Башҡорт Илсекәйе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Баш-Ильчикеево
башҡ. Башҡорт Илсекәйе
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Мөрсәлим ауыл Советы

Координаталар

55°04′16″ с. ш. 58°28′45″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Илсекәй, Башҡорт Илсекәйе[1]

Халҡы

337[2] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452485

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 847 003

Код ОКТМО

80 647 447 111

Баш-Ильчикеево (Рәсәй)
Баш-Ильчикеево
Баш-Ильчикеево
Башҡорт Илсекәйе (Башҡортостан Республикаһы)
Баш-Ильчикеево

Башҡорт Илсекәйе (рус. Баш-Ильчикеево), боронғо исеме Башташ — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Мөрсәлим ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 337 кеше[3]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847003.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт Илсекәйе (Башташ, Илсекәй) Әй ҡушылдығы Һикеяҙ йылғаһына Саған йылғаһы ҡойған ерҙә, район үҙәге Малаяҙҙан көньяҡ-көнсығышҡа 43 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт Илсекәйе ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған[4]. Ауылдың ырыу аралары: Һунбыҡ, Тәүеш, Тимерәк, Ҡыуыҡ, Һарүҙәк, Алмас[5].

1795 йылда 22 йортта 107 кеше йәшәгән[6].

Түбәләҫ ырыуы риүәйәте һәм ауылдың халыҡсан исеме Башташ нигеҙендә Башҡорт Илсекәйен ырыуҙың боронғо ауылдарының береһе тип фаразларға була[7].

Рәсми документтарҙа беренсе тапҡыр 1757 йылда Илсекәй исеме менән теркәлгән. Ауыл исеме улус старшинаһы Илсекәй Биктуғанов менән бәйле[8][9]. 1894 йылда Пермь губернаһынан күсеп килгән рус крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙ һалынған Илсекәй утарына XX быуаттың 30-сы йылдар аҙағынан Урыҫ Илсекәйе исеме бирелә, ә аҫабалар ауылына Башҡорт һүҙе өҫтәлә — Башҡорт Илсекәйе ауылдың рәсми исеменә әйләнә[10].

Крәҫтиәндәр һуғышы исеме менән билдәле 17731775 йылғы ихтилалда Салауат Юлаев етәкселегендә Илсекәй ауылынан Ғәбдеш Таҡил, Аҡһары Йосопов, Илсекәй Биктуғанов, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев (Һунбыҡ нәҫеленән), Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов, Биҡҡол Тәүешев (Тәүеш нәҫеленән) ҡатнашалар. Улар Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ Эҫем заводын яндырыу, Йүрүҙән, Ҡытау-Ивановск заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр. Салауат Юлаевтың һәм Юлай Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һорауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек», — тип яуаплайҙар[11].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Түбәләҫ улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 2-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 2-се йорт 4-се Көнбайыш (Тау арты) командаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 2-се йорт 5-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Нәсибаш улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1989 Илсекәй ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Илсекәй ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2006 Мөрсәлим ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

1770 йылдың 27 майында Пётр Симон Паллас Саған (С-П. Паллас: Шихан тип атаған? Әйтер кәрәк, ғалим Саған-Шихан тип алһа ла, был йылға беҙҙең заманда дөйөмләштереп Һикеяҙ тип кенә алына) йылғаһының Әйгә ҡойған ерендә урынлашҡан Биктуған тип аталған башҡорт ауылына яҡын ғына үткән. «Әй янындағы Олөйөр (йылға) ҡултығында Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә был ерҙе күрһәтергә теләмәне» тип яҙған ул[12].

«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуын раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылының тирә-янында саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 17361740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»-, тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев[13]. 1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.

Түбәләҫ ырыуынан сыҡҡан абруйлы ир-егет Яҡуп Шәмсетдинов ағай «Ырыуым — Түбәләҫ» мәҡәләһендә бына нимә яҙа: «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе „һатып“ алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар „законлаштырып“ тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә[14].

1773 йылда, шулай уҡ, 1765 йылдан бирле Түбәләҫ ырыуы старшинаһы булған Собханғол Килтәков, батыр йөрәкле ирҙәрҙе йыйып, Һатҡы заводына һөжүм иткән[15].

Илсекәйҙә 1816 йылда 19 йортта 96 кеше, 1834 йылда 20 йортта 110 кеше (1830 йылда ихтилалда ҡатнашҡандарҙың нәҫелдәрен, 8 кешене, „насар тәртиптәре өсөн“ тип 8-се кантонға һөргөнгә оҙатҡандар) йәшәгән.

1842 йылда 110 кешегә 26 сирек ужым һәм 233 сирек яҙғы икмәк сәселгән. Улар хужалыҡтарында 260 баш ат, 132 баш эре мөгөҙлө мал, 107 баш һарыҡ, 30 баш кәзә тотҡан. Картуф был тарафтарға килеп етмәгән булған әле. Ҡайһы бер кешеләр солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр: 21 йортҡа 30 солоҡ тура килгән[16].

Илсекәйҙәрҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы Илсекәй ауылы Ҡалмаҡҡол һәм Урмансы ауылдары менән 2-се йортҡа ҡараған (7-се рәүиз буйынса-4-се Башҡорт кантонына, 8-се рәүиз буйынса-4-се Көнбайыш (йәиһә 4-се Тау арты) кантонына, 1847 йылдан — 5-се Башҡорт кантонына ҡараған.

Исемдәре Ғүмер йылдары 7-се рәүиз
(1816 й.)
8-се рәүиз
(1834 й.)
10-сы рәүиз
(1859 й.)
1. Әхтәриев Искәндәр 1788 — 1850 хеҙмәт иткән
2. Ғәбдешев Ғәбделжәлил 1782 — 1814
3. Иманғолов Иштимер 1795 — хеҙмәт иткән 64 йәш
4. Илсекәев Абдрахман 1788 — 1812
5. Ҡабанов Ғәбделжәлил 1777 — 1855 хеҙмәт иткән
6. Ҡабанов Туғыҙбай 1785 — 1858 хеҙмәт иткән
7. Ҡалмаҡов Аҡкөбәк 1785 — хеҙмәт иткән 75 йәш
8. Күсәшев Ғәбделнасир 1785 — 1833
9. Күсәшев Ғәбделхәлил 1781 — 1812
10. Наҙарғолов Ибрай 1790 — хеҙмәт иткән 64 йәш
11. Наҙарғолов Моңайтмаҫ 1785 — хеҙмәт иткән 75 йәш
12. Тимәтов Баязит 1787 — 1831
13. Тимәтов Хәсәтулла 1785 — 1819
14. Тимрәков Ҡорм(б)анғәли 1782 — Урмансы
ауылында йәшәгән
хеҙмәт иткән 78 йәш
15. Өмөтов Ғәбделваһап 1786 — 1832
  • 8-се рәүиз мәғлүмәттәренән (1834 й.) Ҡорбанғәли Тимрәковтың Илсекәйгә күсерелеү сәбәптәрен беләбеҙ:»1832 йылда вазифаһынан бушатылған элекке ахун Урмансынан Илсекәйгә күсерелде". Был материалды етди өйрәнеүселәр табылһа, бик мәслихәт булыр ине.

Юғарыла атап үтелгәндәр араһынан 1773 −1774 йылдарҙа Салауат Юлаев ғәскәрендә һуғышҡан баш күтәреүселәрҙең улдары бар

1. Күсәш Мишәровтың — Ғәбделнасир һәм Ғәбделхалиҡ Күсәшевтар

2. Ҡалмаҡ Көҫәпәйевтең — Аҡкөбәк Ҡалмаков

3. Наҙарғол Балтасовтың — Моңайтмаҫ һәм Ибрай Наҙарғоловтар

4. Тимәт Иштуғановтың — Баязит һәм Хәсәтулла Тимәтовтар

5. Ғәбдеш Таҡилдың — Ғәбделжәлил Ғәбдешев

6. Илсекәй Биктуғановтың (Собханғол Килтәковтан һуң — Түбәләҫ улусы старшинаһы) — Илсекәев Абдрахман[17]

Илсекәй ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда 20 йортта 157 кеше, 1859 йылда — 32 йорт һәм 163 башҡорт торған.

1865 йылда Илсекәй ауылындағы 23 йортта 149 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. XX быуаттың 30‑сы йылдары аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә. XX быуаттың 30‑сы йылдары аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә (1894 йылда нигеҙ һалынған Илсекәй утары XX быуаттың 30‑сы йылдарынан Урыҫ Илсекәйе тип атала башлаған)

Ауылға 1895 йылда бирелгән характеристикаға иғтибар итәйек. «Илсекәй ауылы — Златоустан 81 саҡрымда, тимер юл станцияһы Мөрсәлимдән — 6, ауыл хужалығы тауарҙары менән иң яҡын сауҙа итеү урыны булған Йыланлынан — 15 саҡрым. Ауыл тигеҙ урында, Һикеяҙ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан; ауыл эргәһендә Саған-йылға шишмәһе бар; Һикеяҙ йылғаһы тирмән төҙөү өсөн ҡулайлы булған. Халҡы — аҫаба башҡорттар. Ауыл 45 йорттан тора; ер биләмәләре 80 рәүиз йәненә һәм бер урында бүленгән. Ауыл 12 дисәтинә ер биләй, урамдар, ихаталар, йәшелсә баҡсалары һәм аҙбарҙар — 11 дисәтинәлә. Ер биләү формаһы — община мөлкәте.

