Ҡомъяҙы
Ҡомъяҙы | |
Ҡомъяҙы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡомъяҙы ауыл советы[d] |
Административ-территориаль берәмек | Иҫке Балтас ауыл Советы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
592 кеше (2002)[1], 665 кеше (2009)[1], 532 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452980 |
Ҡомъяҙы (рус. Кумьязы) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 532 кеше[3]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831003.
Ауылға Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары XVIII быуатта үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға XVIII быуат аҙағында Бөрө өйәҙенең Ҡыр Танып улусы башҡорттары нигеҙ һала.
10-сы Башҡорт кантоны Ҡомъяҙы ауылы башҡорттары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡайһы берҙәре армия өсөн тәғәйенләнгән аттарҙы тейешле ергә тиклем оҙатып барған. Мәҫәлән, 1813 йылда Әбделнасир (Ҡазбулат улы) Айытҡолов башҡорттар рус армияһына бүләк иткән аттарҙы оҙатыуҙа ҡатнашҡан һәм юлда вафат булып ҡалған тигән яҙыу һаҡланған.
1816 йылда 17 ихатала 80 кеше йәшәгән. 1834 йылда 128 кеше йәшәй, уларҙың 22 йорто була, 1859 йылда — 347 кеше (53 йорт).
1834 йылда ауыл халҡы 1256 бот иген, бер кешегә 9,8 бот, сәсә. Халыҡ йылҡы һәм һыйыр малынан тыш, 106 һарыҡ, 69 кәзә тота, 30 солоҡ һәм 12 умарта була. Ауылда мәсет булған.
1865 йылда 55 йорт хужалығында 377 кеше йәшәгән.
1906 йылда ауылда 890 кеше йәшәгән (142 йорт). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 194 йорт хужалығында 996 башҡорт булған.
2012 йылға тиклем Ҡомъяҙы ауылында төп дөйөм белем биреү мәктәбе булған. Хәҙерге ваҡытта бында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто, магазиндар эшләй.
1989—2008 йылдарҙа ойошторолған Ҡомъяҙы ауыл Советы административ үҙәге булып торған. Әлеге ваҡытта ауыл Иҫке Балтас ауыл Советына ҡарай.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 532 | 261 | 271 | 49,1 | 50,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 76 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылға урамы, рус. Заречная (улица)
- Тыныслыҡ урамы, рус. Мира (улица)
- Совет урамы, рус. Советская (улица)
- Болон урамы, рус. Луговая (улица)
- Йәштәр урам}} рус. Молодежная(улица)
- Беренсе Май урамы, рус. Первомайская (улица)
- Октябрь урам}} рус. Октябрьская(улица)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (1954 т.) — әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (2006), профессор. Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультеты деканы булып эшләгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |