Көҙәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көҙәй ырыуы
Файл:Kudej.jpg
Ырыу тамғаһы: һәнәк, ҡапҡа, ҡаҙаяҡ, өҙәңге, тырма
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: ? мең
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Халыҡ

башҡорттар

Туғандаш халыҡтар

төрки халыҡтары

Этник төркөм

• [[|]] • • [[|]] • [[|]] • [[|]] • • [[]] • [[]] • • [[]] • • [[ ]] • [[ ]] • [[ ]] • • [[ ]] • [[ ]] һ.б.

Көҙәй — ҡатмарлы составлы башҡорт ҡәбиләһе. Тарихи үҫеш дәүерендә Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған.

Ырыу составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • шайтан-көҙәй.
  • ҡыр-көҙәй,
  • төрөкмән-көҙәй,
  • урман-көҙәй,
  • бүләкәй-көҙәй,

Тамғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҙәйҙәрҙең ырыу тамғалары төрлөсә. Шайтан-, Ҡыр-, Төрөкмән-, Бүләкәй- Көҙәйҙәрҙә, күпселек осраҡта, Һәнәк-тамға ҡулланылған. Шайтан- һәм Ҡыр-көҙәйҙәрҙә шулай уҡ Ҡапҡа-тамға таралған булған. Урман-Көҙәйҙәрҙә — Ҡаҙаяҡ; Төрөкмән-көҙәйҙәрҙә — өҙәңге; Бүләкәй-көҙәйҙәрҙә — тырма[1]. Төрөкмән-көҙәйҙәргә ҡыпсаҡ тәьҫире көслө булған, тамғалары ла хатта төрөкмән-ҡыпсаҡтарҙыҡына оҡшаған уларҙың.

Этник тамырҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этник яҡтан Алтайҙың төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. «Көҙәй» этнонимы ҡырғыҙҙарҙа, туваларҙа билдәле.

Йәшәгән биләмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. 1‑се мең йыллығы аҙағына ҡәбилә Һырдаръя һәм [Арал диңгеҙе|[Арал]] буйы далаларына күсенә. 9—12 быуаттарҙа көҙәйҙәр Ыҡ һәм Миңзәлә йылғалары (Ҡама йылғаһы бассейны) буйҙарына күсеп ултыра, бында улар бөрйән, түңгәүер, үҫәргән ҡәбиләләре йоғонтоһонда була. 13—14 быуаттарҙа Ағиҙел йылғаһының һул ярын биләйҙәр, 14 быуат аҙағында ҡыпсаҡтар ҡыҫымы аҫтында Ағиҙелдең урта ағымына һәм Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы тамағына күсеп, мең ҡәбиләһе янында төпләнәләр. 15 быуат башында ҡәбиләнең бер өлөшө Өфө йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә; ҡалғаны — Эҫем йылғаһы, һуңыраҡ Ләмәҙ һәм Йүрүҙән йылғаһының урта ағымына күсеп ултыра, бында улар ҡыуаҡан, мырҙалар, әйле ҡәбиләләре менән күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Себер даруғаһының Көҙәй улусын тәшкил итә. П. И. Рычков мәғлүмәттәре буйынса, бында 18 быуаттар уртаһында 475 йорт иҫәпләнгән. 18—19 быуаттарҙа ҡәбилә йәшәгән биләмә Верхнеурал өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 3‑сө (4‑се, 5‑се), 6‑сы (7‑се), 7‑се (8‑се, 9‑сы) башҡорт кантондарына (1798—1854 йылдар) ҡараған. Көҙәй ҡәбиләһе йәшәгән хәҙерге биләмә Белорет, Благовещен, Иглин, Нуриман, Салауат райондарына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҙәйҙәр Саян-Алтайҙан бик иртә күсеп киткәнлектән, тышҡы ҡиәфәттәре понтий һыҙатлы булыуы уларҙың боронғо төрөк донъяһына ҡарауын аңлата, баджгард-бурджан ҡәбиләләре менән Алтайҙан Төньяҡ Кавказ тауына тиклемге арауыҡты үткән улар[2]. Көҙәйҙәргә, Ыҡ, Минзәлә йылғаһы буйҙарында йәшәгәндә, уғыр (боронғо мадъяр) элементтары йоғонтоһо күп булған, тигән һығымтаға килергә була. Урал алдында йәшәгәндә, көҙәйҙәр үҫәргән, тәңгәүер, бөрйәндәр менән тығыҙ ҡатнашҡан.

