Юлай Аҙналин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юлай Аҙналин
Тыуған көнө:

1730({{padleft:1730|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө өйәҙе Шайтан-Көҙөй олоҫо Тәкәй ауылы[1]

Ил:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

1798 йылдар тирәһе

Вафат булған урыны:

Эстония Рогервик (хәҙерге Палдиски)

Балалары:

Салауат Юлай улы

Юлай Аҙналин (17221797-1800 араһы) — башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлай Аҙналин Тәкәй ауылында тыуа (хәҙерге Салауат районы), Шайтан-Көҙәй ырыуы тархандары нәҫеленән. 1750-се йылдарҙа Юлай Рәсәй империяһы армияһында йөҙ башы булып хеҙмәт итә, 1766 йылда улус старшинаһы вазифаһына тәғәйенләнә. 1771—1773 йылдарҙа башҡорт иррегулярных ғәскәрендә хеҙмәт итә. Үҙенең ҡул аҫтындағы хәрби башҡорттар менән Ырымбур сик буйы линияларын һаҡлауҙа, ике тапҡыр алыҫ хәрби походтарҙа ҡатнаша. 1755 йылғы башҡорт ихтилалдарында ла ҡатнашыуы ихтимал, әммә был факт бер ниндәй документ менән дә раҫланмай.

Хәрби походтарҙа ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1771—1773 йылдарҙа Бар конфедераттарына ҡаршы Польша походында ҡатнаша. Был походҡа 3 мең башҡорт ебәрелә, уларҙан 300-әр кешенән торған 10 партия ойошторола. Юлай Аҙналин 6-сы партия менән командалыҡ итә. Был походта ҡатнашҡан өсөн бәләкәй ғәскәр байрағы менән бүләкләнә[2]. Батырлығы өсөн бирелгән награданы Юлай 1773 йылдың октябрендә үҙенең улы Салауатҡа тапшыра. Атаһының наградаһы Салауат өсөн ғарилә ҡормартҡыһы булараҡ бик ҡәҙерле була.

Заводчик Я. Б. Твердышев менән суд низағтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуат уртаһында Көньяҡ Урал территорияһын әүҙем колонизациялау башлана. Баҫҡынсылыҡ сәйәсәте, әлбиттә, төп халыҡ булған башҡорттарҙың ҡаршы тороуына юлыға. Сөнки заводтарҙы төҙөү өсөн ғәйәт күп ер участкалары законһыҙ рәүештә башҡорттарҙар тартып алына. Ерҙе һатыу тураһындағы юридик документтар артында алдау, ҡайһы бер вазифалы кешеләрҙең тауыштарын һатып алыу, һатыу—һатып алыу килешеүен төҙөү өсөн башҡорттарға рәсми рәүештә баҫым яһау ысулдарын ҡулланыу тора. Юлай башҡорттарҙы ерҙәрен һатырға мәжбүр иткән, шуның менән үҙ мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн аңлы рәүештә закондарҙы боҙған губерна чиновниктары менән көрәшә[3]. Заводчик Я. Б. Твердышев һәм Эҫем тимер иретеү заводы төҙөлгән Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары араһындағы мөнәсәбәт быға миҫал булып тора[4].

Ырымбур дәүләт архивы документтарында Твердышевтың был улус ерҙәрен үҙ милкенә алырға тырышыуы тураһындағы мәғлүмәттәр бар. Әммә заводчик Яков Борисович ер һатып алыу мәсьәләһендә йорт старшинаһы Аҙналиндың ҡаршы тороуына тап була. Башҡорттарға баҫым яһау маҡсатында Твердышев губерна властарынан ярҙам һорарға һәм аҫаба бащҡорттарҙың бер нисәһенең тауышын һатып алырға ҡарар итә. 1762 йылда Ырымбур отряды гарнизоны Юлай һәм уның бер нисә арҡалашын көс ҡулланып Ҡытау-Ивановск заводына килтерә. Башҡорттарға губерна канцелярияһының улус ерҙәрен кисекмәҫтан заводчикҡа тапшырырға тигән указы Твердышевтың күҙ алдында уҡыла, ләкин Аҙналин ҡайтанан ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерә. Ул сағында заводчик Яков Борисович хәйләләп ерҙе ҡулына төшөрмәксе була. Башҡорттар араһында икенсе төрлө фекерлеләрҙең будыуынан файҙаланып, ул шул ер хужаларының береһе булған старшина Шығанай Борсаҡовты үҙ яғына ауҙара. Твердышев улус башҡорттарының дөйөм ихтыярына ҡаршы килеп, старшина Шығанай Борсаҡов менән ер һатыу—һатып алыу тураһында килешеү төҙөй. Шулай итеп, Твердышев һәм губерна администрацияһы аңлы рәүештә ерҙе һатыу—һатып алыу йәки арендаға алыу тураһындағы килешеүҙең ерҙең юридик милекселәре булған башҡорт общинаһының бөтә ағзалары менән дә төҙөлөргә тейешлеге тураһындағы законды боҙоуға бара. Юлай Аҙналин властарҙың бындай хыянаты менән килешә алмай. Старшина булып һайланғас, оҙаҡ йылдар буйына законһыҙ рәүештә тартып алынған ерҙәрҙе кире ҡайтарырға тырыша. Ләкин бөтә суд ултырыштары ла башҡорттарҙың еңелеүе менән тамамлана: Юлай һәм үҙ хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһаған башҡорттарға ҙур күләмдә штраф һалына (600 һум).