1892 йылдан, 12 йылға төҙөлгән суд ҡарары буйынса, халыҡ ер биләмәләрен рәүиз йәне башына бүлеүҙән эшкә яраҡлы кеше йәне башына бүлеүгә күскән — 102 йәнгә. Һөрөнтө ерҙәр тигеҙлектә урынлашҡан. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы (дөрөҫ сәсеү әйләнеше түгел). Арыш, һоло, бойҙай һәм арпа сәселә. Сәсеүлектәрҙе эшкәрткәндә бер төрәнле (одноральный) һабан ҡулланыла. Ауылда 1 Һуҡҡыс (молотилка) һәм 2 елгәргес бар. Иң яҡшы уңыш: арыштың 12 ботонан — 120 бот, һолоноң 18 ботонан — 150 бот, бойҙайҙың 14 ботонан — 60 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 200 дисәтинә ерҙе биләй. Ере — ҡара тупраҡ, өлөшләтә балсыҡһыл, ташлы. Һыулау урыны булып Һикеяҙ йылғаһы һәм инештәр хеҙмәт итә. Көтөү шулай уҡ урманда, ҡурпыла һәм ҡамылда йөрөтөлә; яҙ һәм көҙ 1-әр ай көтөүселәр көтөү өсөн бер башҡа 15 тин һәм 2 фунт он ала; һарыҡтар ҙа йәй буйы эре мөгөҙлөләр менән бергә көтөлә, һәр баш өсөн көтөүсе 20 тин аҡса һәм 2 фунт он ала. Ауылда малы булмаған 7 йорт бар. Бесәнлектәр — урман үләне (395 дисәтинә), һөҙәклектәрҙә, иңкеүлектәрҙә урынлашҡан. Тупраҡ — балсыҡһыл. Ауыл эргәһендәге урман күбеһенсә көнбайыштағы тауҙарҙа урынлашҡан.

Ер биләмәләренең бер өлөшө (100 дисәтинә) йәмғиәт тарафынан 12 йылға Илсекәй утарында йәшәгән халыҡҡа арендаға бирелгән — ултыраҡ төҙөр өсөн 5 дисәтинә һәм көтөүлек өсөн — 95 дисәтинә, йылына 100 һумдан; утарҙа йәшәүселәргә 300 дисәтинә урман да бирелгән, айына 6 һум хаҡ менән. Ҡайһы бер йорт хужалары (28) ер биләмәләрен урыҫ күршеләренә арендаға бирә, — һөрөнтө ерҙәрҙе (160 дисәтинәгә яҡын) бер дисәтинә өсөн 1 һум 50 тиндән, бесәнлектәрҙе лә (117 дисәтинә) — юғарыла күрһәтелгән хаҡҡа. Тирмән урыны оброк (һалым) статьяһы буйынса (2 дисәтинә), — йылына 12 һум менән 12 йылға арендаға бирелә.

Һыу тирмәне йәмғиәт милкендә. Ер эшкәртеүҙән ҡала әһәмиәтле кәсеп булып (урман һатыу) заводтарҙағы куренлы эш торған. Баҙар пункттары: Йүрүҙән заводы (25 саҡрым) һәм Ҡатау заводы (42 саҡрым); тауҙар күплеге бәйләнеште ҡыйынлаштыра».

Урман участкалары буйынса завод һәм башҡорттар араһында көсөргәнешле мөнәсәбәттәр булғанын Өфө губернаторының полиция департаментына 1889 йылдың 23 июнендәге белдермәһе (донесениеһы) һөйләй. Унда Илсекәй һәм Ҡарағол ауылдары башҡорттарының Һатҡы заводы хеҙмәткәрҙәре һәм эшселәре өсөн диләнкәләр бүлеп биреү маҡсатында китеп барған урындағы власть вәкилдәренә — пристав һәм исправникка — урманға үтергә ирек бирмәгәнлеге хәбәр ителә. Властарға буйһонмаусанлыҡ күрһәткән 13 кеше ҡарауыл аҫтына алынған[18][19]

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Илсекәйҙә һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[20].

Рус-япон, Беренсе бөтөн донъя һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында киләсәк быуын тикшеренеүселәре ентекле өйрәнеүҙәр үткәрер, тип ышанғы килә. Тәүеш нәҫеленән Әбделғафаров Әбделнафиҡ Ярман һуғышы яуында 1914 йылдың 15 октябрендә яраланған. Ул ғаилә башлығы, улы Ғафаров Ғәбдрәшиткә 7 йәш кенә булған. Һунбыҡ нәҫеленән Фәтхетдинов Фәссәхетдин Фәтхетдин улы (1886—1971) ефрейтор дәрәжәһендә яуҙан әйләнеп ҡайтҡан. Һуғыш сыҡҡанда, уның ҡыҙы Ғәйнинурға-7, улы Миңдәхмәткә ни бары 2 йәш булған.

1920 йылда — 52 йорт һәм 250 башҡорт.

Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Илсекәйҙә өс йыллыҡ башланғыс мәктәп асыла. Уҡыусылар 4 синыфты Ҡалмаҡҡол башланғыс мәктәбендә тамамларға тейеш булған. Унан бик һирәгенә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ-ды (крәҫтиән йәштәре мәктәбе) тамамлау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп уҡыған[11]. Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап урта мәктәп эшләне. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡыны. Хәҙер ул Мөрсәлим урта мәктәбе тип атала.

1928 йылда Илсекәй мәсетенең манараһы ҡолатыла. Аҙаҡ ул бина башланғыс мәктәпкә бирелә.