XIII—XIV быуаттарҙа көҙәйҙәр ҡыпсаҡ тәьҫиренә эләккән. Төрөкмән-көҙәй бүлеге лә шул саҡта барлыҡҡа килгән. Был ваҡытта таҙ этнонимы күп таралған булған, сөнки таҙлар ырыуы Эҫем һәм Йүрүҙән буйында йәшәгән. XVIII быуатта заводтар төҙөлгәндә, улар ерҙәренән ҡыуылған һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына ҡушылған.

XIV быуат аҙағында көҙәйҙәр Ағиҙелдең урта ағымының ике ярында ла йәшәгәндәр. Көҙәй бейенең ставкаһы Еҙем тамағында урынлашҡан булған. Бында көҙәйҙәр мең ҡәбиләһе менән тығыҙ бәйләнештә торған. Нуғай Урҙаһы хакимдары көн күрһәтмәй башлағас, XIV—XV быуаттарҙа Ағиҙелдең уң ярына һәм Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының урманлы түбәнге ағымына күсенгән. Ҡалғандары Эҫем йылғаһы үренә, һуңғараҡ — Йүрүҙән һәм Ләмәҙ йылғалары буйында урынлашҡандар. Ағиҙел түбәнен һәм Эҫем буйын Бүләкәй- һәм Урман-Көҙәйҙәр үҙ иткән, улар Меңдәр менән аралашып, ҡушылып бөткәндәр. Диалектологтар уларҙың телен Мең башҡорттарының Дим һөйләшенә индерә.

Әйлеләргә яҡын йәшәгән Шайтан- һәм Ҡыр-көҙәйҙәрҙе, һөйләштәре буйынса, Көнсығыш диалектының Әй-Йүрүҙән һөйләшенә индерә диалектологтар.

Өфө өйәҙе Шайтан-Көҙәй улусына 1795 йылда Иҙрис, Әлкә, Йонос, Шағанай. Генераль межалауҙан һуң улус милегенгдә 11495 дисәтинә ер булған (233 — һөрөнтө ерҙәр, 190 — бесәнлектәр, 8200 — урмандар, 980 — дала, 497 — уңайһыҙ ерҙәр). 1816 йылғы VII йәниҫәп буйынса, ошо ергә 198 шайтан-көҙәй ир-аты эйә булған.

Билдәле булыуынса, XVII—XVIII быуаттың беренсе яртыһында башҡорт ауылдары ырыу-ҡәбилә исемдәрен йөрөткән. Аҙналы — шайтан-көҙәйҙәрҙең төп ауылы булған, элегерәк Шайтан тип аталған. 1756—1775 йылдарҙа Тәкәй, Юлай һәм Йонос ауылдары бер ваҡытта йәнәш йәшәгән. Тәкәй ауылына Аҙналынан күсеп сыҡҡан ырыуҙаштар нигеҙ һалған. Юлай ауылына ла Аҙналы һәм Тәкәйҙән күсеп сығыусылар нигеҙ һалған булған. 1775 йылда Шайтан-Көҙәйҙең ошо өс ауылын да, башҡа күп ауылдарҙы ла карателдәр яндырған.

60-сы йылдарға тиклем — Шағанай Бурһыҡов, 1760—1762 йылдарҙа — Иштуған Мишәров — Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булғандар. 1762 йылдың 21 авгусында Шайтан-Көҙәй ырыуының абруйлы аҫабаһы Әлкә Булатов заводчиктар И. Б. Твердышев менән И. С. Мясниковҡа улус еренең бер өлөшөн 60 йылға ҡортомға биргән. 1763 йылдан улус старшинаһы итеп Юлай Аҙналин тәғәйенләнгән. 1770 йылда, П.С.Паллас сәйәхәт итеп йөрөгәндә, улус старшинаһы урынында улы Салауат Юлаев ҡалған булған. Ә Юлай Аҙналин ул ваҡытта Рәсәйҙең поляк конфедераттарына ҡаршы һуғышына киткән булған. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев — Шайтан-Көҙәйҙең абруйлы һәм данлыҡлы улы.

Урман-Көҙәй улусына ҡараған Төрөкмән аймағы Тәкәй ауылының, әйтер кәрәк, Салауат Юлаевтың тыуған ауылына бер ҡатнашы ла юҡ. Ул ауылға XVIII быуаттың 50-се йылдары уртаһында ғына нигеҙ һалынған. Төрөкмән-Көҙәйҙәр араһында ҡобау башҡорттары ла булған. Ауылға нигеҙ һалыусының улдары билдәле аҫабалар — Ҡобау ауылы кешеһе Әбдрәшит Тәкәйев 1773 йылда Ҡобау улусы ерҙәренә сыуаштарҙы керетеүҙә ҡатнашҡан; икенсе улы — Ғәббәс Тәкәйев Өфө өйәҙенең 8-се Башҡорт кантоны начальнигы булған.

Ҡыр-Көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәгән ерҙәр административ бүленеш буйынса Ҡыр-Көҙәй улусына ҡараған. XIX быуат башында уҙғарылған генераль межалау (биләмәләрҙең сиктәрен рәсми билдәләү) буйынса Ҡыр-Көҙәй улусының 9183 дисәтинә ере булып, шуның 1600 дисәтинәһе- һөрөнтө ерҙәр, 689 дисәтинә бесәнлектәр, 3386 дисәтинәлә урман, 3360 дисәтинәлә- дала, уңайһыҙ урындар — 101 дисәтинә. 1816 йылдағы иҫәп буйынса был бөтмәҫ байлыҡтарҙың хужаһы 359 ҡыр-көҙәй аҫаба ир-аты булған[3]. Был осорҙа керҙәштәр булмаған әле. Улусҡа түбәндәге ауылдар ҡараған: Яхъя, Ишембай (Мосабай), Миңдеш, Иҡсан.

Көҙәй ырыуы легендаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҙәй этногенетик хикәйәттәрендә өс тема күҙгә ташлана: беренсеһе уның көҙәйҙәрҙең Ҡаф тауынан килеүе тураһында. Икенсе тема Төрөкмән-көҙәйҙәр риүәйәтендә сағыла — Урта Азиянан, Төркмәнстан далаларынан, тип һөйләгән йөҙйәшәр ҡарт Түбәнге Ләмәҙ ауылында. Көҙәйҙәр үҙҙәрен күрше ҡыуаҡандарҙан һәм мырҙаларҙан ҡәтғи айыралар, «улар Себерҙән килгән», тиҙәр. Өсөнсө төр риүәйәттәр көҙәйҙәр көнбайыштан, Миңзәлә өйәҙенән, Ыҡ йылғаһынан, тип һөйләй.

  • Урман — көҙәйҙәр риүәйәте-:

Беҙҙең тәүбабабыҙ Урман (Юрман) исемле булған. Атаһының исеме Ҡуҡан, ә олатаһыныҡы — Күкбүре. Урман үҙенең ырыуы менән Уралдан йыраҡ, Ҡыҫындыҡ тигән урында күсеп йөрөгән.Әммә унда бик ҡаты алыштар башланған. Урман Ҡалман менән бергә Миңзәлә йылғаһы буйына күсенгән. Унда оҙаҡ ғүмер иткәндәр. Бер ваҡыт Ҡазанға китеп барған Ҡыҙрас исемле башҡорт Урмандың һәм уның туғандарының аҡ тирмәләрендә ҡунаҡ булған. Һәм Ҡыҙрас Урманға үҙҙәренең йыраҡта, Уралда, йәшәгәнен әйткән. Урман, оҙаҡламай, үҙенең ырыуы менән Асылыкүл буйына, һуңғараҡ — Эҫемгә күсеп ултырған. Шулай уҡ Урман-көҙәйҙәр: «… беҙҙең ата-бабалар мари, һәм улар Ҡазан яғынан һунар итергә килгән булғандар», тип һөйләйҙәр. Беренсе булып, имеш, өс ағалы-энеле Тәкәш, Туйыш һәм Ҡотош килгән. Урман-көҙәйҙең боронғо ауыл атамалары былар. Көҙәй риүәйәттәренең төрлө һәм ҡапма-ҡаршы эстәлекле булыуы ырыуҙың этник составы сыбар икәнен күрһәтә.

Миңзәлә буйҙарында йәшәгәндә уғырҙар һәм башҡа халыҡтар менән ҡушылыуға бәйле, Көҙәй батырының һары сәсле шайтан ҡыҙына өйләнеүе тураһындағы Шайтан-көҙәй легендаһы ла бар. Шайтан этнонимы йәш, һәм ул башҡорттар араһында сит телле һәм сит динле кешеләрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған. Шайтан затлыларҙы, йәнәһе, «ен нәҫеленән» булғандары өсөн, айырым зыяратҡа күмгәндәр икән хатта.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҙәй ырыуы шәжәрәләренең береһе

Мулла Юлдаш Һөйәрембәтов — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе булған.

Красильниковтың һәм Рычковтың 1755 йылда төҙөгән картаһында Ҡыр-Көҙәй улусына ҡараған күп кенә ауылдар күрһәтелмәгән. 1795 йылда иҫкә лә алынмаған ауылдар Красильников картаһында бар: Йүрүҙәндең уң ярында — Яҡшы, Абыҙгилде, Миңғәйеш (Миңдеш) ауылы янында, Тәңкәле йылғаһынан йыраҡ түгел- Ҡасим, Йырал йылғаһының үрендә — Исмәғил, Йырал ҡушылдығы Батышлы буйында — Яҡуп. Тағы ла Байым, Юлдаш, Төкәй, Сурағол ауылдары күрһәтелгән[4].

1795 йылға Шайтан-Көҙәй улусы картаһынан Аҙналы, Ҡасай, Тәкәй, Морат, Юлай ауылдары юҡҡа сыҡҡан. Ҡырғын командалары 1735—1740 һәм 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалдарҙа ҡатнашҡан башҡорттарҙы шундай йыртҡыслыҡ менән язалағандар. Яндырылған ауылдарҙың халҡы Шағанай, Иҙрис һәм яңы барлыҡҡа килгән Әлкә, Юныс һ.б. ауылдарҙа йәшәй башлағандар.

Бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән Ҡыр-Көҙәй ырыуы ауылдары ла был биләмәләрҙә XVIII быуаттың 50-60-сы йылдарында, 1735—1740, 1755—1756 йылдарҙағы ихтилалдарҙы баҫтырғанда, көл-күмергә әйләндерелгән ауылдар урынында, барлыҡҡа килгән. 1740 йылдағы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан, аҙаҡтан көрәштән ситләшкән улустың билдәле тарханы Йонос Тәпәришевте әйтеп китер кәрәк.

1773—1775 йылдарҙағы ихтилалдың һөҙөмтәһе һәм эҙемтәләре тураһында бик күп мәғлүмәт табып уҡырға була. Был ваҡиғаны барыбыҙ ҙа Емельян Пугачёв һәм уның булғадиры Салауат Юлаев ҡатнашлығындағы Крәҫтиәндәр һуғышы, тип беләбеҙ.

Ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Р. Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа: этнический состав, история расселения, Уфа, 2010, 2-е издание, стр. 201—204, 276, «Племя Кудей»
  2. Н. Малиев, 1891
  3. РГАДА. Ф.1173, Оп.1, Д.1339, Л.45
  4. Материалы по истории Башкирии. Ч.1, С.404