Шәхси сифаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлай Аҙналин ғәҙел булыуы менән айырылып тора, бер ҡасан да байлыҡ туплауҙы маҡсат итеп ҡуймай һәм арҡалаштары араһында тыуған бәхәстәрҙе лә ике яҡ та риза булырлыҡ итеп хәл итә. Ә бына хөкүмәткә ҡарата уның үпкәһе ҙур була. Ырымбур губернаторы Путятин үҙ ваҡытында Юлай Аҙналинға старшина вазифаһын ғына түгел, ә ҙур ғына ер биләмәһен дә бүлеп биргән була. Шул бүләк ителгән ерҙәр аҙаҡ Эҫем заводын һәм казактар станицаһын төҙөү өсөн тартып алына[5][6].

Урыҫ яҙыусыһы Ф. Д. Нефёдов 1880 йылда Юлай тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

Юлай Аҙналин бай, аҡыллы һәм кеше араһында бик абруйлы кеше була, ул башҡорттар араһында ихтирам менән файҙалана, властар ҙа башҡорт старшинаһына ҙур ышаныс менән ҡарай. Уның урыҫ хөкүмәтенә тоғролоғо бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай… Әммә ысынбарлыҡта башҡорт старшинаһы бөтөнләй икенсе төрлө ҡараштағы шәхес була. Юлайҙың күҙ алдында башҡорт ауылдары яндырыла, башҡорт ерҙәре талана; уның үҙенең ерҙәрен купец Твёрдышев Эҫем заводын һәм урыҫ ауылын төҙөү өсөн тартып ала. Үҙенең Тыуған илен яратҡан ысын башҡорт булараҡ, Юлай битараф тамашасы булып ҡала алмай, властар алдында үҙ тойғоларын йәшерһә лә күңелендә үс алыу тойғоһон һаҡлай.

Юлай Аҙналин русса яҙа белмәй, әммә белемдең кәрәклеген аңлап, улының уҡый һәм яҙа белеүенә өлгәшә. Салауаттың төрки яҙмаһын үҙләштереүендә лә атаһының ҡатнашлығы ҙур. Улы Салауат Тыуған иленә һөйөү һәм милли ғорурлыҡ мөхитендә тәрбиәләнә.

1773—1775 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәңгелеккә табан юл башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

18-се быуатта Волга буйы, Урал һәм Ырымбур сик буйы территорияларының урындағы төп халыҡтың милкендә булған ерҙәре әүҙем рәүештә үҙләштерелә башлай. Тиҙ арала күтәрелеп киткән Урал заводтарында эшсе көстәрҙең етешмәүе һәм урындағы халыҡтың уларға ҡарата кире ҡарашта булыуына бәйле көсөргәнешле хәл килеп тыуа. Хөкүмәт был мәсьәләне өлөшләтә хәл итә: заводта эшләүсе крәҫтиәндәрҙе шәхси тау заводтарына тапшыра. Крәҫтиәндәр үҙҙәренең ер участкаларында эшләүҙән тыш заводтарҙа ла эшләргә бурыслы була. Өҫтәүенә Екатерины Икенсенең 1767 йылдың 22 авгусында крәҫтиәндәрҙең помещиктарҙан зарланыуҙарын тыйыу тураһындағы Указы сыға. Һөҙөмтәлә крәҫтиәндәрҙең хоҡуҡтары ҡыҫырыҡлана, улар заводчиктар файҙаланған өҫтөнлөктәр менән файҙалана алмай. Крәҫтиәндәрҙең ҡол хәлендә булыуы усадьбаларҙа ҡылынған енәйәттәр йәки хужаларҙың кәмһетеүҙәре уларҙың хәлен тағы ла мөшкөлләндерә. Яйыҡ казактарының да ауыр хәлдә булыуын әйтеп үтергә кәрәк, ә бит улар, крәҫтиәндәрҙән айырмалы, реаль көскә эйә була.

