Мөрсәлим
Ауыл | |
Мурсалимкино башҡ. Мөрсәлим | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452485 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Мөрсәлим (Ҡалмаҡҡол) (рус. Мурсалимкино), боронғо исеме Ҡалмаҡҡол — Башҡортостандың Салауат районындағы Мөрсәлим ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2203 кеше[2]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөрсәлим ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Олөйөр йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөрсәлим ауылына XIX быуаттың 1-се яртыһында Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы Ҡалмаҡҡол ауылы аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мөрсәлим утары булараҡ нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов исеме менән аталған.
XX быуаттың 30‑сы йылдарында Мөрсәлим халҡы иҫәбе XVIII быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән Ҡалмаҡҡол ауылы халҡы менән бергә алынған.
Ҡалмаҡҡол ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1710 йылда нигеҙ һалған, һәм . Ауылдың ырыу аралары: Сөсәй (ҡалған нәҫелдәр исемен яҙып алырға кәрәк)[3].
Олөйөр йылғаһының ҡаршы яғында XIX быуаттың 1‑се яртыһында Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы башҡорттары Мөрсәлим (исеме Мөрсәлим Ҡалмаҡҡоловтан) утарын нигеҙләй. XX быуаттың 30‑сы йылдарына тиклем халыҡ һаны XVIII быуатта нигеҙ һалынған Ҡалмаҡҡол халҡы менән бергә иҫәпләнгән.
Ҡалмаҡҡол Килтәковтың улы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1746—1814), 1787 йылғы ейәне, Мөрсәлимдең өлкән улы, Ҡунаҡкилде (Ҡунаҡкилденең улдары Мөхәмәтша, Мөхәмәтшәриф), 1796 йылғы икенсе улы Хисаметдин Мөрсәлимов 8 ауылды үҙ эсенә алған Түбәләҫ улусының 2-се йорто старшинаһы вазифаһын башҡарғандар. Мөрсәлимдең тағы ла Әбделхалиҡ, Әбделнасир, Әбләис, Сиражетдин исемле улдары булған[4].
Ҡалмаҡҡол ауылы, XX быуаттың 20-се йылдарында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантонына ҡараған шул уҡ атамалы улус үҙәге булып китһә лә, алдағы XVIII—XIX быуаттарҙа, ул аҡрын үҫешкән. 1795 йылда, мәҫәлән, 13 йортта 84 кеше йәшәһә, 1816 йылда 15 йортта 4 кешегә кәмерәк халыҡ йәшәгән. 1859 йылда инде 31 йортта 200 кеше, ә 1920 йылда 78 йортта 380 кеше булған.
Ҡалмаҡҡол Килтәковтың улы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1746—1814), 1787 йылғы ейәне, Мөрсәлимдең өлкән улы, Ҡунаҡкилде (Ҡунаҡкилденең улдары Мөхәмәтша, Мөхәмәтшәриф), 1796 йылғы икенсе улы Хисаметдин Мөрсәлимов 8 ауылды үҙ эсенә алған Түбәләҫ улусының 2-се йорто старшинаһы вазифаһын башҡарғандар. Мөрсәлимдең тағы ла Әбделхалиҡ, Әбделнасир, Әбләис, Сиражетдин исемле улдары булған[5]. Сүрәкәйҙең улы Абдулмиҙхәт (1759), Ырыҫбай (1761) тыуған, Ырыҫбайҙың улы Ишбирҙе(1791). Нуғайҙың улы Ниғмәтулла (1745).
Мөрсәлимдең 8 балаһы булған. Мөрсәлим Ҡалмаҡҡоловтың (1746—1814) ейәндәре: 1787 йылғы Ҡунаҡкилде (уның балалары Мөхәмәтша, Мөхәмәтшәриф), Хисаметдин (1796 йылғы) Мөрсәлимовтар 8 ауылды үҙ эсенә алған 2-се йорт старшиналары булған.
Мөрсәлимдең башҡа улдары: Абдулхалиҡ, Абдулнасир, Әбләйес, Сиражетдин[6][7].
Мөрсәлим менән Ҡалмаҡҡол ауылдары Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы Урал аръяғы өлөшө биләмәләрендә урынлашҡан 4-се Башҡорт кантонының 2-се бүлексәһе йорт старшинаһы Ҡунаҡкилде Мөрсәлимов командаһына ҡараған.
