Эстәлеккә күсергә

Әй (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Айская
башҡ. Әй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Торналы ауыл Советы

Координаталар

55°23′10″ с. ш. 58°22′48″ в. д.HGЯO

Халҡы

207[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452486

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 865 002

ОКТМО коды

80 647 465 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Айская (Рәсәй)
Айская
Айская
Әй (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Айская

Әй (рус. Айская) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Торналы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 207 кеше[2]. Почта индексы — 452486, ОКАТО коды — 80247865002[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Торналы): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 64 км

Әй ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Ишмән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 64 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Әй ауылы XX быуат башында Златоуст өйәҙе территорияһындағы Тырнаҡлы ырыуы ерҙәрендә Андреевский ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. Уға урыҫтар нигеҙ һалған.

Әй ауылы 1925 йылда 1 урыҫ йортонан торған ауыл хужалығы колонияһы булараҡ беренсе тапҡыр иҫәпкә алына[5].

Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән бөтә яңы ауылдарҙа башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән.

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул уҡ 1925 йылда Әй ауылында 11 йорт иҫәпкә алынған. 1930-сы йылдарҙа Салауат районы Лағыр совхозының Әй фермаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән.

1960‑сы йылдарҙан бирле Әй ауылы хәҙерге статусына инә. Әй ауылы Әй йылғаһы аръяғында, Дыуан районы Ҡәҙер ауылына яҡын урынлашҡан[6].

Әй ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[7].

Әй ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар244
1959 йыл 15 ғинуар443
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар359
2002 йыл 9 октябрь278
2010 йыл 14 октябрь2079511245,954,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Кувамов урамы (рус.  Кувамова (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
[8]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Тырнаҡлы ырыуы
  • Әйле ырыуы
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 141 с. (История деревни Сюрюкаево).
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Әй ауылы «Госсправка» сайтында
  4. Әй (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 525. ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 525. ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Әй (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Карта д. Айская. Улицы