Ауылдаштар араһынан сыҡҡан тәүге уҡытыусылар — Ишморатова Яңылбикә Хажиморат ҡыҙы, Низамов Ҡыямитдин Низамитдин улы, Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы.

Һуғыштан һуң Илсекәй башланғыс мәктәбе эшләне, артабан уҡыусылар Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенә йөрөп уҡыны. 19752015 йылдарҙа эшләгән Илсекәй төп (Башташ 8-йыллыҡ) мәктәбе бинаһын ауыл төҙөлөш бригадаһы күтәрҙе, мәктәп төҙөү өсөн аҡсаны колхоз бирҙе. Бөгөнгө көндә Илсекәй башланғыс мәктәбе Мөрсәлим урта мәктәбенең филиалы тип атала.

30-сы йылдар башында Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма» тигән колхозға ойошҡан. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе — Ғәлимйән Ишбирҙин булған[11].

1929, 1931, 1935 йылдарҙа Ҡорбанғәлиев Хисамитдин мулланы, Көҫәпәйев Фәхрисламды, Бәҙретдинов Ғилметдинде, кулак тип иғлан итеп, репрессиялайҙар. Бәҙретдинов Ғилметдин генә, Беломорканал төҙөлөшөндә стахановса хеҙмәт итеп, әйләнеп ҡайта алған. Ишморатов Әбделхәй Хажиморат улы, һуғыш алдынан медицина институтында уҡыған булған, уны ла, милләтсе төркөмө ағзаһы тип ғәйепләп, репрессияға дусар иткәндәр. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуңынан Силәбе өлкәһе хәҙерге Трёхгорный ҡалаһындә йәшәне.

1934 йылда һәр бер ауылда айырым колхоз ойошторолдо. Илсекәйҙәге «Башташ» колхозының тәүге рәйесе Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы булған. Бронь булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына киткән һәм 1943 йылда батырҙарса һәләк булған.

1958 йылда ойошторолған XXI партсъезд исемендәге колхозға Илсекәйҙән башҡа Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары, Урыҫ Илсекәйе утары индерелгәйне. Башҡорт Илсекәйе ауылы колхоздың бер бригадаһы булды. Эре мөгөҙлө мал фермаһы, ашлыҡ келәттәре, машина-трактор станцияһы, ат аҙбарҙары, бригада йорто бар ине. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне.

90-сы йылдарҙа Илсекәй ауылында «Дуҫлыҡ» кооперативы ойошторолғайны. Уның рәйесе булып йәш белгес Ғайсаров Илдар Ғөзәйер улы эшләне.

Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килгән йылдарҙа өс ауылды берләштергән үҙ аллы Илсекәй ауыл советы ойошторолдо һәм тиҫтә ярым йыл эшләне. Илсекәй ауыл советын төрлө йылдарҙа Таймаҫов Илһам Ильяс улы һәм Сәләхов Рөстәм Әмин улы етәкләне.

1994 йылда ике ҡатлы мөһабәт Илсекәй мәҙәниәт һарайы асылды. Яңы мәҙәниәт йортоноң беренсе директоры Ишморатова Нәсимә Исрафил ҡыҙы булды. Быға тиклем ауылда ағас клуб, китапхана эшләп килде[21].

Башҡорт Илсекәйе ауылында 19752015 йылдарҙа Илсекәй төп мәктәбе эшләне. Әлеге көндә Илсекәй башланғыс мәктәбе (Мөрсәлим урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[22].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт Илсекәйендә башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 272
1920 йыл 26 август 259
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 416 189 227 46 54
1959 йыл 15 ғинуар 392
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 321
2002 йыл 9 октябрь 328
2010 йыл 14 октябрь 337 164 173 48,7 51,3[23]

