Иҫке Илекәй
Ауыл | |
Иҫке Илекәй Иҫке Илекәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Иҫке Илекәй, Көскилде, Иҫке Ауыл (рус. Староиликеево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 169 кеше[1][2]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831004.
Ауылға нигеҙҙе Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары үҙ ерендә һалған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Табын— урта быуаттарҙа көсө, ғәйрәте менән билдәле ҙур булған Табын ҡәбиләһенең бер өлөшө. Табындар әлеге ваҡытта Себерҙән Ҡырым ярымутрауына тиклем таралған. Башҡорт ерҙәрендә уларҙың бер нисә төркөмө бар (Йомран Табын, Кәлсер Табын, Кесе Табын, Барын Табын һ.б.). Табын ханлығын Аҡһаҡ Тимер емергән. Табындар төрлө хандар янында һаҡсы хеҙмәтен үтәгән.
Халыҡ араһында табындар Танып буйына тыныс урын эҙләп килгәндәр тигән хәтирәләр һаҡлана.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, XVIII быуаттың беренсе яртыһында Илекәй исемле ике ауыл була (Ә.Әсфәндиәров,126 бит). Әлеге ваҡытта һаҡланып ҡалған ауылдың рәсми исеме Илекәй, халыҡ уны Иҫке ауыл тип тә йөрөтә. Ауылға нигеҙ һалыусы тип Танып улусында йәшәгән халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған башҡорт кешеһе Илекәй Иҫәмбәтов фаразлана. 1713 йылдың 23 октябрендә хәҙерге Тәтешле районы Яңы Балтас ауылы удмурты Сыпсыҡ ауылы башҡорто Илекәй Иҫәмбәтовтан 30 һум аҡса алып тороуы тураһында документ (заемная кабала) һаҡланған. Тимәк, Илекәй Иҫәмбәтов — Сыпсыҡ ауылы аҫаба башҡорто (документтарҙа ауыл Сяпсек тип күрһәтелгән)[3][4].
XIX быуаттың беренсе яртыһында Ҡыр Танып улусы 10-сы башҡорт кантонына ҡараған. 1808 йылдың 1 июлендә төҙөлгән документ буйынса, бығаса тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәгән ауылға типтәрҙәр индерелә. 1816 йылғы ревизия буйынса ауылда 21 йортта 138 башҡорт, 20 типтәр йәшәй. VIII ревизия (1834 й.) буйынса ул Иҫке Илекәй тип атала. Ауылда 231 башҡорт, 24 типтәр күрһәтелгән. 1859 йылғы X ревизия ваҡытында 46 йортта 296 аҫаба башҡорт, 11 йортта 89 типтәр, ә 1920 йылда 89 йортта 511 кеше йәшәгән, күпселеге — башҡорттар.
Ауылдың тағы бер элекке исеме — Көскилде[3]. Ҡыр Танып улусы аҫаба башҡорттары араһынан Йосоп Көскилдин исеме ике тапҡыр (1746, 1758 йылдарҙа) әлеге Балтас районы Иҫке Яҡшый (Йәүмәт) ауылына яһаҡ түләүсе татарҙарҙы индереү тураһында документтарҙа осрай. Ауыл исеме уның атаһы Көскилде исеменә (документтарҙа «Кускильды» тип яҙылған) бәйле[4] .
1843 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 600 бот ужым, 920 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. Ауылда 6 тирмән эшләгән, халыҡ йылҡы, һыйыр малы,167 һарыҡ, 194 кәзә тотҡан. Бынан тыш солоҡсолоҡ (32 солоҡ), умартасылыҡ (30 умарта) менән дә шөғөлләнгән[4].
1906 йылда ауылда мәсет, 2 һыу тирмәне, 2 аҙыҡ-түлек кибете булған[2] 2000 йылдар башына тиклем бында башланғыс мәктәп була. Хәҙерге ваҡытта ауыл мәктәбе бинаһында балалaр баҡсаһы эшләй.
Шәжәрәләрҙән күренеүенсә, районда бер нисә ауыл Илекәй ауылынан бүленеп сыҡҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 169 | 87 | 82 | 51,5 | 48,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (97 %) йәшәй[5].
Риүәйәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ар буйындағы ерҙәрҙе аҫаба башҡорттар Илекәй менән Балтастың нисек бүлешкәне тураһында риүәйәт халыҡ араһында йәшәй. Уның Ғ.Үмеркәев, Ғ.Хөсәйенов һәм башҡалар яҙып алған варианты бар. Риүәйәттә Балтас менән Илекәй батыр был ерҙәр өсөн икәү көрәшергә була, көрәшкәндә Балтас хәйләләшеп, Илекәйгә аяҡ сала. Шулай итеп, Илекәй еңелә. Бер нисә йылдан, үлер алдынан Илекәй ҡарт үҙен Ар йылғаһының уң яҡ ярына сығарып күмергә васыят әйтеп ҡалдыра. Балтас улы Ҡолой миңә ҡарата һәр саҡ яуызлыҡ ҡылды, үлгәс тә тындырмаҫ, ти[6].
Был риүәйәттең икенсе вариантында Илекәй, Дауыт һәм Ҡолой Балтас батырҙар араһындағы көрәш һүрәтләнә. Илекәй көрәшкәндә Балтас өҫтөмә төшөп, күкрәгемде имгәтер, тип ике тапҡыр унан еңелдем, һуңынан сәмләнеп китеп, өс тапҡыр еңдем, ти. Шунда көс төшкәндер, сиремде хәрәмләшеүемдән күрәм, Балтасты тубығым менән сала биреберәк йыҡтым. Мине хәләл ергә күммәгеҙ, йылғанан арыраҡ, йыраҡҡараҡ илтеп күмегеҙ,ти. Был риүәйәткә ярашлы, Балтас Ар йылғаһының һул яҡ ярында, Илекәй уң яҡ ярында ерҙәргә эйә булып, ауыл нигеҙләй. Дауыт ауылына нигеҙҙе Дауыт батыр һала.[7](215-се бит)
1960-сы йылдарҙа район, ауыл ерҙәре яңынан бүленгән ваҡытта, Илекәй ауылында йәшәгән бик оло йәштәге бер ағайҙан, Илекәй ерҙәре сиген күрһәтеүҙе һорағандар. Ул йөрөй алмағас, уны арбаға ултыртып йөрөткәндәр. Илекәй ерҙәре сиктәрен ул һис яңғылышмай бер нисә тапҡыр: «Ошо ерҙә ҡаҙығыҙ», -тип күрһәткән. Ул күрһәткән урындарҙа ергә күмелгән күмер табылған. Тимәк, илекәйҙәр, башҡа башҡорттар кеүек үк үҙ ерҙәре сиктәрен тау-йылғалар менән генә билдәләмәй, ерҙә серемәй торған билдә- күмелгән күмер менән дә билдәләгән.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 4 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 4 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы (1932—2010)-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең әйҙәүсе инженеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Вәлиәхмәтов Рәдиф Зыя улы (1928)- врач-уролог,Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты, РФ-ҙың һәм БР-дың атҡаҙанған табибы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Иҫке Илекәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 СтароиликеевоБашкирская энциклопедия
- ↑ 4,0 4,1 4,2 А. З. Асфандияров. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Риүәйәттәр, легендалар 2022 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. II-се том
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |