Эстәлеккә күсергә

Илсекәй Биктуғанов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илсекәй Биктуғанов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1729
Тыуған урыны Түбәләҫ, Рәсәй
Вафат булған көнө 1812
Һөнәр төрө яугир

Илсекәй Биктуғанов (1729 йыл1812 йыл) — хәрби эшмәкәр, Е. И. Пугачёв етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан[1].

Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы Иштуған ауылы башҡорто. Һуңғараҡ шул уҡ улустың Биктуған ауылында, ул яндырылғандан һуң, Илсекәй ауылында (хәҙер — Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылы) йәшәгән[2].

«Илсекәй ауылының исеме атаһы, ағай-энеһе, бабайҙары менән Оло Ҡатау (Катав-Ивановск) заводына улыс ерҙәрен бер генә тапҡыр һатмаған әүҙем общинник һәм йөҙ башы (сотник) Илсекәй Биктуғанов исеме менән бәйле. Уның шәжәрәһе түбәндәгесә: Тархандың улы Мишәр. Мишәр Тарханов Мишәр ауылында йәшәгән, 1740 йылда Түбәләҫ улусы старшинаһы булған Мишәрҙең улдары Иштуған, Биктуған — өсөһө лә, шулай уҡ Күсәш һәм Таҡый Мишәровтар, Илсекәй һәм Монас Биктуғановтар 1740 йылдағы ихтилалда ҡатнашҡандар»

[3].

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы

1774 йылда Түбәләҫ улусы башҡорттарынан торған командаһы менән Юлай Аҙналиндың йыйылма отрядына ҡушыла. Баш күтәреүселәр Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ һәм Ҡытау-Ивановск заводтары районында хәрәкәт иткән.

1773—1775 йылдарҙағы Салауат Юлаев етәкселегендәге көрәшкә Илсекәй ауылынан Ғәбдеш Таҡил, Аҡһары Йосопов, Илсекәй Биктуғанов, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев (Күсәбаев) (Һунбыҡ нәҫеленән), Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов, Биҡҡол Тәүешев (Тәүеш нәҫеленән), Сүрәкәй ауылынан Ҡалмаҡҡол Килтәков, Арыҫланғол Собханғолов, Ҡарағол ауылынан Ишембәт Иҫәк(н)әев ҡушыла. Улар бөтәһе лә С. Юлаев һәм уның атаһы Ю.Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Ошо шаһиттар Эҫем заводын яндырыу, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр. Әммә С. Юлаевтың һәм Ю. Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һорауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек»,- тип яуап бирәләр. Был мөмкин тиклем ихтилал етәкселәрен яҡларға тырышыу тураһында һөйләй[4].

1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ улусы старшинаһы вазифаһын башҡарған Собханғол Килтәков (1720—1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. «Салауат Юлаев» энциклопедияһында Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашыусы, полковник, тигән аңлатма бирелә. 1773 йылда ул, улустың батыр йөрәкле ирҙәрен йыйып, Һатҡы заводына һөжүм иткән[5].

Килтәков Көнгөрҙә язалап үлтерелгәндән һуң, Илсекәй Биктуғанов ихтилалдан ситләшә һәм 1774 йылдың 11 ноябрендә Силәбе ҡәлғәһенә килеп властар алдында ғәйебен таный[6][7].

Өфө воеводаһы А. Н. Борисов Илсекәй Биктуғановты Түбәләҫ улусы старшинаһы итеп тәғәйенләй.

1775 йылдың май-июнендә Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин эше буйынса Өфө провинциаль канцелярияһында тикшереү һәм суд барышында ғәйепләү шаһиты булып сығыш яһай[8].

  1. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.
  3. Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия
  4. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  5. Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследование документальных источников. — Уфа: Китап, 2004.
  6. Генеалогия и архивы. Ильчикеево 2021 йыл 2 октябрь архивланған.
  7. Салават Юлаев: Энциклопедия. Ильчикей Биктуганов, 139 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  8. Салават Юлаев: Энциклопедия. Ильчикей Биктуганов, 139 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследование документальных источников. — Уфа: Китап, 2004.
  • Салават Юлаев: Энциклопедия. Ильчикей Биктуганов, 139 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  • РГАДА. Ф.6, оп.1, д.627, ч.12, л.189;Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.
  • Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.