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылдың билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғафаров Хатмулла Абдулла улы (1926—2015) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Оҙаҡ йылдар Салауат районы гәзиттәрендә «Ленин байрағы» (На земле Салавата) мөхәррир булып эшләне. Салауат Юлаев музейының тәүге директоры. 1988 йылда, яҡташ тарихсылар В. Г.Ғибаҙуллин һәм Б.Һ.Әхмәҙиев менән авторҙаш булып, «На земле легендарного Салавата» исемле документаль-тикшеренеү китабын баҫтырып сығарҙы.
  • Фәхрисламов Хәмзә Фәхрислам улы (25.08.1925, Башҡорт Илсекәйе — 05.01.2001, Красноярск) — атаһын, Көҫәпәйев Фәхрисламды, репрессиялағас, балалар йортонда үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тау инженеры, Норильск, Красноярск ҡалаларында эшләгән. Бик күп хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән
  • Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы (1925—1994) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь революцияһы ордендары кавалеры. XXI партсъезд исемендәге колхозда механизатор булып эшләне.
  • Ишморатов Исрафил Хажиморат улы (1920—2000) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, XXI партсъезд исемендәге колхозда иҫәпсе, төрлө кимәлдәге етәксе булып эшләне.
  • Ғафаров Халиҡ Әбдрафиҡ улы (1926—2003) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I һәм II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
  • Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы (1914—1990) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы (1925—2009) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, Батырлыҡ өсөн, Хәрби ҡаҙаныштары өсөн һ. б. миҙалдар менән бүләкләнгән, Стәрлетамаҡ колхоз рәйестәре әҙерләүсе ауыл хужалығы мәктәбен отличие менән тамамлаған, 30 йыл дауамында XXI партсъезд исемендәге колхоздың баш агрономы булып эшләне.
  • Төхвәтуллина Ғәлиә Рәхимҡол ҡыҙы (1936) — XXI партсъезд исемендәге колхоздың 3-сө бригадаһы, Башташ МТФ-һының алдынғы һауынсыһы, хеҙмәтендәге юғары күрһәткестәре, социалистик йөкләмәләрен арттырып үтәгәне өсөн, колхоз идараһының тиҫтәләгән почёт грамоталары менән, 1980 йылда Почётлы Ленин Грамотаһы менән бүләкләнгән. Салауат районының 1981 йылғы чемпион-һауынсыһы, 1981 йылдың 10 мартында «Почёт билдәһе» орденына лайыҡ булды. Дәүләткә малсылыҡ продукттарын етештереү һәм һатыуҙы, мал һәм ҡош-ҡорт башын, малсылыҡтың продуктивлығын арттырғаны өсөн, 1982 һәм 1985 йылдарҙағы БАССР республика социалистик ярыш еңеүсеһе тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Салауат районының 1983 йылғы "Почёт кенәгәһе"нә индерелгән. Коммунистик хеҙмәт ударнигы. Хеҙмәт ветераны.
  • Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы (1.01. 1955) — Совет Армияһының музыка тәрбиәләнеүселәр интернатында уҡыны, Балтиҡ Флоты штабының тынлы оркестрында (валторна) 5 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, БДУ-ның роман-герман филологияһы факультетын тамамлағас, тиҫтә йыл Илсекәй төп мәктәбенең директоры, тарих, инглиз теле, география, технология, музыка уҡытыусыһы булып эшләне; крайҙы өйрәнеүсе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
  • Ғайсаров Ансар Ғөзәйер улы (15.05. 1962) — 1983—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый. Илсекәй төп мәктәбендә, Мөрсәлим урта мәктәбендә математика дәрестәрен уҡыта. Стажы — 37 йыл. БР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (2001), Салауат районы хакимиәте, Салауат районы мәғариф бүлеге, мәктәптең маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән; әүҙем йәмәғәтсе, концерттарҙа аккомпаниатор, рәссам-биҙәүсе.

Илсекәйҙә тыуып үҫкәндәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ишморатова Райхана Исрафил ҡыҙы (1.01.1955) — Дәүләткилдеев исемендәге рәссамдар интернат-мәктәбен (1973), В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтының худграф бүлеген тамамлай, Мәскәү энергетика институтында преподаватель булып эшләне, Мәскәүҙә йәшәй.
  • Бәҙретдинова Шәмсиә Һарун ҡыҙы (1953) — БДМИ-ның педиатрия бүлеген тамамлаған, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар табибы булып эшләй.
  • Абдуллина Миңсылыу Фәйзрахман ҡыҙы, Фәссәхетдинова (1952) — уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе. Мәсәғүт педучилищеһын, БДПИ-ның рус филологияһы факультетын тамамланы, Салауат районы мәктәптәрендә эшләне: Лаҡлы урта мәктәбендә крайҙы өйрәнеү музейын асып, оҙаҡ йылдар уның етәксеһе булды; 2006-2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһында башҡорт теле, 2018-2021 йылдарҙа урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытты; Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
  • Закирйәнов Радик Марат улы (1968) — «Батырлыҡ» ордены кавалеры, полиция подполковнигы. 1988 йылдың 5 ғинуарынан 1989 йылдың 15 февраленә саҡлы Афғанстандағы сикләнгән ғәскәри контингент составында интернациональ бурыс үтәүҙә ҡатанаша. [24]
  • Ғайсарова (Кәримова) Рәфисә Ғөзәйер ҡыҙы (30. 09. 1959) — 1977 йылда Салауат районы Ҡалмаҡол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер йыл Йүрүҙән заводында эшләй. 1978−1983 йылдарҙа Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый. Торналы урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. 1984 йылда тормошҡа сыға. Себерҙә Пим ҡасабаһына (хәҙер — Лянтор ҡалаһы) барып урынлашалар. 1988 йылдан уҡытыусы, тәрбиәсе булып эшләй. 1996 йылдан башлап хаҡлы ялға сыҡҡансы Лянтор Балалар ижады Үҙәгендә методист булып эшләй, «Шахматист» түңәрәген етәкләй. Округ, ҡала, район шахмат турнирҙарында күп тапҡыр призлы урындар яулай. Сургут районы Лянтор ҡалаһы шахмат буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. 2019 йылда «Спорт ҡалаһы Лянтор геройы» тигән наградаға лайыҡ була. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнә.
  • Ямалиева Нәсимә Исрафил ҡыҙы, Йәһүҙина (27.10.1974 — 16.10.2021) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүсе, хореография уҡытыусыһы. Малаяҙ Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Ике тапҡыр «Байыҡ» республика телевидение конкурсы Гран-приһы лауреаты.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдарға рәсми исемдәр бирелмәгән дәүерҙә Аръяғос, Үргөс, Түбәнгөс, Ҡыҙылъяр, Ферма осо тигән атамалар ҡулланыла ине.