1772 йылда император Петр III ғәли йәнәптәренең ҡотолоп ҡалыуы тураһындағы имеш-мимеш тарала башлай. Үҙен Петр III тип атаған кеше Емельян Иванович Пугачёв — Дон казагы. Уның тирәһенә үҙ хәлдәре менән риза булмағандар йыйыла башлай, әкренләп тотош бер армия туплана. Пугачёв ихтилалы ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҙур ғына территорияларҙы биләп ала һәм ысын халыҡ һуғышына әүерелә.

Баш күтәреүселәр яғына сығыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1773 йылдың октябрендә Юлай Аҙналин улы Салауат командалығында 1200 кешенән торған һыбайлы яугирҙәр отрядын баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғышырға тейеш булған йыйылма отряд туплана торған урынға — Стәрлетамаҡ пристаненә ебәрә. Ә генерал Кар командалығындағы йыйылма отряд Ырымбурҙан ебәрелә. Ләкин Салауат, халыҡтың ниндәй ауыр хәлдә йәшәүен күреп үҫкәнгә күрә, 1773 йылдың 10 ноябрендә Ырымбурҙан 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бикҡол ауылы янында отряды менән Пугачёвтың баш күтәргән армияһына ҡушылырға ҡарар итә. Пугачёвсыларҙың башҡорттар араһында әүҙем агитация алып барыуы лә, императрица тарафынан баш күтәреүселәрҙе баҫтырырға ебәрелгән генерал-майор Кар корпусының еңелеүе тураһындағы хәбәр ҙә Салауат отрядын баш күтәреүселәр янына килтерә. Юлай Аҙналин үҙе 1773 йылдың декабрендә Пугачёв ихтилалына ҡушыла.

Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүҙәрәк Юлай Аҙналин Пугачёв хәрәкәтендә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй, ләкин, 1774 йылдың яҙынан ул үҙ улусындағы башҡорттар отрядына командалыҡ итеп, Салауат һәм пугачевсыларҙың башҡа юлбашсылары менән бергә Эҫем заводы янында һәм башҡа урындарҙа карателдәргә ҡаршы һуғыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә[7]. Июнь айында Пугачёв менән осрашҡанында атаман чинына лайыҡ була һәм башҡорттарҙы баш күтәреүселәр отрядтарына ылыҡтырыу буйынса задание ала.

Баш һалыуы һәм үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1774 йылдың көҙөндә, баш күтәреүселәр хәрәкәте уңышһыҙлыҡтарға осрай башлағас, Юлай баш һалырға ҡарар итә, 31 октябрҙә, батша алдында үҙ ғәйебен танып, карателдәр командаһы начальнигы подполковник И. Л. Тимашевҡа мөрәжәғәт итә. Тиҙҙән Юлайҙы Ҡаҙанға конвой менән оҙаталар. Артабан ентекле тикшереү эштәрен үткәреү өсөн Ырымбур губернаһына алып китәләр. Унда тикшеренеү эштәрен Өфө провинция канцелярияһы алып бара. Юлайға һәм уның улына ҡамсы менән һуҡтырыу язаһын бирәләр һәм ғүмерлеккә Эстляндия губернаһына (хәҙер Эстониялағы Палдиски ҡалаһы) каторгаға ебәрәләр. Документтар буйынса Юлай Аҙналин каторгала 20 йыл булғандан һуң баҡыйлыҡҡа күсә. Һуңғы тапҡыр Юлай тураһындағы документ 1797 йылдың июлендә тултырыла.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат районының Йонос ауылында Юлай Шишмәһе төҙөкләндерелде.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Наш Салават. Уфа, 1973;
  • Сидоров В. В. О судьбе последних пугачевцев-башкир // Вопросы истории. 1974, № 1;
  • Асфандияров А.3. Юлай Азналин // Урал. 1977, № 1. 173—175-се биттәр;
  • Шәкүр Рәшит. Юлай Аҙналин //Шоңҡар. 1995, № 5;
  • Юлай Азналин // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл.редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996;
  • Гвоздикова И. М. Подвиг старшины //Республика Башкортостан. 2005, 18 июня.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар — Өфө: Китап, 2005. — 376 б. — ISBN 5-295-02098-3.

http://www.bashinform.ru/news/804085-v-bashkirii-posle-blagoustroystva-otkrylsya-rodnik-yulaya/#image_4