Ҡатай (Йүрүҙән ҡушылдығы)
Ҡатай | |
Ҡайҙа ҡоя | Йүрүҙән |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Күрәҙә, Кесе Ҡатай (йылға) һәм Нила (Ҡатай ҡушылдығы) |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 1100 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 95 km |
Ҡатай Викимилектә |
Ҡатай, Ҡытау (үрендә — Оло Ҡатай, Оло Ҡытау, рус. Катав) — йылға Көньяҡ Урал биләмәһендә, Йүрүҙәндең һул ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 111 км[2], һыуйыйғыс майҙаны — 1100 км².[3]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға Силәбе өлкәһе Барская Шишка тауынан 2 км көнбайыштараҡ баш ала, Башҡортостан территорияһы буйлап 16 км самаһы үтә, унда Кесе Ҡатай йылғаһы менән ҡауыша, артабан Ҡытау-Ивановск районы биләмәһе буйлап аға.
Йылға йырҙаһында һикәлтәләр күп, ағымы шәп, ә ярҙарында дәүмәле буйынса ҙур булмаған тиҫтәгә яҡын мәмерйә урынлашҡан. Ҡытау-Ивановск һәм Ҡытаутамаҡ ҡалаларында һыуы быуалар менән көйләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатай йылғаһы ике ҡаланың: Ҡытау-Ивановскиҙың һәм Ҡытаутамаҡтың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған. Икеһе лә Бакал ятҡылығынан алыҫ түгел тимер эшкәртеү заводтары төҙөргә уйлаған Иван Твердышев һәм Иван Мясников мәғдәнселек эшмәкәрлеге арҡаһында нигеҙләнгән. Сәнәғәтселәргә заводтар төҙөү өсөн мотлаҡ йылға кәрәк булған. 1755 йылда — Ҡытау-Ивановск тимер етештереү заводына, ә өс йылдан Ҡытаутамаҡ сүкеш заводына нигеҙ һалына, 1757 йылда улар Йүрүҙән йылғаһы буйында ла шундай завод төҙөй. Йылға заводтың көндәлек эшен дә хеҙмәтләндерә, Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнә әҙер продукцияны ағыҙыу өсөн дә хеҙмәт итә.
1941 йылда Ҡатай йылғаһы буйына болид төшә, мәгәр һуғыш барыуы арҡаһында ул ентекле өйрәнелмәй ҡала.
«Челябинский рабочий» гәзитенең 1941 йылғы 11 апрель һанында был ваҡиғаны һүрәтләп яҙып сыҡҡан[4][5]
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатай йылғаһының иң оҙон ҡушылдыҡтары: Малиновый ручей — 56 км, Нила (Ҡатай ҡушылдығы) - 60 км, Күрәҙә — 81 км, Кесе Ҡатай — 95 км
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға исеме башҡорт халҡының Ҡатай ырыуы этнонимынан килеп сыҡҡан[6].
Топонимдар буйынса мәҡәләләр яҙған В. А. Никонов үҙенең «Краткий топонимический словарь» һүҙлегендә гидронимды башҡорт телендәге ҡатыу — йәғни «кибеү, бысраныу» һүҙе менән бәйләгән. Мәгәр, атама бирелгән ваҡытта йылға ҡушылдыҡтары өҫтәлә барып, тулы һыулы булған, әле лә был тау йылғаһы үрге өлөшөндә таҙа, хатта бәрҙе балығы ла осрай. Был балыҡты тотоу тыйыла, эләккән осраҡта кире ебәреү талап ителә[7].
Силәбе өлкәһендә сәнәғәтселәр ҡатайҙарҙан алған ерҙәрен урыҫ телендә «катав» тип атай башлаған һәм, йыш ҡына күҙәтелгәнсә, башҡорт теленә «ҡатау, ҡытау» булып әйләнеп ҡайтҡан — миҫалға, Ҡытау-Ивановск һәм Ҡытаутамаҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ «Ҡатай (Йүрүҙән ҡушылдығы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 123.
- ↑ Загадка Катавского метеорита//Ураловед
- ↑ «9 апреля 1941 года в пять часов утра жители Катав-Ивановского района стали свидетелями необыкновенного явления: в темноте ночи появился ослепительный свет, раздался гул, сопровождавшийся сотрясением воздуха… Этот звук был сопоставим с грохотом мчавшегося на всех парах паровоза… Очевидцы отмечали, что видели, как во время полета в низких слоях атмосферы от шара отлетали какие-то осколки…»
- ↑ Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 123.
- ↑ Река Катав//Туристический портал Челябинской области 2021 йыл 4 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Берхгольц Л. Горные башкиры — катайцы. М., 1893. 6 л. — Отд.отпеч. Э тнографическое обозрение, 1893, № 3-4, с. 74-84.