Хәҙер:

  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Ҡыҙылъяр урамы (рус.  Кызыл-Яр (улица)
  • Саған урамы — (рус.  Саган (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Тирәк урамы (рус.  Тополиная (улица)[25]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Башташ тау һырттары (25 км-ға һуҙылған)

Иң бейек нөктәһе — Аҡҡашҡа, көньяҡ-көнбайышта, Илсекәй һәм Ҡарағол ауылдарына яҡын урынлашҡан

Көнсығышта: Кәстау, Визир, Ямантау

Йылғалар:

Һикеяҙ, Саған, Һабайылға, Ҡарайылға, Крәке (Һикеяҙ ҡушылдыҡтары)

Шишмәләр:

Хәже шишмәһе, Хөсәйен шишмәһе, Тимер шишмә, Май заводы (Тирмән) шишмәһе, Һыйҙыҡай шишмәһе, Ҡаруй шишмәһе

Ялан-бесәнлектәр:

Айыуалған яланы, Майгүмгән, Шиҙәле, Киндер ере, Өсмөйөш, Абдулла ере, Ҡаруй, Үртәмәй, Шар, Айҙанма, Төбәк, Тапау, Саттыҡ, Йылыгин (Елагин тигән урыҫ исеменән тиҙәр)

Таусыҡтар, түбәләр:

Тирмән ҡаштаҡ, Ҡунаҡай түбәһе, Крәке ҡаштағы, Мылтыҡ түбә

Башҡа урын-ер атамалары:

Һырт (йәштәр киске уйын ҡора торған урын, колхоз келәттәре артында), Ҡыҙылъяр, Арғы (яңғыҙ) ҡарағас, Бирге (яңғыҙ) ҡарағас, Урыҫ юлы, Мүктек, Таштыҡ, Арғыйылға (Һикеяҙ йылғаһының урындағы атамаһы), Аралыҡ (Саған йылғаһының бер урынын шулай йөрөтәләр ине), Сатра (Һикеяҙ менән Саған ҡушылған урындағы һыу инерлек тәрән урынын шулай йөрөтәләр ине)

Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғлүмәт сығанаҡтары.

  1. Хәтер китабында Салауат районы яугирҙәре, Память Башкортостан. Книга 17. Салаватский район, 1-102 с..

Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Айбашев Хәбир Ғиндулла улы __.__.1899 30.05.1943 яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 370-се уҡсылар дивизияһы рядовойы, уҡсы. ОБД Мемориал сайтында. Ленинград өлкәһе, Старорусский райоы, Медниково ауылында ерләнгән.
улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

Хәбәрһеҙ юғалғандар

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Юғалған йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Әхәтов Мөжип Әхмәт улы __.__.1904 11.07.1942 хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 528-се уҡсылар полкы, ОБД Мемориал сайтында
Бәҙретдинов Мәүлиттин Фәхретдин улы __.__.1923 26.02.1943 хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 195-се уҡсылар дивизияһы, 475-се артиллерия полкы рядовойы, телефонсы, ОБД Мемориал сайтында
Бәҙретдинов Вәсил Ғилметдин улы __.__.1921 12.08.1942 хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 1-се гвардия кавалерия дивизияһы, 5-се гвардия кавалерия полкының гвардия рядовойы, ОБД Мемориал сайтында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

Башташ тауында булған фажиғә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2023 йылдың 25 майында Башҡорт Илсекәйендә иҫтәлекле сара үтте. Дәһшәтле 1943 йылдың 24 октябрендә Башташ тауында хәрби самолёт ҡолап шартлай. Ауыл халҡы һәләкәткә тарыған экипаж менән аралаша, уларға ярҙам ҡулын һуҙа. Һәләк булған ҡатын-ҡыҙ лётчикты ерләүҙә ҡатнаша. Әлегә тиклем урындағы халыҡ был ваҡиға тураһында легендаға оҡшаған хикәйәттәр һөйләй.

1943 йылдың 24 октябрендә беҙҙең Салауат районы территорияһында «Силәбе - Куйбышев (Һамар)» курсы буйынса осҡан Г-2 (АНТ-6) ауыр транспорт самолёты һәләкәткә осраған. Бортта 5 кеше булған, икенсе пилот-ҡатын һәләк булған. Уның менән бергә самолетта булғандарҙың хәтерләүенсә, ҡыҙ юл буйына йырлаған. Ҡолағандан һуң, самолёт янып китә. Иҫән ҡалған лётчик менән экипаж ағзалары, ярҙам һорап, Илсекәй ауылына килә. Уларҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ҡыҙҙы Ҡалмаҡол ауылында партизандарҙың туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр.

