнеүсе. Ике китап, «Лаҡлы тарихы», «Яҙмыш һуҡмағы буйлап», документаль әҫәрҙәр авторы
  • Чванов М.А — яҙыусы, ғалим, сәйәхәтсе

йөҙләгән атҡаҙанған табип, уҡытыусы, нефтсе, фән докторы һәм башҡа почётлы исемгә лайыҡ булыусылар бар.

Уҡытыусылар:

  • Вәлиев Т. Х. — ике тапҡыр Ленин ордены кавалеры
  • Бохараева Т. Ф. — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты
  • атҡаҙанған уҡытыусылар: Зәйнетдинов А. К., Әйүпов М. М., Мурзин П. Х., Әхмәҙиев Б.Һ., Ғәниева Л. И., Абдуллина Т.Ғ., Исмәғилова Д. Х., Сәйетғәлина Р.Ә., Баймөхәмәтов Ф. Ф.
  • 71 уҡытыусы Рәсәй Федерацияһының алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй Федерацияһының Почётлы мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.

Күрһәткестәр буйынса мәктәп районда беренсе урында тора. Ул район бүлегенең һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының терәк мәктәбе булып һанала. Был ҡаҙаныштар 1992 йылда Башҡортостан Республикаһында тәүге ауыл мәктәп-гимназияһын, ә 1999 йылда Башҡорт гимназияһын асыу мөмкинлеге бирә.

1974 йылда мәктәптең 640 урынлы өс ҡатлы типовой бинаһы сафҡа баҫа. 2001 йылда гимназия эш башлай һәм шул арҡала ике мәктәптә лә уҡытыуҙы бер сменала ойоштороу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. 1985 йылда Малаяҙ ауылының Хәрби дан, 1988 йылда мәктәп тарихы музейҙары асыла. Һәр 10 йыл һайын ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙың осрашыуы үтә. 19722009 йылдарҙа мәктәп өлгөргәнлек аттестаты менән бергә, «В» категориялы водитель таныҡлығын да тапшыра. Водителдәрҙе әҙерләп сығарыуға «Почёт билдәһе» ордены кавалеры, автоэш уҡытыусыһы Н. Ф. Фазлетдинов нигеҙ һала. Мәктәп уҡыусылары район һәм республика кимәлендәге төрлө конкурс, олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ. 2007—2009 йылдарҙа мәктәптә кадет кластары булдырыла[13]

Малаяҙ ауылының бөгөнгөһө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Малаяҙ ауылында Дыуан ауыл хужалығы күп профилле колледжы филиалы (элекке 113-сө һөнәри-техниу училище бинаһында), Башҡорт гимназияһы, 1-се урта мәктәп, балалар ижады йорто, сәнғәт мәктәбе, йәш техниктар станцияһы, 2 балалар баҡсаһы, район үҙәк дауаханаһы, балалар китапханаһы, Мәҙәниәт һарайы (5 үҙешмәкәр художество коллективы ойошторолған), Салауат Юлаев музейы, мәсет, сиркәү бар.

Малаяҙ ауылында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1000
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 800
1959 йыл 15 ғинуар 1800
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 3800
2002 йыл 9 октябрь 4800
2010 йыл 14 октябрь 4914 2298 2616 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Аграр урамы (рус.  Аграрная (улица))
  • Яратҡан урамы (рус.  Любимая (улица))
  • Арғы урам (рус.  Дальняя (улица))
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица))* урамы (рус.  (улица))
  • Дала урамы (рус.  Степная (улица))
  • Сейә урамы (рус.  Вишнёвая (улица))
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая (улица))
  • Ауыл урамы (рус.  Сельская (улица))
  • Фәррүх Харисов урамы (рус.  Фаруха Харисова (улица))
  • Көнбайыш урамы (рус.  Западная (улица))
  • С. Милюков урамы (рус.  С. Милюкова (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица))
  • Сәскәле урамы (рус.  Цветочная (улица))
  • Төҙөлөш урамы (рус.  Строителная (улица))
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица))
  • Рәмзилә Хисаметдинова урамы (рус.  Рамзили Хисаметдиновой (улица))
  • Марс Нафиҡов урамы (рус.  Марса Нафикова (улица))
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица))
  • Социалистик урамы (рус.  Социалистическая (улица))[14]

. Тағы ла 59 урам.

Йылғалар:

Шишмәләр:

Тау-ҡаялар:

Мәмерйә: Салауат мәмерйәһе

Ялан-бесәнлектәр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ҡаратаулыла (Малаяҙҙа) тыуып-үҫкәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ҡаратаулыла (Малаяҙҙа) күпмелер йәшәгән, уҡығандар :

  • Сабирьянрва С. Г. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
  • Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Илишев И.Г и др. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004

Малаяҙ ауылы һәм уның кешеләре тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. История образования, становления и развития Салаватского сельского Совета
  4. Малаяҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Паллас П.С. Путешествие по разным местам Российского государства. СПб, 1770 и 1786 гг.
  6. Паллас П. С. Указ. соч. С. 65
  7. РГАДА. Ф.1173. Оп. 1. Д. 1339. Л.6, 16-17, 45, 61-63, 64.
  8. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
  9. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001.
  10. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) 33, 185 с.
  11. Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988, 67 с.}}
  12. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) 84-104 с.
  13. Сайт МОБУ СОШ № 1с. Малояз МР Салаватский районРБ
  14. Карта д. Шарипово. Улицы
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Вәхитов Радик Шакир улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 14 август 2018)
  16. Новости пресс-службы Главы БР от 11.03.2016
  17. Ҡыйғы районын Шамил Мөхәмәтдинов етәкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 24 июнь (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2016)
  18. Башҡорт энциклопедияһы — Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)