Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы
Тыуған көнө:

5 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Балтас районы, Ҡомъяҙы ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

әҙәбиәт ғилеме

Эшләгән урыны:

Бөрө педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Бөрө педагогия институты

Награда һәм премиялары


Знак Отличник образования РБ.png

Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (5 сентябрь 1954 йыл) — әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының мәға­риф отличнигы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1954 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында Фәүҡәт Хәсәнйән улы һәм Сабира Хамматнур ҡыҙы Хәсәновтар ғаиләһендә ғаиләһендә тыуған[1]. Балтас урта мәктәбен тамамлай[2].

1971—1973 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 50-се һанлы Техник училищеһында уҡый[3]

1973—1975 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә[3].

1979 йылда Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 1979 йылдан шунда уҡ эшләй:

  • 1986 йылдан филология факультетында декан урынбаҫары, доцент
  • 1987—1992 йылдарҙа һәм 2001 йылдан филология факультетында декан[1]
  • 1993 йылдан әҙәбиәт кафедраһы доценты[3].

1983—1986 йылдарҙа Мәскәүҙә аспирантурала уҡый. 1986 йылда «Советская историческая проза о декабристах: традиции и новаторство» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2000 йылдан докторантурала уҡый. «Башкирский исторический роман: Вопросы типологии, жанра и стиля» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге XIX быуат урыҫ әҙәбиәтенә, башҡорт тарихи романистикаһына арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының мәға­риф отличнигы (2000).

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советская историческая проза о декабристах : традиции и новаторство : диссертация … кандидата филологических наук : 10.01.02. — Москва, 1986. — 189 с.
  • Башкирский исторический роман 80-90-х годов ХХ века : (вопр. типологии, жанра и стиля) / Акад. наук Респ. Башкортостан, Отд-ние гуманитар. наук. — Уфа : Гилем, 2004. — 339 с.
  • Башкирский исторический роман : Вопросы типологии, жанра и стиля : диссертация … доктора филологических наук : 10.01.02. — Уфа, 2005. — 457 с.
  • Башкирский роман конца XX века : учеб. пособие для студентов высш. учеб. заведений, обучающихся по специальности 033000 (050302) — Родной язык и литература / Федер. агентство по образованию, Гос. образоват. учреждение высш. проф. образования «Бир. гос. социал.-пед. акад.». — Москва; Бирск: Бир. гос. социал.-пед. акад., 2005. — 171 с.
  • Типологические аспекты изучения башкирского исторического романа: Учебное пособие. — Бирск, 2006.
  • Единство многообразия (башкирская историческая романистика на рубеже веков). — Уфа, 2007.
  • История, одетая в роман. — Бирск, 2015.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Ғәниева Ғәлиә. Бәхете — ғилемле һәм ғаиләле булыуҙа // Ватандаш. — 2018. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  3. 3,0 3,1 3,2 [http://www.anrb.ru/blog/article/3585 Хасанов Ришат Фаукатович] // Академия наук Республики Башкортостан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]