Силәбе - Куйбышев маршруты буйынса Мәскәү Граджан-һауа флоты идаралығының 2-се отряды экипажы, 2543 килограмм ауырлығындағы насостар һәм абразивтар тейәп рейсҡа сыға. Осош ауырлығы 18700 кг тәшкил иткән.

Силәбе ҡалаһы аэропортынан самолёт 07:30 сәғәттә күтәрелә. 50 минуттан самолет Ҡыштым районына - Кузнецкое күленә, йәғни Уралдың тау һыртына барып етә һәм 680-700 метр бейеклегендәге прибор күрһәткесенә эйә була. Тауҙарҙың бейеклеге бынан алдағы курс буйынса тура осошто үтәргә мөмкинлек бирмәгәс, карап командиры, тауҙарҙың бейек урындарында түбән болот ағымдарынан тайпылыу маҡсатында, вираж яһап, самолётты һулға бора. Тау һырттарының уң яғындағы тәпәшерәк еренә йүнәлтеп, шул уҡ бейеклек шарттарында пилот Балаҡатай районы өҫтөнән оса.

Иртәнге 9:40 сәғәттә экипаж борттағы һауа торошон тапшыра: болотлолоҡ бейеклеге 1200 м, күреү мөмкинлеге 10 км, боҙланыу күҙәтелмәй. Тиҙлеге 40-50 км/сәғәт тәшкил иткән көслө ел һөҙөмтәһендә һәм урындың таулы рельефы арҡаһында түбәнәйгән һауа ағымдары барлыҡҡа килә. Ваҡыты-ваҡыты менән самолёт секундына 3-5 метрға тиклем тиҙлек менән түбәнәйә бара. Шулай итеп, артабанғы осош бейеклекте яйлап юғалтыу менән башҡарыла. Үрҙә күрһәтелгән шарттарҙа осош дауам итә, Туғыҙлы ауылы районында 8-10 минут яуған ҡар аша үтә. Ҡар яуғанда күреү мөмкинлеге 2 саҡрымдан артмай. Ҡар яуған урындан сығыуға 5 минут үтмәй, самолёт ҡарҙың икенсе тулҡынына инә. Күреү мөмкинлеге 800-1000 метрға тиклем ҡыҫҡара. Карап командиры артабан бейеклекте юғалтыу менән бергә машинаның көслө һелкенеүе шарттарында ҡар эсендә осошон дауам итә. Быны күреп, пилот моторҙы минутына 1420 әйләнешкә тиклем арттыра. Һул яҡта күреү мөмкинлеге яҡшыраҡ булып та, алда – уң яҡта һуҙылып ятҡан тау күренгәс, карап командиры, уны уңышлы үтеп булмаҫын аңлап, самолётты һул яҡҡа 20°-ҡа бора. Әммә һул яҡта ла тау булғаны асыҡлана. Самолётты урманға ултыртырға тура килә. Ағастарҙан 4-5 метр өҫтәрәк, сәғәтенә 65 км тиҙлектә, мотроҙарҙы һүндереп, һул яҡҡа бер ни тиклем янтайған килеш, парашюттан һикерергә ҡарар итәләр. Самолёт урман өҫтөнә, ҡаялы урынға барып бәрелә һәм яна башлай. Икенсе пилот ҡатындың йөрәге ярылып үлгәнлеге асыҡлана, 1-се брот-механик йәрәхәттәр ала, ҡалғандары зыян күрмәй. Самолёт өлөшләтә яна, йөк юҡҡа сыға. Катастрофа Башҡорт АССР-ының Салауат районы Илсекәй ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 7 км алыҫлыҡта 10:10-да була

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушаматтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәләҫтәр араһында тотош ауылға йәбешкән ҡушаматтар бар. Мәҫәлән, илсекәйҙәрҙе — «башташтар-ташбаштар», тиҙәр

Электән килгән, мәғәнәләре юйыла барған ҡушаматтар бар. Мәҫәлән, «Тәсти кеүек кейенгән» — «теләһә нисек, арлы-бирле» тигәнде аңлата. ә Тәсти кемдең ҡушаматы булғаны билдәһеҙ.

Юҡты бар тип һөйләгән кешене «Яңыбай», тиҙәр. Ул кеше тыумыштан аҡылға тулы булмаған, хыялланып һөйләшкән. Мәҫәлән, кистән ямғыр яуғанға, иртән күбәләр кибеп өлгөрмәгән икән, ти, Яңыбай бабай: «Хәже сәйнүктән һыу һибеп сыҡҡан»-, тип үпкәләшкән.

Шәп йүгергән бер егетте Ҡоралай тип йөрөткәндәр.

Етеҙ хәрәкәтле, тик тормаҫ бер шәп әбейҙе Жил тирмән ҡарсыҡ тинеләр.

Әбделғәлим исемле бабайҙы бер ҡыҙ, ҡунаҡҡа саҡырғанда, Һуң быуай, тип ҡушаматы менән өндәшә (сөнки исеме шулай тип уйлаған була).