1773 − 1774 йылдарҙағы ихтилал осоронда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Салауат Юлаев, Крәҫтиәндәр һуғышы башланыу менән, башҡорт яугирҙарын Пугачёв ғәскәренә ҡушҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Урындағы риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, үҫмер Салауат Түбәләҫ һабантуйҙарына килеп (сөнки ул ваҡытта Йүрүҙәнде хәҙерге Иҙрис ауылы янында кисеп сығып, Башташ тау тауы итәгенән тура 17 саҡрым араны һыбай үтерлек юл булған), Мырҙаш батыр менән көрәшеп йөрөгән. Был турала уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина «Салауат батыр ир ине» тигән тамаша сценарийы ла яҙҙы[8]. 1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ ырыуының старшинаһы вазифаһын башҡарған Сүрәкәй (Нуғай) ауылы ир-егете Собханғол Килтәков (1720—1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. «Салауат Юлаев» энциклопедияһында (345 б.) Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашҡан, полковник, тип аңлатма бирелә.
1773 йылдың декабрь урталарында Собханғол Килтәков, 25 башҡорт егете менән, И. С. Кузнецов отрядына ҡушылған. Златоуст, Ҡатау-Тамаҡ, Һатҡы заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа, Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҡса оҙатыуҙа ҡатнашҡан. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугиры менән Салауат отряды сафтарында Красноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа Көңгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан[9].
Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1765 | Түбәләҫ улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 19-сы йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 19-сы йорт | 4-се Көнбайыш (Тау арты) командаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 2-се йорт | 5-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 7-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Нәсибаш улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1926 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1935 | Ҡалмаҡҡол ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1941 | Ҡалмаҡҡол ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1989 | Мөрсәлим ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1990 | Мөрсәлим ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
Ҡалмаҡҡолдарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1816 йылда үткән VII рәүиз материалдарынан билдәле булыуынса, Ҡалмаҡҡол ауылы 4-се Башҡорт кантоны составында булған.
Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1748—1814) — йорт старшинаһы тиелгән. Әммә рәүиз алған ваҡытҡа уның үлгәнлеге күренә, һәм, датаһына ҡараһаң, яу яланында башын һалғанға оҡшаған. Ғәбделхалиҡ Мөрсәлимов (1772 —) — старшина ярҙамсыһы, Ғәббделнасыр Арыҫланғолов (1773 —) — илле башы, Әбделнасыр Мөрсәлимов (1780 —) — йорт старшинаһы, был бабайҙар, йәштәре буйынса, Ватан һуғышында ҡатнашырлыҡтар, Арыҫланғоловтың хәрби чины ла бар. Ҡунаҡкилде Мөрсәлимов та (1787 —) ғәскәри хеҙмәткә алынырлыҡ йәштә булған. Ул һуғыштан һуң йорт старшинаһы вазифаһын да башҡарғаны күренә.
Һуңғылары походтан тере ҡайтҡан тип дәлилләйек, ти. Тимәк, беҙ әлегә фараз ғына төҙөйбөҙ. Киләсәктә был мәғлүмәт үҙенең тикшеренеүселәрен көтә. Хисамитдин Мөрсәлимов (1796 —) — старшина ярҙамсыһы тиелгән, уға 20 генә йәш. Әлбиттә Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тип бәхәсләшеп булмай.
Ҡалмаҡҡол һәм Мөрсәлим ауылдарының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалмаҡҡолда 1842 йылда 126 кешегә 20 сирек ужым һәм 182 сирек яҙғы икмәк сәселгән. Шул уҡ кешенән торған 21 йортта 262 ат, 132 һыйыр, 107 һарыҡ һәм 30 кәзә аҫырағандар. Бер нисә хужалыҡ 13 солоҡҡа эйә. Ҡалмаҡҡол тураһында түбәндәге мәғлүмәт бөгөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
1842 йылда 21 йортта 262 йылҡы малы, 132 һыйыр, 107 һарыҡ һәм 30 кәзә аҫыралған.
1865 йылда 36 йортта 196 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Ауыл 55 йорттан тора. 1890 йылдан биләмәләр 128 йән башына 12 йылға бирелгән. Биләмәләрҙе алғас, урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер өсөн, икенсе өлөшө мал утлауы өсөн ҡулланыла. Сәсеү әйләнеше ҡалдау йәиһә тупраҡтың уңдырышлылығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн оҙаҡ ваҡыттар эшкәртмәй ятҡырыу, бер баҫыу — сикләү юҡ; Нәсибаш улусы халҡы ғәҙәттә 3-4 йылдан һуң бүлемен ташлай һәм йәнәш ятҡан бесәнлеген һөрә. Башлыса арыш һәм һоло сәселә. Һабан менән һөрәләр. Иң яҡшы уңыш: арыштың сәселгән 9 ботонан — бер дисәтинәгә 80 бот, һолоноң бер дисәтинәгә сәселгән 15 ботонан — 100 бот, бойҙайҙың 12 ботонан — 70 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 312 дисәтинә ерҙе биләй, һәм унда 400 баш мал йәй буйы утлай. Көтөү шулай уҡ ҡамылда йөрөтөлә; утлаулыҡтар өлөшләтә ырҙын һәм йәшелсә баҡсалары өсөн бүленгән (10 дисәтинәгә яҡыны). Утлаулыҡтар араһынан Мәсе-йылға һәм Олойөр йылғаһы аға. Урман менән иркен, бүлешеп тормай, тик ҡоро-һары, сыбыҡ-сабыҡ, лапы көйө, файҙаланалар. Халыҡ биләмәләрҙе ҡортомға алмай. Ҡалмаҡҡол ауылы йәмғиәте 128 дисәтинә ерҙе йылына 126 һум менән, 30 дисәтинә һөрөнтө ерҙе йылына 30 һум менән 6 йылға оҙайлы ҡортомға бирә. Шулай уҡ, ике дисәтинә тирмән урыны йылына 12 һум менән 12 йылға ҡуртымға бирелә. Ауылда ике аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар. Ҡыш көнө 20 йорт хужаһы утын киҫеү һәм ташыу менән һәм руда ташыу менән шөғөлләнә. Утынды Балашев ҡалаһы рудниктарына, ә руданы — „Вязовая“ (Ҡарамалы йылғаһында ултырған) станцияһына ташыйҙар. 2 аты менән ташыған эшсе бер ҡышта 25 һум аҡса эшләй. Икмәкте халыҡ Йүрүҙән заводында һата»[10].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуат аҙағынан, Һамар-Златоуст (хәҙер Көньяҡ Урал) суйын юлын төҙөү менән бәйле, Мөрсәлим станцияһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына башлаған. XX быуаттың 80-cе йылдарында Ҡалмаҡҡол Мөрсәлимгә ҡушыла.
1989 йылдан бирле Мөрсәлим тип йөрөтөлә башлай, 2005 йылдан хәҙерге статусҡа эйә.
1906 йылда Ҡалмаҡҡол һәм Мөрсәлим ауылдарында мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете булған.
Революцияға тиклем Түбәләҫ ырыуының бер ауылында ла мәктәптәр булмаған. 1910 йылдарҙа Ҡаҙан мәҙрәсәһен тамамлап ҡайтҡан Ҡарағол ауылы муллаһы Ғөбәйҙуллин Абдулла тарафынан Ҡалмаҡҡолда мәктәп асылған.
Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ҡалмаҡҡол ауылында 4 синыфлыҡ башланғыс мәктәп асыла. Унан бик һирәгенә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н тамалау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7 йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыған. Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда ла 7 йыллыҡ мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап урта мәктәп эшләне. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡыны. 2009 йылда Мөрсәлим урта мәктәбе яңыртып төҙөлдө. Бөгөнгө көндә Мөрсәлим урта мәктәбенә Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдарынан уҡыусылар 1 кластан башлап, Илсекәй уҡыусылары — 5 кластан автобус менән йөрөп уҡыйҙар.
30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма» тигән колхозға ойошҡан. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе- Ғәлимйән Ишбирҙин булған[11].
Ҡалмаҡҡол ауылы 1958 йылдан XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнде. Был колхозға шулай уҡ Илсекәй, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары, Рус Илсекәйе утары ҡараны. Колхоз идаралығы, «Заготзерно» предприятиеһы, ашлыҡты беренсел эшкәртеү токтары булған эре хужалыҡ булды. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне. Ҡалмаҡҡолда шулай уҡ «Заготскот» предприятиеһы бар ине.
Ике тиҫтә йылға яҡын (1980-2000-се йылдарҙа) Мөрсәлим ит комбинаты эшләне[12].
Бынан тыш Мөрсәлим аша Транс-Себер тимер юлы үтә, 2000-се йылдарҙа яңы тимер юл вокзалы төҙөлдө. Бөгөн Мөрсәлимдә нефть базаһы, эзбизташ заводы, «Башкиравтодор» предприятиеһы эшләй. 2008—2009 йылдарҙа участка дауаханаһына капиталь ремонт эшләнде, заманса медицина техникаһы менән йыһазландырылды. Мөрсәлим — Түбәләҫ ауылдары араһында газ үткәрелгән берҙән-бер ауыл. Үҙәк урамдарҙа асфальт түшәлгән, һыу колонкалары бар.
XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә Транс-Себер магистрале проекты эсендә Ҡалмаҡҡол ауылы эргәһенән Һамар-Златоуст (хәҙер Көньяҡ‑Урал) суйын юлы һалына. Ҡалмаҡҡолдан 2 саҡрымда урынлашҡан ике генә йорттан торған Мөрсәлим утары урынында 1920 йылда 24 йорттан торған урыҫ милләтле Мөрсәлим тимер юл станцияһы барлыҡҡа килгән[13].
