Эстәлеккә күсергә

Миндеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Миндишево
башҡ. Миндеш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Ишембай ауыл Советы

Координаталар

54°56′37″ т. к. 57°58′43″ кс. о.HGЯO

Халҡы

304[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452499

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 815 002

ОКТМО коды

80 647 415 106

Миндишево (Рәсәй)
Миндишево
Миндишево
Миндеш (Башҡортостан Республикаһы)
Миндишево

Миндеш (рус. Миндишево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Ишембай ауыл Советы (Салауат районы) на ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 304 кеше[2]. Почта индексы — 452499, ОКАТО коды — 80247815002.

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 37 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишембай): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 8 км

Миндеш ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Оло Берҙәш йылғаһы буйында, район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышҡа 37 км һәм Кропачёво тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Миндеш ауылында Ҡыр-Көҙәй башҡорттары йәшәй һәм улар Ҡыр-Көҙәй улусына ҡарай.

Ауылға XVIII быуаттың 1-се яртыһында Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Миндеш Миңлебаев исеме менән аталған[4].

Миндеш ауылына 1770 йылдың 25 майында Петербург Фәндәр Академияһы академигы П. С. Паллас килгән һәм былай тип яҙған: «…уже в сумерки приехал в башкирскую деревню Миндиш, лежащую над ручьем Бирдеш, текущем в Юрюзань»[5].

1772 йылда миндештәр Польша Барҙар конфедерацияһы күтәрелешен баҫтырыуҙа ҡатнашҡан.

Миндеш ауылы 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы буйынса билдәле. 1774 йылда Салауат Юлаев Миндеш ауылы эргәһендә ҡулға алынған.

1795 йылда Миндеш ауылындағы 30 йортта 198 кеше йәшәгән[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895улусыӨфө өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Нәсибаш улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Нәсибаш улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Ишембай ауыл советыМалаяҙ районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Ишембай ауыл советыСалауат районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Ишембай ауыл советыСалауат районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1865 йылда Миндеш исеме менән иҫәпкә алынған ауылдың 45 йортонда — 250 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсете булған[7].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миндеш ауылында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[8].

Миндеш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август340
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар374
1959 йыл 15 ғинуар355
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар284
2002 йыл 9 октябрь304
2010 йыл 14 октябрь30415315150,349,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы (4 июль 1940 йыл) — ғалим-нефтсе, хужалыҡ, дәүләт, партия һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1983—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1980). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы. Мәскәүҙә йәшәй.
  • Зарипов Илнар Булат улы — Миндеш ауылы егете Салауат районы данын яҡланы. 2020 йылдың йәйендә Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы эргәһендә, Лаҡлы ауылының Ыласынташ ҡаяһы ҡаршыһында, Әй йылғаһы буйындағы яланда үткән «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивалендә 2-се урын яуланы. Башҡорт дәүләт университетының Физика һәм математика институтында ситтән тороп уҡый. Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тауыш операторы булып эшләй[9].
  • Ризим Самих улы Хажиев - Рәссам, скульптор, 200-ләп картина, 20-нән артыҡ графика әҫәре авторы </ref>

Тарихи фотодокументтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1908 йылда Миндештә урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе, фотограф, географ һәм этнограф М. А. Круковский булып, ауыл кешеләрен фотоға төшөргән[10]. 1911 йылда Круковскийҙан Музейға Көньяҡ Урал буйлап ҙур фотоһүрәттәр йыйынтығы (382 фото) килә, унда ошо төбәктең бөтә этник төрлөлөгө күрһәтелә.(колл. № 1919)[11]. Круковский башҡорттарҙы фотоға төшөрөүҙә ауырлыҡтарға осрай, башҡорттар йыш ҡына фотоға төшөүҙән баш тарта, быны исламда кешеләрҙең һүрәттәрен төшөрөүҙе тыйыу менән аңлата. Шуға күрә Круковский Өфө мөфтөйөнән «фәнни маҡсатта» фотоға төшөрөргә рөхсәт ала[12].[12]:

« Башкиры не хотели сниматься и относились к моим попыткам недоверчиво. Даже враждебно. Когда я выходил на улицу, вся деревня пряталась в избах, из боязни попасть в аппарат. Только в щели дверей и в окнах видны были крайне любопытные, жадные взгляды. »
Миндеш ауылы башҡорто. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл
Миндеш ауылы башҡорто. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл
Миндеш ауылы башҡорто. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл
Миндеш ауылының башҡорт ҡатын-ҡыҙы. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл
Миндеш ауылының башҡорт ҡатын-ҡыҙы. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл

Миндештә тыуып-үҫкәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица)
  • Шайморатов урам (рус.  Шаймуратова (улица)
  • Мәктәп урам (рус.  Школьная (улица)
  • Хажиев урам (рус.  Хажиева (улица)
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Бәрҙәш урам (рус.  Бирдяша (улица)[13]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 153—154 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Полный список населенных мест Уфимской губернии. Уфа, 1896.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Илнар Зарипов. «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивалендә 2-се урын(недоступная ссылка)
  10. Снимки, которым... 111 лет! (11 февраль 2019).
  11. Лаврентьева, 2008, с. 273—274
  12. 1 2 Белоруссова, 2016
  13. Карта д. Миндишево. Улицы