Эстәлеккә күсергә

Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат Мөхәмәт улы Ғиләжетдинов
Тыуған:

1 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡортостан Борай районы Борай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Башҡортостан Башҡортостан/Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Уҡыған урыны:

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты (1994)

Стиль:

пастель, граттография, линогравюра, ҡатнаш баҫма графика, китап графикаһы

Исемдәре:

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2013)

Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы (1 ғинуар 1959 йыл) — башҡорт рәссамы, уҡытыусы. Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһындағы «Графика» секцияһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013).

Салауат Мөхәмәт улы Ғиләжетдинов сығышы менән Борай районының Борай ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар Союзы ағзаһы. Салауат Ғиләжетдинов байтаҡ республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Уның эштәре менән Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Новосибирск өлкә картина галереяһында, Томск дәүләт художество музейында, Ҡаҙан ҡалаһындағы Милли-мәҙәни үҙәктә һәм Мәскәү ҡалаһындағы Шиһабетдин Мәржәни фондында танышырға мөмкин. Күберәк автор графика өлкәһендә эшләй (пастель, граттография, линогравюра, ҡатнаш баҫма графика, китап графикаһы һәм башҡалар). Бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәй һәм ижад итә, 2-се балалар художество мәктәбендә уҡыта[1].

Салауат Ғиләжетдинов Өфө гербы авторы (2006)

Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына 2012 йылда дәғүә итеүселәр исемлегенә 29 әҫәрҙән торған «Песнь об Урале» әҫәрҙәр циклы өсөн рәссам-график Салауат Ғиләжетдиновты күрһәтте[2]. «Песнь об Урале» тип аталған әлеге күргәҙмә ике эпик теманы берләштерә. Улар — «Бөйөк дала» һәм «Ете ҡыҙ».