XX быуаттың 80‑се йылдарында уға Ҡалмаҡҡол ауылы ла ҡушыла һәм 80-се йылдар аҙағына тиклем Ҡалмаҡҡол исеме ауылдың рәсми атамаһы булып ҡала. Ҡалмаҡҡол ауыл Советы биш ауылды берләштерҙе, Ҡалмаҡҡол урта мәктәбе эшләне. Шулай итеп, тарихи башҡорт ауылы Ҡалмаҡҡол урыҫлашҡан ҡатнаш милләтле Мөрсәлим ауылына әүерелде.
1989 йылдан ауыл Мөрсәлим тип йөрөтөлә, ә 2005 йылдан хәҙерге статусына эйә[14].
Әлеге ваҡытта Мөрсәлим ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто, мәсет бар.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөрсәлим (Ҡалмаҡҡол) — аҫаба башҡорт ауылы. Ауылда башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 380 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 385 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 551 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 2316 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 2522 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 2203 | 1027 | 1176 | 46,6 | 53,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- * Пепеляев Пётр Кузьмич (14 июнь 1920 йыл — 6 октябрь 1955 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, Дан орденының тулы кавалеры. 1946 йылда гвардия старшинаһы Пепеляев П. К. демобилизациялана. Һуғыштан һуң Мөрсәлим тимер юл станцияһында эшләй, һуңынан колхозда шофёр була. Башҡортостандың Салауат районындағы Ҡалмаҡҡол ауылында йәшәй.
- Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы (24 сентябрь 1931 йыл — 23 август 2016 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1961 йылдан Салауат районының XXI партсъезд исемендәге колхозы рәйесе, 1979—1982 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Ҡалмаҡолда (Мөрсәлимдә) тыуып үҫкәндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Муса Йәлил урамы (рус. Мусы Джалиля (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Төҙөлөш урамы — (рус. Строительная (улица)
- Илдус Әхмәҙиев урамы (рус. Ильдуса Ахмадиева (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица)
- Зәки Вәлиди урамы — (рус. Заки Валиди (улица)
- Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица)
- Сафуан Әлибай урамы (рус. Сафуана Алибаева (улица)
- Шишмә урамы (рус. Родничковая (улица)
- Тимер юл урамы — (рус. Железнодорожная (улица)
- Рәми Ғарипов урамы (рус. Рами Гарипова (улица)
- Салауат урамы (рус. Салавата (улица)
- Зәйнәб Биишева урамы (рус. Зайнаб Биишевой (улица)[15]
. Һәм тағы 28 урам.
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Мәсет тауы
Йылға-күлдәр:
- Олөйөр, Мәсет
Шишмәләр:
- Илһам шишмәһе
Ялан-бесәнлектәр:
- Ягодный
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәғлүмәт сығанаҡтары.
- Хәтер китабында Салауат районы яугирҙәре, Память Башкортостан. Книга 17. Салаватский район, 1-102 с..
Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Әһлиуллин Әхләм Сабирйән улы | __.__.1925 | 05.02.1943 | яраланған, госпиталдә үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында. Чкалов (Ырымбур) өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы, Ҡыуандыҡ станцияһында ерләнгән.
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Хәбәрһеҙ юғалғандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Юғалған йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Әхмәтов Маннаф Әхмәт улы | __.__.1911 | . .1943 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында |
Әхмәтшин Нурмөхәмәт Әхмәт улы | __.__.1911 | . .1941 | хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында |
Әҙһәмов Фуат Ғәлим улы | . . 1912 | хххх йыл | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөрсәлим ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөрсәлим мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Регина Москвичёва Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндан футболка алды. «Йәншишмә» гәзите, 2015 йыл, 31 июль(недоступная ссылка)
- Абдуллина М. Ф. Һөйкөмлө кешеләр (Мөфтәхетдин Низамов менән Александра Рузе ғаиләһе тураһында) — Йәшлек, 2011 йыл, 4 июнь, 12 бит
- Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөрсәлим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 522 б.
- История д. Баш-Ильчикеево
- Карта с. Мурсалимкино. Улицы
- Мөрсәлим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Исследовательская работа на тему: «История образования с. Мурсалимкино»
- МУРСАЛИМКИНО
- Мөрсәлимгә яңы мәҙәниәт йорто кәрәк
- Мөрсәлим ауылында Күп функциялы клуб асыу тантанаһынан күренештәр. Видео
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
История деревни Калмакуловово (Мурсалимкино)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992
- Салават Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, с. 345
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 144—145 с. (д. Калмаккулово)
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
- ↑ ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2 Д.745, 468
- ↑ ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2 Д.745, 468
- ↑ Калмакулово
- ↑ Исследовательская работа на тему: «История образования с. Мурсалимкино»
- ↑ Абдуллина М. Ф. Салауат батыр ир ине. Тамаша, 2001, 3-сө һаны
- ↑ Салауат Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.
- ↑ Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- ↑ Мөрсәлим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.
- ↑ Мөрсәлим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта с. Мурсалимкино. Улицы
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Мөрсәлим Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |