Үрге Ҡарыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Ҡарыш
Юғары Ҡарыш
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Түбәнге Ҡарыш ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Ҡарыш ауыл Советы, Балтаc районы һәм Бөрө кантоны
Халыҡ һаны 439 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452994
Карта

Үрге Ҡарыш (рус. Верхнекарышево; боронғо атамаһы Ҡарышбаш) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 439 кеше була[3]. Почта индексы — 452994, ОКАТО коды — 80208819001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 439 214 225 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 92 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (31.03.1914—17.07.2011), тарихсы-ғалим, совет комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры.
  • Батырша (Ғәлиев Ғабдулла Ғәли улы)- ахун, XVIII быуат уртаһындағы билдәле дин әһеле, 1755 йылғы башҡорт ихтилалы ваҡытында милли һәм дини сикләүҙәргә ҡаршы сыҡҡан, "Императрица Елизавета Петровнаға хат" авторы
  • Бәкеров Филарит Әбделғәзим улы- Салауат һәм Стәрлетамаҡ башҡорт театры артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы (1995)
  • Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы (1928-2004) -педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғрифы отличнигы (1994). Муса Мортазин, Афзал Таһиров, Мәрйәм Солтанова һ.б. тураһында эҙләнеүҙәр алып бара.
  • Иҫәнбаева Рәүиә Хәтмулла ҡыҙы- табип, медицина фәндәре кандидаты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]