Эстәлеккә күсергә

Борай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борай
Boray
Нигеҙләү датаһы 1610
Рәсми атамаһы Boray
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Борай ауыл Советы[1] һәм Борай районы
Административ-территориаль берәмек Борай ауыл Советы, Борай районы һәм Бөрө өйәҙе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 9522 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 119 метр[3]
Почта индексы 452960
Рәсми сайт buraevo.net
Урындағы телефон коды 34756
Карта

Борай (рус. Бураево) — Башҡортостан Республикаһының Борай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 9522 кеше булған[4]. Почта индексы — 452960, ОКАТО коды — 80218813001.

Ауылға нигеҙҙе Танып йылғаһы буйындағы урмандарҙа солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән аҫаба башҡорт Борай Ерғужиндың 1910 йылда һалыуы билдәле. 1816 йылда Йәлдәк ырыуы башҡорттары Мусай Йәшбулатов һәм яңы суҡындырылған Якушка Исаевтар аҫабалыҡ хоҡуғы нигеҙендә Себергән һәм Әзәк йылғалары араһында ятҡан ерҙәргә хужа була[5].

1795 йылда үткәрелгән V рәүиз материалдарында ауылдағы 87 ихатала 639 башҡорт, 6 ихатала 38 типтәр (ерһеҙ башҡорт), 5 ихатала 26 ҡаҙаҡ, ә 1816 йылда — 140 ихатала 1 мең 62 башҡорт, 62 типтәр, 12 яһаҡ татары (административ даирәлә эшләүселәр) теркәлә. 1834 йылда — 269 ихатала 1584 башҡорт, 62 типтәр, 12 яһаҡ татары; 1859 йылда — 441 ихатала 2331 аҫаба башҡорт, 11 ихатала 65 керҙәш (припущенник); 1870 йылда — 450 ихатала 2682 башҡорт; 1920 йылда 839 ихатала 4297 башҡорт йәшәй[5].

Аҫаба башҡорт Килмәттең улы зауряд-йөҙ башы Миңлебай Вәлитов 1807 йылда 7-се башҡорт полкы составында Пруссия территорияһында хәрби походта була. Артабанғы йылдарҙа 6 тапҡыр Урал йылғаһы буйында сик буйы һыҙатын һаҡлауға ылыҡтырыла. Килмәттең икенсе улы йорт старшинаһы Әбделхалиҡ Тимербаев 4 тапҡыр сик буйы хеҙмәтенә саҡырыла. Килмәттең Тимерғәли Нуретдин исемле улдары 18301837 йылдарҙа Бөрө өйәҙ судында ауыл заседателдәре булып сығыш яһай[5].

1864 йылда Борай шул исемдәге улус үҙәге булып китә. 1870 йылда бында 4 мәсет (1842 йылда - 3), 5 училище, 4 тирмән, 40 кибет эшләй, аҙнаның шишәмбе көндәрендә баҙар, ә 20 - 27 декабрҙә йәрминкә була. XIX быуат аҙағында шәхси китап магазины эшләй. Ауыл халҡы белемгә тартыла, шуға ла 1737 йылда Ғүмәр Усаев (Умир Мусаев), Себер даруғаһы Кущин улусының Рахманғол ауылында йәшәп, башҡорт балаларын уҡытыу менән шөғөлләнә. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Ырымбур экспедицияһы башлығы И. К. Кирилловтың дуҫы — Әхмәт мулла Бораев Башҡортостанда киң танылған шәхес була, уның Борай Ерғужиндың вариҫы булыуы ла ихтимал. Уның Кирилловҡа яҙған хаттары Мәскәү архивтарында һаҡлана[5].

1917 йылда Борай ауылы Борай улусы үҙәге була. Унда 1122 башҡорт (201 ихата), 161 татар (29 ихата), 114 типтәр (23 ихата), 80 урыҫ (8 ихата), 8 мари милләтенә ҡараған (2 ихата) кеше йәшәй[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 9522 4484 5038 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]