Лағыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Лагерево
башҡ. Лағыр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Лағыр ауыл Советы

Координаталар

55°15′45″ с. ш. 58°26′41″ в. д.HGЯO

Халҡы

856[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452497

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 825 001

ОКТМО коды

80 647 425 101

ГКГН номеры

0520132

Лагерево (Рәсәй)
Лагерево
Лагерево
Лағыр (Башҡортостан Республикаһы)
Лагерево

Лағыр (рус. Лагерево) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 856 кеше булған[2]. Почта индексы — 452497, ОКАТО коды — 80247825001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аныҡ географик координаталары: киңлек 55.2616938; оҙайлыҡ — 58.4441986.

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 28 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 35 км

Лағыр ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 28 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 35 километрҙа урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лағыр (Васик, Васҡын) ауылына XVIII быуат башында Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған[3]. Борон Лағыр ауылы тәүге төпләнеүсенең исеме Васҡын атамаһы менән билдәле булған. Уның улы Асы Васҡын исеме мәғлүмәттәрҙә һаҡланған.

Ҡараһаҡал яуынан һуң ауыл яндырылғас, иҫән ҡалыусылар, ике саҡрым көньяҡҡараҡ күсеп, Лағыр ауылына нигеҙ һала. Был атаманың килеп сығышының варианттары бер нисә: уны 1740—1750 йылдарҙа немец тикшеренеүселәренең лагерына ла, XVIII быуатта, 1774 йылда, Салауат Юлаевтың ғәскәр туплау өсөн ҡорған лагерына ла бәйләйҙәр[4]. Лагерь һүҙе тора-бара Лағырға әйләнеп китә лә инде.

1960 йылдар аҙағында археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция Лағыр ауылының көньяҡ-көнсығыш осонда урынлашҡан зыяраттағы убаларҙа тикшеренеү эштәре алып бара. Ғалимдар был ҡәберҙәрҙе, беҙҙең эраның VII быуатына ҡарай, тип билдәләй.

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында старшина Яуын Сыуашев етәкселегендә 184 Тырнаҡлы ырыуы башҡорто ҡатнаша. Баш күтәреүселәрҙән һорау алыу документтарында Лағыр ауылынан уларҙың алтыһының исеме телгә алына. Бөгөн ауылда уларҙың ишле нәҫел-нәсәбе тырышып донъя көтә.

1795 йылда 29 йортта 208 кеше донъя көткән.

1816 йылда Лағырҙа Себер даруғаһының элекке ахуны, 60 йәшлек Яңыбай Ишмөхәмәтов йәшәгән. Был ваҡытта бер даруғаға бер генә ахун булып, ул да Лағырҙа йәшәгән икән, тимәк, лағырҙарҙың уҡымышлы кешеләре күп булған.

Шулай уҡ Мәжит Ғафури менән бергә мәҙрәсәлә уҡыған ике указлы мулла хаҡында ла әйтеп китеү урынлы. Уларҙың береһе — Талип Хәйеров Шәрәк ауылында мулла булһа, Лағырҙа Ғималетдин Хәсәнов мулла булған[5].

1865 йылда 136 йортта — 814 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған.

1906 йылда Лағыр ауылында 2 мәсет, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея һәм мануфактура кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй булған.

Колхозлаштырыу осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҙған быуаттың 20-се йылдары һуңында Башҡортостанда тотош колхозлаштырыу мәсьәләһе етди ҡуйыла һәм колхозға инеү хәрәкәте әүҙем башланған иң беренсе улус булып Үрге Ҡыйғы һәм Мәсәғүт кантондары тора. Лағыр, Мөхәмәт, Сыбаркүл, Луново, Ибрай, Салауат ауылдары крәҫтиәндәре дүрт артель, өс товарищество төҙөп, «Большевик» колхозына берләшә. Улар араһында Лағыр ауылының 157 хужалығы ингән «Ҡыҙыл Башҡортостанға 10 йыл» ауыл хужалығы артеле иң ҙуры була[6].

Артабан Лағыр ауылы территорияһында «Большевик», Карл Маркс исемендәге, Сыбаркүл, Сталин исемендәге колхоздар ойошторола. Уларҙы Алтайский фамилиялы 25 меңенсе коммунист ойоштора, һуңынан ул репрессиялана.

Төрлө йылдарҙа колхоз рәйестәре булып Ғәлимулла (фамилияһы билдәһеҙ), Рәхимйән Ғәлин, Ахунйән Зәйнуллин, Әхтәр Тарханов, Хәмзә (фамилияһы билдәһеҙ), А. Корнеев эшләй.

1951 йылда «Большевик», Карл Маркс исемендәге, Сыбаркүл колхоздары берләшә һәм төрлө йылдарҙа Ленин исемендәге, Маленков исемендәге колхоз, «Әй» колхозы була. «Әй» колхозы менән Хатип Йәндүрин етәкселек итә. Төрлө йылдарҙа колхоз рәйесе булып Әхмәтов, Ғәлимйән Вәкилов, Ғаззал Хәйров, Ғәлиҡарый Сөләймәнов эшләй[7].

Әлеге ваҡытта Лағыр ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[8].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лағыр ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1221
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 857
1959 йыл 15 ғинуар 730
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 883
2002 йыл 9 октябрь 961
2010 йыл 14 октябрь 856 414 442 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Ҡайынлы урамы (рус.  Берёзовая (улица)
  • Ғәлимов урамы (рус.  Галимова} (улица)
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Яңы төҙөлөш урамы (рус.  Новостройка (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская (улица)
  • Шишмә урамы (рус.  Родниковая (улица)
  • Ҡояшлы урамы (рус.  Солнечная (улица)[9][10]

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Сит ил походтарында ҡатнашыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1836, 1840 йылдарҙағы формуляр исемлектәр буйынса, 8-се кантондың 9-сы йортона ҡараған Лағыр ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Сит ил походтарында ике кеше ҡатнаша:

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Археологик ҡомартҡылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Рафиков Б. Ҡараһаҡал. Роман.- Өфө, 1989.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Лағыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 524. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. ТАМЫРЫ НЫҠ АҒАС АУМАЙ. «Йәшлек гәзите». 2019 йыл 7 май архивланған.
  6. Коллектив авторов. История Башкортостана с древнейших времен до наших дней в двух томах / И. Г. Акманов. — Уфа: Китап, 2006. — Т. 2.XX век. — С. 222. — 600 с. — ISBN 5-295-03873 (т.12).
  7. Исследовательские работы. История села
  8. Лағыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО — ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
  10. Карта д. Лагерево. Улицы
  11. 11,0 11,1 11,2 Лағыр виртуаль музей мәғлүмәтенән
  12. http://rfk2015.bashedu.ru/node/46#Валиуллина 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
  13. Вечерняя Уфа, 18 февраль 2011, 14 с.
  14. http://www.cbr.ru/region/info/bash/history/
  15. http://www.bashinform.ru/news/535155-chetyre-predstavitelya-bankovskogo-soobshchestva-bashkirii-udostoeny-gosudarstvennykh-nagrad/
  16. http://www.ufaras.ru/?part_id=557 2022 йыл 26 март архивланған.
  17. http://ruzida58.jimdo.com 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
  18. http://na-zemle-salavata.ru/arhiv-gazety/628-biatlon-po-lagerevski.html 2017 йыл 16 июнь архивланған.