Эстәлеккә күсергә

Ҡытау-Ивановск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Ҡытау-Ивановск
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Катав-Ивановск (Ҡытау-Ивановск)

Муниципаль районы

Ҡытау-Ивановск

Ҡала ултырағы

Ҡытау-Ивановск

Координаталар

54°45′ с. ш. 58°12′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Иван Норко

Нигеҙләнгән

1755 йыл

Ҡала с

1939 йылда

Майҙаны

24,70 км²

Бейеклеге

477 м

Халҡы

16 333[1] кеше (2016)

Тығыҙлығы

661,26 кеше/км²

Этнохороним

ҡытау-ивановсылар, ҡытау-ивановсы

Телефон коды

+7 35147

Почта индексы

456110

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 424

Код ОКТМО

75 629 101 001

Номер в ГКГН

0012500

Рәсми сайт

katavivan.ru

Ҡытау-Ивановск (Рәсәй)
Ҡытау-Ивановск
Ҡытау-Ивановск

Ҡытау-Ивановск — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡытау- Ивановск районындағы ҡала. Райондың һәм Ҡытау-Ивановск ҡала биләмәһенең административ үҙәге. Халыҡ һаны — 16 333[1] кеше (2016) тәшкил итә.

Ҡала сауҙәгәрҙәр һәм сәнәғәтселәр Иван Твердышев һәм уның кейәүе Иван Мясников хөрмәтенә һәм Ҡытау йылғаһы исемен өҫтәү рәүешендә аталған. Гидроним үҙ сиратында Ҡатай башҡорт ырыуы этнонимынан килеп сыҡҡан[2].

Силәбенән 260 км алыҫлыҡта Ҡатай йылғаһы буйында урынлашҡан.

Сембер сауҙагәрҙәре һәм сәнәғәтселәре Иван Борисович Твердышев һәм уның кейәүе Иван Семенович Мясников бай тимер рудалы Баҡал ятҡылығын тикшереп, 1755 йылда Өфө губернаһының Өфө өйәҙендәге Ҡытау йылғаһы ярында тимер эшләү заводына, Йүрүҙән-Ивановка сүкеш (молотовый) һәм домна заводына, 1758 йылда — Ҡытау йылғаһының Йүрүҙән менән ҡушылған урында Ҡытаутамаҡ сүкеш заводына нигеҙ һалалар[3]. Тәүге тиҫтә йылдарҙа Ҡытау-Ивановка заводы суйын етештереүсәнлеге һәм сифаты буйынса Уралда баш завод һәм Рәсәйҙә иң алдынғыларҙан һанала, швед һәм инглиз домна производстволарын уҙып китә. 150 йыл дауамында Белосельский-Белозерскийҙар кенәздәр (И. С. Мясников вариҫтары) ҡарамағында була. 1922 йылда Өфө губернаһы бөтөрөлгәндән һуң Ҡытау-Ивановск, Усть-Ҡытау улустары Силәбе губернаһының Златоуст өйәҙенә ҡушылалар. Артабан 1923 йылда Урал өлкәһе ойошторолоуынан һуң Златоуст округына үҙгәртелә. 1934 йылда, Урал өлкәһе Силәбе өлкәһе һәм Свердловск өлкәһенә бүленгәндән һуң, 1935 йылда Силәбе өлкәһе составында Ҡытау районы булдырыла, уның үҙәге итеп Ҡытау-Ивановск билдәләнә, 1933 йылда ҡала статусын ала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Йүрүҙәнгә Тула ҡалаһынан ҡорал эшләү заводы, Ҡытау-Ивановск ҡалаһына — Киров оборона заводы (Смоленск өлкәһе) һәм Ленинград штурман приборҙары заводы эвакуациялана. 1942 йылда Йүрүҙән һәм Усть-Ҡытау завод ҡасабалары район ҡарамағындағы ҡала статусын алдылар. 1965 йылдың 12 ғинуарында элекке Ҡытау районы сиктәрендә Ҡытау-Ивановск районы ойошторола. 1979 йылдың декабрендә Ҡытау-Ивановск районынан тирә-яҡ биләмәләре һәм бер нисә ауылы менән бергә Усть-Ҡытау ҡалаһы үҙаллы административ-территориаль берәмеге булараҡ Силәбе өлкәһенә бирелә. 1997 йылда «Ҡытау-Ивановск ҡалаһы һәм Ҡытау-Ивановск районы» муниципаль берәмеге булдырыла[4]

XVIII быуат аҙағынан XIX быуат аҙағына тиклем урыҫ дворян нәҫеленән Белосельский-Белозерскийҙар кенәздәре биләмәләренә ҡарай. Ҡытау-Ивановка заводы Ҡытау тау заводы округының үҙәге була.

1914 йылда цемент цехы сафҡа ебәрелә. 1979 йылда Ҡытау-Ивановск районының бер өлөшө Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы составына инә[5].

1933 йылдың 27 авгусынан — ҡала тибындағы ҡасаба, 1939 йылдың 27 авгусында ҡала статусын ала.  1935 йылдан — Ҡытау районы үҙәге.

Халыҡ иҫәбе
1931[6]1939[6]1959[7]1967[6]1970[8]1979[9]1989[10]
10 00014 30020 57320 00020 18822 79524 972
1992[6]1996[6]1998[6]2002[11]2003[6]2005[6]2006[6]
24 70022 80022 20020 16220 20019 60019 200
2007[6]2008[1]2009[12]2010[13]2011[14]2012[15]2013[16]
19 00018 11018 66317 63017 59517 33717 032
2014[17]2015[18]2016[1]
16 73216 55416 333



2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[19] ҡалаһы араһында [20] 375-се урында була


  • Азин Леонид Александрович (1923—1996) — совет ғалим-агрономы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
  • Азина Мария Александровна (1905—1990) — совет ғалим-табибы, медицина фәндәре докторы, профессор.
  • Ҡытау-Ивановск ҡойоу заводы
  • «Ҡытау цементы» заводы
  • Ҡытау-Ивановск приборҙар эшләү заводы
  • ЯАЙ «СМАРТ»
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  2. Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 123.
  3. Твердышевы, Иван Борисович и Яков Борисович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  4. История Катав-Ивановска
  5. Катавские новости 2018 йыл 27 май архивланған.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 Народная энциклопедия «Мой город». Катав-Ивановск
  7. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  10. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  12. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  13. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  14. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  17. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  19. с учётом городов Крыма
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  • Администрация Катав-Ивановского муниципального района
  • Катав-Ивановск в энциклопедии «Мой город» Информационно развлекательный портал Катав-Ивановска
  • Катав Ивановская станция Запрудовка до 60 — х годов была и станцией Белорецкой узкоколейки
  • Фотографии г. Катав-Ивановска Катав-Ивановск в энциклопедии Челябинской области
  • Список памятников культурного наследия Катав-Ивановска в Викигиде