Иҫке Ҡарғалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Иҫке Ҡарғалы
Иҫке Ҡарғалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

55°57′51″ с. ш. 55°39′06″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 840 005

ОКТМО коды

80 608 440 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ҡарғалы (Рәсәй)
Иҫке Ҡарғалы
Иҫке Ҡарғалы
Иҫке Ҡарғалы (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Ҡарғалы

Иҫке Ҡарғалы (рус. Старые Каргалы) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 202 кеше булған[1]. Почта индексы — 452985, ОКАТО коды — 8020884001.

Ауылға нигеҙҙе XVIII быуатта үҙ ерендә Таҙлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Балтас районының өс ауылы Таҙлар улусына ҡараған: Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк (Сәйтәк) һәм Тусыбай. Ауылға Таҙлар ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. XIII быуатта таҙлар Каспий диңгеҙенең төньяғында Эмба менән Яйыҡ (Урал) йылғалары араһында йәшәгән. Һуңыраҡ улар хандар араһындағы һуғыштар арҡаһында төньяҡҡараҡ, Урал буйҙарына килә. Тағы ла бер аҙҙан улар ике- көнсығыш (Урал, заводтар төҙөлә башлағас, көнбайышҡараҡ күсенә) һәм көнбайыш төркөмгә (Тере Танып буйы) бүленә.

1795 йылда Ҡарғалы ауылында 84 аҫаба башҡорт йәшәгән (13 йортта)[2]. 1834 йылда (8-се ревизия) ике Ҡарғалы ауылы күрһәтелгән: Иҫке Ҡарғалы (130 башҡорт) һәм Яңы Ҡарғалы (283 башҡорт).[3][2].

1843 йылда Иҫке Ҡарғалы ауылында ни бары 264 бот ҡышлау һәм 328 бот яҙғы һабан ашлыҡ сәселә. Ауылда ике тирмән булған.

Халыҡ йылҡы, һыйыр, һарыҡ (57) һәм кәзә (100) малы тотҡан. Ҡайһы бер ғаиләләр солоҡсолоҡ (50 солоҡ) менән шөғөлләнгән.

1928 йылда Иҫке Ҡарғалы ауылынан бер нисә ғаилә яңы ауыл — Сейәтауҙы төҙөргә ҡарар итә.[3].

1990-сы йылдарға тиклем ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй. 2010-сы йылдарға тиклем бында бер нисә фермер хужалығы була.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 202 105 97 52,0 48,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тусыбай): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 95 км

Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яр буйы урамы

Колхоз урамы

Партизан урамы

Фрунзе урамы

Үҙәк урам

Мәктәп урамы

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]