Эстәлеккә күсергә

Ҡырым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡырым ярымутрауы битенән йүнәлтелде)
Ҡырым
урыҫ Крым, укр. Крим, крымскотат. Qırım, Къырым
Ҡырымдың спутниктан төшөрөлгөн һүрәте
Ҡырымдың спутниктан төшөрөлгөн һүрәте
Характеристикалары
Майҙаны27 000 км²
Иң бейек нөктәһе1545 м
Урынлашыуы
45°24′ с. ш. 34°00′ в. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияАҙау диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ
Европа
Точка
Ҡырым
 Ҡырым Викимилектә

Ҡырым (рус. Крым, укр. Крим, ҡырымтат. Qırım, Къырым; шулай уҡ — Ҡырым ярымутрауы, рус. Крымский полуостров, укр. Кримський півострів, ҡырымтат. Qırım yarımadası, Къырым ярымадасы, элегерәк — Таурида (юнан. Ταυρίδα)) — Ҡара диңгеҙҙең төньяғындағы ярымутрау, төньяҡ-көнсығыштан Аҙау диңгеҙе менән йыуыла.

Ҡырым ярымутрауы Рәсәй менән һәм Украина араһында бәхәсле ер булып тора. Ҡырым Рәсәй Федерацияһына ҡушылдырылды, һәм ул 2014 йылдың буранайынан башлап Рәсәй Федерацияһы идараһында. БМО-ға ҡараған илдәрҙең күпселеге (БМО Генераль Ассамблеяһы Резолюцияһы 68/262) бөтөн Ҡырымды Украина өлөшө тип ҡарауҙы дауам итә[1][2].

Рәсәйҙең федератив ҡоролошона ярашлы, Ҡырымда Рәсәй Федерацияһы өлкәләре — Ҡырым Йөмһүриәте һәм федераль әһәмиәтендәге Аҡъяр ҡалаһы урынлашҡан. Украина административ бүленешенә ярашлы, бында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм Аҡъяр ҡала советына буйһонған территориялар (махсус статустағы Аҡъяр ҡалаһы) инә. Арабат уғының төньяҡ өлөшө Украинаның Херсон өлкәһенә ҡарай һәм территориаль бәхәстәр объекты булып һанала.

Атамаһы

Антик дәүерҙәрҙән ярымутрауҙы, Ҡырымдың көньяғында йәшәгән бик боронғо тавр ҡәбиләләре исеме менән Таврика (юнан. Ταυρικῆ) тип атап йөрөтөү нығынған. Хәҙерге атамаһы «Ҡырым»дың хәҙерге исеме XIII быуатта һуң ғына ҡулланыла башлай, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйын монголдар баҫып алғас, Алтын Урҙа ханы наместнигының резиденцияһы урынлашҡан «Къырым» ҡалаһы атамаһы менән бәйле килеп сыҡҡан, тип фаразларға кәрәк. Шулай уҡ, «Ҡырым» атамаһы Перекоп муйыны атамаһы менән бәйлелер (рус һүҙе «перекоп» — ул төрөксә «qırım», рус телендә «ров», башҡортса «соҡор, ур»). Ҡырымда генуэз колониялары торған осорҙа (1266—1475), әрмәндәр 1400 йылға бөтөн Генуэз республика биләмәләре халҡының 2/3 өлөшөн тәшкил иткәнлектән, ул осор сығанаҡтарынан билдәле булғанса, уны Диңгеҙ Әрмәнстаны (Armenia Maritime) йәки Оло Әрмәнстан (Armenia Magna) тип тә йөрөткәндәр[3].

«Къырым» Һүҙенең этимологияһы асыҡ билдәле түгел, һәм уның килеп сығыуы тураһында бер нисә фараз бар:

  • Боронғо төрөк телендәге *qurum ‎(«һаҡлау, оборона») һүҙенән[4]
  • Боронғо грек телендәге κρημνοί ‎(саҡматаш, «ҡаялар») һүҙенән[5]

XV быуаттан Ҡырым ярымутрауын Таврия тип, ә 1783 йылда ул Рәсәйгә ҡушылғандан һуң — Таврида тип йөрөткәндәр. Бөтөн Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы — Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәренең төньяҡ яр буйы һәм уларға яҡын ятҡан дала территориялары ла шулай тип аталған[6].

Төп мәғлүмәт

Йәғрәфиәһе

Ярымтрау Ҡара диңгеҙ эсенә тәрән инеп ултырғанлыҡтан, көньяҡтан һәм көнбайыштан уны диңгеҙ йыуа; Ҡырым ярымутрауы, үҙен көнсығыштан йыуыусы Аҙау диңгеҙен Ҡара диңгеҙҙән айыра. Ҡырым ярымутрауының яр буйы оҙонлоғо 2 500 километрҙан артыҡ; шуның 50 % яҡыны Сиваш буйы ярына, 750 километры — Ҡара диңгеҙгә[7] һәм 500 километрға яҡыны — Аҙау диңгеҙенә тура килә[8].

Ярымутрау материк менән, шоссе һәм тимер юлдары булған тар (8 км-ға саҡлы) Перекоп муйыны аша тоташҡан, шулай уҡ бынан Төньяҡ Ҡырым каналы йырҙаһы һәм ЛЭП (юғары вольтлы электр линияһы) үтә. Перекоп муйынынан Ҡырымдың материк ярымутрауы Көнсығыш Рогты Литва ярымутрауы менән яҡшыртылған грунт юл һалынған грунтлы дамба тоташтыра. Тағы ла көнсығышҡараҡ Сиваш акваторияһы дамбаһы буйлап ҡырым мороно Джангара һәм континенталь Кутара моронон тоташтырыусы асфальт автомобиль юлы һәм юғары вольтлы ЛЭП үтә; көнсығышҡараҡ дамба һәм быуа (плотина) буйлап, Чонгар боғаҙы аша грунтланған юл, артабан көнсығышҡа боғаҙ аша дамба һәм күпер буйлап тимер юл үтә, ә боғаҙҙың иң тар көнсығыш өлөшөндә шоссе үткән автомобиль күпере һалынған; