Танып

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Танып
Тамги таныпцев.png
Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Таныпбашҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һәм ҡариҙел һөйләштәренә ҡарай[1].

Ырыу-ҡәбилә ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Себер даруғаһының Танып улусын тәшкил итә.

XVIII быуат таныптар башҡорттарҙың башҡа ҡәбиләләре — балыҡсы, гәрә, ғәйнә, йылан, унлар, урандар менән күрше йәшәгән[2].

Танып башҡорттарының ерҙәре XVIII—XIX быуаттарҙа Бөрө һәм Уҫы өйәҙҙәренә, ә 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 1-се, 5-се (артабан 10-сы, 11-се) башҡорт кантондарына ҡарай[2].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танып башҡорттарының тораҡ пункттары[3][4]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Асҡын районы Алъяғыш, Баҙансат, Башҡортостан, Вашъяҙы, Дәүләт, Ерекле Шишмә, Иҫке Ҡаҙансы, Иҫке Ҡара, Иҫке Мутабаш, Йырмаялан, Йәнкиҫәк, Ҡаракүл, Ҡарткиҫәк, Ҡубыяҙ, Ҡушкүл, Ҡыйғаҙы, Ҡышлауйылға, Ҡәйүм, Мутайылға, Олойылға, Олокүл, Сат, Солтанай, Төлгөҙбаш, Төпрәле, Хәтмулла, Әбдәл, Әүәҙәй, Яңауыл, Яңы Бағаҙы, Яңы Ҡаҙансы, Яңы Ҡара, Яңы Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡубыяҙ, Яңы Мутабаш, Яңы Шишмә
Балтас районы Имән, Иҫке Балтас, Иҫке Илекәй, Көнтүгеш, Ҡомъяҙы, Маты, Мишәр, Мәнәгәҙ, Тоҙлоғош, Тутағас, Тушҡыр, Түбәнге Һикеяҙ, Уртайылға, Штәнде, Яңы Балтас, Яңы Тушҡыр
Ҡариҙел районы Ураҙбахты, Бағаҙытамаҡ, Дәүләт, Иҫке Бағаҙы, Урта Бағаҙы
Тәтешле районы Асауҙы, Ауыҡ-Бүләк, Байҡыбаш, Беләш, Бүл-Ҡайпан, Бәҙрәш, Иҫке Ҡайпан, Иҫке Салдау, Иҫке Һикәяҙ, Иҫке Шарҙаҡ, Кәлтәй, Ҡарман, Ҡытҡыйылға, Сәүкияҙ, Танып-Шишмә, Түбәнге Кәлтәй, Үрге Сәләй, Яңы Ҡайпан, Яңы Салдау, Яңы Шарҙаҡ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История башкирских родов, 2014, с. 27
  2. 2,0 2,1 Йәнғужин Р. З. Танып // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. История башкирских родов, 2014, с. 27,35—97
  4. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]