Эстәлеккә күсергә

Иҫке Балтас (Балтас районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Балтас
Иҫке Балтас
Рәсми атамаһы Иҫке Балтас
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Иҫке Балтас ауыл Советы[2] һәм Балтаc районы
Административ-территориаль берәмек Иҫке Балтас ауыл Советы һәм Балтаc районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 5598 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452980
Урындағы телефон коды 34753
Карта

Иҫке Балтас (рус. Старобалтачево) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл, ошо исемдәге район һәм ауыл Советы үҙәге. 2010 йыл 14 октябренә халыҡ һаны 5598 кеше булған[4]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831001.

Ҡыр Танып аҫаба башҡорттары ауылдарының береһе, боронғораҡ исеме билдәле түгел. Ихтимал, уны Ҡыр-Танып йәки Танып тип атағандарҙыр. Ауылдың төп исеме Балтас. Әммә административ реформаларҙың береһе үткәрелгәндә ауыл рәсми рәүештә Иҫке Балтас тип атала башлаған, ә ауылдан ете саҡрым төньяҡтараҡ урынлашҡан Уҫаҡ ауылы Яңы Балтасҡа әүерелгән.

Балтас - аҫаба башҡорт, күрәһең, старшина вазифа биләгән. Ул нәҫелдән бирелгәнлектән, был урында улы тороп ҡала. Улы Ҡолой 1759-1780 йылдарҙа ысынлап та старшина булған, бында ғына түгел, Ҡара-Табын улусына ла етәкселек иткән. Уның исеме менән ауыл Ҡолой тип аталған.

1834 йылда Иҫке Балтаста Ҡолой улдары йәшәгән: 57 йәшлек йорт старшинаһы Абдулнасир Ҡолоев, уның улдары: Мөхәмәтбасим (уның улдары - Мөғтәсим, Ризуан, Мөхәмәтсадиҡ, Мөхәмәтхөсәйен, Вәлиәхмәт һәм Хасан), 55 йәшлек яу старшинаһы Абдуллатиф Ҡолоев. 1842 йылда Мөхәмәтбасим Абдулнасир улы Балтасов фамилияһын йөрөтә. Башҡа сығанаҡтарҙан күренгәнсә, Крәҫтиән һуғышы ваҡытында Ҡолой Балтасов (Балтачев) хөкүмәт ғәскәрҙәре яғында булған, шуның өсөн уның йорто яндырылған һәм ғаиләһе фетнәселәр тарафынан үлтерелгән. Күтәрелеш баҫтырылғандан һуң, Ҡолой Красноуфимскиға күсенгән алған һәм Батшабикә Екатерина билдәләгән пенсия алып йәшәгән.

1834 йылғы рәүиз буйынса бында 356 башҡорт йәшәгән, 960 бот ужым арышы һәм 1728 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. 1834 йылда ауылда 4 һыу тирмәне, улус идараһы, һуңыраҡ урыҫ-башҡорт мәктәбе һәм биш йыллыҡ земство башланғыс мәктәп асыла. Ике мәсеттә мәҙрәсәләре лә булған[5]..

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2160 1094 1066
1959 йыл 15 ғинуар 2339 1044 1295
1970 йыл 15 ғинуар 2999 1403 1596
1979 йыл 17 ғинуар 4407 2469 1938
1989 йыл 12 ғинуар 4161 1960 2201
2002 йыл 9 октябрь 5601 2644 2957
2010 йыл 14 октябрь 5598 2624 2974

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]