Эстәлеккә күсергә

Мәнәгәҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәнәгәҙ
Мәнәгәҙ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

56°05′31″ с. ш. 56°02′07″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 837 003

ОКТМО коды

80 608 437 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мәнәгәҙ (Рәсәй)
Мәнәгәҙ
Мәнәгәҙ
Мәнәгәҙ (Башҡортостан Республикаһы)
Мәнәгәҙ

Мәнәгәҙ (рус. Манагазово) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 87 кеше[1]. Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837003.

Ауылға нигеҙҙе яҡынса XVIII тирәһендә үҙ ерҙәрендә Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбилһе) башҡорттары һалған.

Ауылға XVIII быуат тирәһендә Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары нигеҙ һалған. Райондың иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе, унда бик күп ерҙәргә хужа булған аҫаба башҡорттар йәшәгән. 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем ауыл халҡы өйәҙҙең иң бай кешеләре рәтендә була, һуңыраҡ күптәр ауылдан һөрөлә, мөлкәте тартып алына.

1795 йылда бында 6 хужалыҡта 48 башҡорт иҫәпләнә. 1816 йылда ауылда 98 кеше (13 йорт) йәшәй, 1834—165, 1859 йылда — 227 кеше (36 йорт), 1906 йылда — 344 (54 йорт), 1920 йылда — 391 кеше (77 йорт).[2].

1846 йылда 165 кешенең һәр береһенә 7,6 бот иген (бөтәһе 1256 бот) сәселә.

Ауыл халҡы йылҡы, һыйыр, һарыҡ (115), кәзә (75) тотҡан, умартасылыҡ (22 умарта), солоҡсолоҡ (65 солоҡ) менән шөғөлләнгән[2].

1906 йылда ауылда тимерлек һәм мәсет булған.

«Мәнәгәз», «Мәнәгәҙ» йылғаһы исеменең мәғәнәһе ( мәнә+«гәҙ»- боронғо төрки, башҡорт телендәге үгеҙ, гәҙе, гәзе, ғазы- речка) [3].«Ман»- боронғо «тау» тигән һүҙ[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 87 48 39 55,2 44,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 12 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тушҡыр): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 81 км

Социалистик урам

Көньяҡ урам

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сабанов Валерий Александрович, Председатель правления Некоммерческого партнерства "Центр специальных программ безопасности и реабилитации ветеранов подразделений специального назначения «Касатка СН»
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)