Кешеләр ҡушаматынан уңайһыҙлана, шуның өсөн һанап ҡына үтәйек: Ҡапшал, Кәүшик, Сүтәй, Картошка, Селбәрә, Печенйә, Палтара, Бесәй, Сысҡан, Кәзә, Кеш-кеш, Шәңкә, Соҡой. Ҡайһы бер кешеләрҙе, ғаиләһендә бәләкәй саҡта нисек йөрөткәндәр, ауылдаштар ҙа шулай йөрөтә: Әстә, Томан...

Башҡорт Илсекәйе тураһында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
М.Абдуллина. Илсекәй – боронғо ауыл
  • Ғәббәсова Зилә. «Ҡарға туйы» — байрам тыуы (Илсекәйҙә) — Йүрүҙән, 1994, 42-43-сө һандар, 28 май, 1 июнь.
  • Абдуллина М. Ф. Йолаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ. — Йүрүҙән, 1997, 69-сы һан, 27 август.
  • Абдуллина М. Ф. Тел. Рух. Иман. — Йүрүҙән, 1998, 14-се һан, 18 февраль.
  • Абдуллина М. Ф. «Беҙ, башҡорттар, 50 миллион» тигән мәҡәлә өҫтөндә уйланып… — Йүрүҙән, 1998, 33-сө һан, 25 апрель.
  • Абдуллина М. Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
  • Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
  • Абдуллина А. Ф. Түбәләҫ ырыуы, Йүрүҙән, 1999, 8-се һан
  • Абдуллина М. Ф. Ғүмер емештәре. — Йүрүҙән, 2004, 94-се һан, 20 ноябрь.
  • Абдуллина М. Ф. Слово об отце. — На земле Салавата, 2005, 43-й, 25 мая.
  • Абдуллина М. Ф. Атайғынам, атайым! — Йәшлек, 2009, 58-се һан, 19 май.
  • Абдуллина М. Ф. Ауылым яугирҙәре — Башҡортостан, 2011, 36-сы, 38-се һандар, 24, 26 февраль
  • Абдуллина М. Ф. Әсәйем лөғәте (Әй-Йүрүҙән һөйләше лексикаһына күҙәтеүҙәр) — Киске Өфө, 2012 й. — 29-сы һан, 16 б., 2014 й. — 38-се һан, 16 б., 41-се һан, 16 б., 44-се һан, 16 б., 45-се һан , 11 б., 46-сы һан, 11 б.
  • Абдуллина М. Ф. Өй һалды, ағас ултыртты… — Киске Өфө, 2012 й., 24-се һан, 16-22 июнь, 12 б.
  • Такиуллин Радик. Служба в «Афгане, три командировки в Чечню…»- На земле Салавата, 2013 й., 16-й, 22 февраля.
  • Абдуллина М. Ф. Оло йәштәгеләргә … байрам да, иғтибар ҙа кәрәк — Киске Өфө, 2013 й., — 39-сы һан, 28 сентябрь-4 октябрь
  • Абдуллина М. Ф. Мәҙәниәт йылы … ауылдарыбыҙға ла барып етһен ине — Киске Өфө, 2014 й. — 12-се һан, 22-28 март
  • Абдуллина М. Ф. Һеҙҙең ауылда нисектер, бына беҙҙең ауылда…(юмор) Киске Өфө, 2014 й.- 13-сө һан, 29 март-4 апрель
  • Абдуллина М. Ф. Ауылдарҙы бөлдөрөүме был? Киске Өфө, 2015 й., — 34-се һан, 22-28 август
  • Шамиль Ахметшин Здравствуйте, односельчане! В Баш-Ильчикеево прошли народные гуляния в форме сабантуя. На земле Салавата, 2015 г. — № 49, 17 июня.
  • Мирхәйҙәров. Р. М. Аралашыу — үҙе ҙур байрам Йүрүҙән, 2017 й. — 63-сө һан, 8 август

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 142—144 с. (История д. Ильчикаево)
  • Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск. etomesto.com. Дата обращения: 10 декабрь 2020.
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Башҡорт Илсекәйе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
  6. Башҡорт Илсекәйе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Абдуллина М. Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август; (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)
  8. Башҡорт Илсекәйе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI_XIX вв.
  10. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 522. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. 11,0 11,1 11,2 Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  12. Паллас П.-С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. I_III ч. С.-П., 1773—1788
  13. Диҡҡәт Бураҡаев. Боронғо башҡорттарҙа дары яһау
  14. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  15. И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Исследование документальных источников, 2-е издание. Уфа: Китап 1992
  16. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  17. Версионную таблицу об участниках Отечественной войны 1812 д. Ильчикеево составила в 2012 году (к 200-летию события) краевед Абдуллина (Фассахетдинова) М. Ф.
  18. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 522. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  19. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001.
  20. Башҡорт Илсекәйе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  21. записи краеведа Абдуллиной М. Ф.
  22. Башҡорт Илсекәйе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  23. https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
  24. Такиуллин Радик. Служба в «Афгане»…- На земле Салавата, 22 февраля, 2013, № 16
  25. Карта д. Баш-Ильчикеево. Улицы