Эстәлеккә күсергә

Шағанай Бурһыҡов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шығанай Борсаҡов битенән йүнәлтелде)
Шағанай Бурһыҡов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Юлай ауылы

Шағанай Бурһыҡов (Шағанай Бурһыҡов (рус. Барсуков) — мәғдән эҙләүсе. Себер юлы Көҙәй улусы Шағанай ауылы (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы[1].

Шағанай Бурһыҡов[2] 1740 йылда Себер юлы Тырнаҡлы улусының Үҙән йылғаһы территорияһында тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын тапҡан. 1743 йылға саҡлы Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булған.

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1735—1740 йылдарҙағы баш күтәреүселәрҙең етәксеһе Төлкөсура Алдағоловты ҡулға алыуҙа ҡатнашҡан.

1745 йылда императрица Елизавета Петровнаға Өфө вице-губернаторы П. Д. Аксаковтың Шағанай Бурһыҡовтың власты үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыуы тураһындағы яҙма ғаризаһында был старшина халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлегенә килтергән иң яуыз етәксе итеп күрһәтелгән. Вазифаһынан бушатылғандан һуң да, Себер юлы Шайтан-Көҙәй улусының формаль булмаған башлығы булып ҡалған.

1758 йылда И. С. Мясниковҡа һәм Я. Б. Твердышевҡа Шайтан-Көҙәй улусы территорияһында ерҙәрҙе оҙайлы ваҡытҡа ҡортом биләмәһе итеп биргән, Үрге Эҫем заводын һалырға рөхсәт биргән. Заводсылар уны, әлбиттә, яйлап һатып алған. Шағанай Бурһыҡовтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[3].

1742 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Шағанай Бурһыҡов барлыҡ дүрт даруға улустарының 25 старшинаһы һәм йөҙбашы менән бергә Өфө вице-губернаторы П. Д. Аксаковҡа түбәндәге үтенес һәм тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт иткән:

1. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан өсөн язалап үлтерелгән һәм һөргөнгә оҙатылған башҡорттарҙың ҡатындарына һәм ҡыҙҙарына өйләнергә рөхсәт биреүҙәрен, «штраф аттарын түләмәйсә», шулай уҡ ихтилал ваҡытында башҡа диндә торғандарҙың үҙ-ара дәғүәләрен тикшереүҙәренән баш тартыуҙарын һорағандар.

2. Аҫаба ерҙренә индергәне өсөн, керҙәштәр башҡорттарға түләүҙәрҙе дауам итергә тейеш.

3. Шәриғәт хөкөмө эшләүен дауам итһен.

4. Һәр никахтан 25 тин күләмендә йыйылған "туй аҡсаһын"ан баш тартыуҙы.

5. Яһаҡты Өфөгә үҙҙәре ташымау маҡсатында, уны йыйыуҙы йыйыусы-дворяндарға ҡушыуҙы үтенгәндәр.

Шағанай Бурһыҡовтың башҡорт йәмғиәтендәге башҡа старшиналар араһында юғары дәрәжәһе уның, Ҡаршын улусы старшинаһы Мөхәмәтшәрип Мерәков, Елдәк улусы — Әхмәр мулла Әсәнов, Һунлар улусы — Яҡуп Сынмырҙин, Ҡаратабын улусынан — Ҡыҙрас Муллаҡаев, баш мишәр старшинаһы Яныш Абдуллин, ике йөҙбашы Ибраш Ҡотоев (башҡорт), Иткәй Ҡолмаев (мишәр), 12 хеҙмәтсеһе һәм тәржемәсе Шафый Янайҙаров менән, капрал һәм драгун оҙатыуында, 26 ылауҙа Мәскәүгә барыу мөмкинлеген биргән. Баш ҡалала улар 14 февралдән 15 июнгә саҡлы булғандар. Сөнки императрица Елизаве­та Петровна уларҙы үҙенең тәхеткә ултырыу тантанаһы ыңғайы аудиенцияһында, 1742 йылдың 26 апрелендә генә, ҡабул итә һәм башҡорт илселәре «ғали йәнәптәренә батмуста ике ҡырҡ кеш тиреһе бүләк итә». Башҡорт эштәре буйынса Комиссия начальнигы генерал Л. Я. Соймонов депутация вәкилдәренә түбәндәге ҡылыҡһырлама биргән:

«Оные старшины самовернейшие из башкирского народа, хотя в них старшина Шигай сначала того бунта и не бывал еще в верности и во услугах, но оказывал свою верную службу при окончании того бунта поимкою вновь паки начи­нателя бунту главного вора Тюлькучуру Аллагулова (Алдагулов), старшины Кущинской волости, предводителя восстания 1735—1740 гг., который имел намерение к присяге, токмо пыткою до того не допущен»

.

  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992.
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001; книга 9, с. 126—139
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.