Эстәлеккә күсергә

Абазов Фәнис Фәметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абазов Фәнис Фәметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Boray, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 ғинуар 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы, педагогия фәндәре докторы

Абазов Фәнис Фәметдин улы (30.06.1949 — 29.01.2024) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнис Фәметдин улы Абазов Башҡортостан АССР-ының Борай районы Борай ауылында 1949 йылдың 30 июнендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң «Сельхозтехника» район берекмәһендә хеҙмәт юлын башлай.

1973 йыл — Бөрө педагогия институтын тамамлай.

Хеҙмәт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1973 йылда 2-се һанлы Борай урта мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй.

1978 йылдан башлап Борай районы мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһын етәкләй.

1981—2007 йылдарҙа Борай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы.

1985 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләй, 2010 йылдан технология белеме кафедраһы мөдире.

2002 йыл — Педагогия фәндәре докторы.

Фәнни хеҙмәттәре уҡыусыларҙы хеҙмәт ярҙамында тәрбиәләү проблемаларына арналған. 55 фәнни хеҙмәт авторы[2]. Ғалим-педагог әүҙем йәмәғәтсе, ихтирамға лайыҡ абруйлы белгес ине.

Абазов Фәнис Фәметдин улы 2024 йылдың 29 ғинуарында ҡаты сирҙән вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984)[4]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Подготовка сельских школьников к трудовому образу жизни. М., 1997;
  • Трудовая подготовка сельских школьников в условиях социально-экономических преобразований: теория, практика, перспективы. Челябинск, 2000;
  • Предпринимательство в системе общего, начального профессионального образования. М., 2006[5].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]