Эстәлеккә күсергә

Ғилемханова Зәйтүнә Ғилемхан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Ғилемханова (Малюта) Зәйтүнә Ғилемхан ҡыҙы (14 август, 1922[1], БАССР, хәҙерге Салауат районы, Лағыр ауылы — 2015, Өфө ҡалаһы) — гвардия сержанты, приборсы, зенитсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Ғилемханова (Малюта) Зәйтүнә Ғилемхан ҡыҙы 1922 йылдың 14 авгусында хәҙерге Салауат районының Лағыр ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1937 йылда Башҡорт кооператив техникумына уҡырға инә. 1940 йылда Дыуан районына товаровед итеп ебәрелә. 1942 йылдың 25 апрелендә үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Аяғымда — ярымботинка, өҫтөмә һырыған фуфайка, беретка, юбка кейгәнмен. Инәйем бәләкәй йәшел кәстрүлгә һары май һалып биргәйне. Фронт юлын үткәнсе, шул кәстрүл эргәмдә булды.

Уны элекке Чкалов (хәҙерге Ырымбур) өлкәһендәге Орск ҡалаһының кесе авиация белгестәрен әҙерләүсе 22-се хәрби мәктәбенә приборсылар ротаһына ебәрәләр. 1942 йылдың декабрендә 9-сы запас һауа полкында хеҙмәт итә башлай Зәйтүнә. Һалҡын ғинуар айын бик ҡыйынлыҡ менән үткәрәләр.

Фронтҡа тауар вагондарына тейәп алып киттеләр. Бомба эләгеп, вагондар яна, уларҙы ысҡындыралар ҙа — алға. Ҡайһы бер ҡыҙҙар юлда уҡ яҡты донъя менән хушлашты… Вагон эсе ҡар. Һикеләр бар, тик өҫтө боҙ. Мейес бар, утын юҡ. Йылынырлыҡ бер нимә, тәғәм ризыҡ, тамсы һыу юҡ. Аяҡтарҙа 45-се үлсәмле ботинка, урап ебәрергә сылғау ҙа юҡ, исмаһам. Унарлаған ҡыҙ, һырығышып, бөршәйешеп, бер-беребеҙҙе йылытып ятҡан булабыҙ. Күңелдәрҙе күтәрер өсөн, йырлашабыҙ. Туҡтаһаҡ, иң элек утын эҙләйбеҙ, тапһаҡ, тимер мейескә яғып ебәрәбеҙ. Ҡайҙа барғаныбыҙҙы ла белмәйбеҙ. Юлдар күп ваҡыт ябыҡ була. Ҡазанға ғына ай ярым барҙыҡ. Ошо арала аяҡтар ҡуша туңды.

1943 йылдың 22 апрелендә фронтҡа китер алдынан митинг була. Шул митингыла ҡыҙ саф башҡорт телендә сығыш яһай: «Беҙҙең Горбунов исемендәге авиация заводында эшләнгән бомбардировщиктар һынатмаҫ»,- ти ул. Шул уҡ йылдың 25 апрелендә уны 36-сы гвардия бомбардировкалаусы авиаполкка тәғәйенләйҙәр. Украинаны, Польшаны, Чехословакияны, Германияны азат итеүҙә ҡатнаша. Воронеж һәм Беренсе Украина фронты составында Берлинғаса барып етә. Был полк ҡыйыу лётчиктары менән дан тотҡан. Һуғыш аҙағына полк байрағын Суворов һәм Кутузов ордендары биҙәй, уға почётлы «гвардия полкы», «Берлин полкы» тигән исемдәр бирелә[2]. Һуғыш тамамланыуын Зәйтүнә Берлин янындағы Зорау аэродромында ишетә.

1945 йылдың 9 майын мин поста ҡаршыланым. 8 майҙан 9 майға ҡараған көндө, киске сәғәт 6-ла мин гвардия байрағын ҡарауыллау дежурствоһына баҫтым. Көн матур, өйҙәр йәмле, баҡсалар сәскәгә төрөнгән. Төнгә табан тирә-яҡта атыу йышайҙы. Атыш ишетелә, һөжүм юҡ. Төнгө сәғәт 2-лә 2-се Һауа армияһынан телеграф хәбәре килә: Еңеү! Йүгереп йөрөп хәбәр һалам: «Еңеү!» … 9 майҙа ла лётчиктар оса ине әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шатлыҡлы көндә лә өс экипажды ерләнек.

1945 йылдың 23 июнендә демобилизациялана. Белемгә ынтылған ҡыҙ Мәсәғүт уҡытыусылар институтында уҡый. 1962 йылға тиклем иптәше Иван Малюта менән төрлө хәрби округтарҙа күсеп йөрөйҙәр. 1962 йылдан 1983 йылға саҡлы, хаҡлы ялға киткәнсе, Зәйтүнә Ғилемхан ҡыҙы Өфөлә йәшәй, «Башпотребсоюз» сауҙа ойошмаһында эшләй. 2015 йылдың көҙөндә вафат була, Өфөлә ерләнгән.

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3].
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы.
  • «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы.
  • «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы.
  • Юғары баш командующийҙың 26 Рәхмәт хаты[4].

Хеҙмәттәше, 3-сө эскадрилья командиры, осоусы Иван Александрович Малюта менән һуғыштан һуң өйләнешеп, Ирина исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. 1948 йылдың ноябрендә донъяға килгән Ирина апай ғүмер бары врач-фтизиатр булып эшләне. Үҙенең дә ҡыҙы һәм улы бар. Зәйтүнәнең бер бөртөк энеһе Ғәлимйән Ғилемханов (1928) «Әй» совхозында инженер-механик булып эшләне, һуңынан Өфөгә күсеп килде. Тормош иптәше Ләйҙә апай менән ҡыҙы һәм улына табип һөнәрен алырға ярҙам иттеләр. Һеңлеләре Жәмғиә, Шәмсинур, Венера. Шәмсинур Ғилемханова-Йәнекәева врач-невропатолог булып эшләне, Дәүләтбаева Венера Ғилемхан ҡыҙы әлеге көндә лә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында табип-офтальмолог булып эшләй.

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мансур Давлетбаев. Их соединило грозовое небо… «Вечерняя Уфа», 2015 г., 7 мая
  • Абдуллина Айһылыу. Шундай әбейем бар минең. «Йәшлек», 1999 йыл, 10 вгуст, 90-сы һан, 7 б.