Эстәлеккә күсергә

Тушҡыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Тушҡыр
Тушҡыр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

56°06′15″ с. ш. 56°04′52″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 837 001

ОКТМО коды

80 608 437 101

Тушҡыр (Рәсәй)
Тушҡыр
Тушҡыр
Тушҡыр (Башҡортостан Республикаһы)
Тушҡыр

Тушҡыр (рус. Тошкурово) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 436 кеше[1]. Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837001.

Ауылға нигеҙҙе үҙ ерҙәрендә Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары һалған.

Тушҡыр ауылына, фараз ителеүенсә, XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Себер юлының Танып улусы, Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Табындарҙың хәрби хеҙмәткә бәйле төрлө тарафтарҙа төпләнеүе мәғлүм.

Ауыл Тушҡыр исемле йылға буйында урынлашҡан. 1795 йылда бында 18 йортта тик башҡорттар ғына йәшәй: 81 ир-ат һәм 68 ҡатын-ҡыҙ. Ауыл 10-сы башҡорт кантонына инә, бөтә башҡорттар кеүек үк, халыҡ хәрби хеҙмәт үтәй (Ырымбур сиген һаҡлау буйынса һәм хәрби походтарҙа ҡатнаша).

1808 йылдың 18 апрелендәге килешеүгә ярашлы, Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәренә типтәрҙәрҙе индергән. Башҡорт ерҙәренә индереү тураһында килешеүҙәр 12-60 йылға төҙөлгән. Әммә 8-12 йылдан һуң керҙәштәр яңы урын эҙләргә мәжбүр булалар, сөнки һөрөнтө ерҙәр бик тиҙ уңдырышлығын юғалта. Башҡорт ауылдарында ревизия ваҡытында килмешәктәр күренһә, тимәк улар бында яңыраҡ индерелгән, бер аҙҙан улар икенсе ергә күсенеп китһә, улар күрһәтелмәгән. Мәҫәлән, 1711 йылда был ауылда яһаҡ түләүсе татарҙар ҙа йәшәгән, улар шул уҡ йылда Сыпсыҡ (Сәпсек тиелгән) ауылы башҡорттары менән яңы килешеү төҙөгән һәм Тушҡыр йылғаһы буйына, уларҙың ерҙәренә күскән [2].

1816 йылғы VIII ревизияла 196 башҡорт, 1808 йылғы килешеү буйынса индерелгән 20 мишәр һәм 129 типтәр күрһәтелгән. 1834 йылда ауылда 310 башҡорт, 176 типтәр, 47 мишәр йәшәгән [2].

1843 йылда 310 башҡортҡа барлығы 1080 бот ужым һәм 1864 бот яҙғы һабан иген сәселгән. Башҡорттар йылҡы һәм һыйыр үрсеткән, 212 һарыҡ, 241 кәзә тотҡан, 10 хужалыҡ умартасылыҡ (32 умарта), солоҡсолоҡ (10 солоҡ) менән шөғөлләнгән. Ауылда ике тирмән булған.

1859 йылдағы унынсы ревизия ваҡытында 102 йортта 258 ир-ат һәм 243 ҡатын-ҡыҙ, 165 ир-ат һәм 153 ҡатын-ҡыҙ (58 йортта) теркәлгән[2] .

Ун туғыҙынсы быуат аҙағынан ауылда шаршамбы һайын баҙар үткәрелгән, өс аҙыҡ-түлек кибете булған. Тере Танып йылғаһы буйында баржалар өсөн пристань булған (3 саҡрым ситтәрәк). Ике мәсет төҙөлгән.

1906 йылда ауылда 278 йортта 1533 кеше йәшәй. 1920 йылда бында 320 йортта 1675 кеше була.

2010-сы йылдарға тиклем ауылда урта мәктәп, төп белем биреү мәктәбе эшләй. Участка дауаханаһы халыҡты хеҙмәтләндереүен дауам итә. Хәҙерге ваҡытта бында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Тушҡыр ауылы исеме Тушҡыр йылғаһы атамаһына бәйле. Башҡорт телендә «түш»- ҡалҡыу урын, мәҫәлән, тау түше, ««ҡыр»- ялан[3] (159-се бит).

1726 йылда Тушҡыр ауылы башҡорто Йәрмөхәмәт Биметов килешеүҙән 8 йыл үткәс, үҙ улусы башҡорттары менән килешеү төҙөп алған ерҙән баш тарта.

Тушҡыр ауылы башҡорто зауряд-яҫауыл Әбделмәннәф Байрамиев поход старшинаһы булып хеҙмәт иткән. 1842 йылға ул Березовский һәм Каменский редуттарында, Үрге Урал (Верхнеуральск), Уртазым, Орск ҡәлғәләрендә (Яйыҡ-Урал йылғаһы буйлап) алты айлыҡ сик буйы хеҙмәтендә биш тапҡыр була. Уның улдары — Мөхәммәтша һәм Нәғимән[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 436 206 230 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 17 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 81 км

Баҙар урамы

Ғабдулла Туҡай урамы

Гагарин урамы

Комсомол тыҡрығы

Йәштәр урамы

Яр буйы (тыҡрыҡ)

Яңы урам

Баҡса урамы

Совет урамы

Социалистик урам

Фрунзе урамы

Үҙәк урам

  • Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙы Ғәлина-Ихсанова — педагог, шағирә [4]
  • Гәрәйшин Ғәтүф Васби улы — табип, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы[5]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)