Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Балтас, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы (10 февраль 1947 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-педагог, инженер-механик. 1969 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1980 йылдан киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор, 1988 йылдан — осоу аппараттары двигателдәре йылылығы физикаһы кафедраһы мөдире, 1990 йылдан — авиация йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008),Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фёдор (Фидай) Ғәйфулла улы Бәкеров 1947 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ы Балтас районы Иҫке Балтас ауылында тыуған.

1969 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай, инженер-механик һөнәрен ала.

Хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университетында 1969 йылдан: инженер, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор. 19801988 йылдарҙа киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректоры . 1986—1990 йылдарҙа Фәнни-техник ижад, инженер педагогикаһы һәм психология нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. 19902004 йылдарҙа авиация һәм ракета двигателдәре теорияһы кафедраһы мөдире. 2004 йылдан авиация йылылыҡ төҙөлөшө һәм йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире[1].

Фәнни зшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми эшмәкәрлеге газ турбиналы двигателдәрҙең һәм электр станцияларының яныу камераларында эшләү процестары теорияһын эшләү, энергияны экономиялау проблемаларын хәл итеү, йылылыҡ сығанаҡтары ярҙамында йылылыҡ двигателдәренең зарарлы сығарылмаларын кәметеү менән бәйле. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре авиадвигателдәр сәнәғәтендә түбән эмиссиялы яныу камераларын эшләүҙә ҡулланыла. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997);
  • Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998);
  • СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982);
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары белем биреү хеҙмәткәре (2008).
  • Салауат Юлаев ордены (2017)[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]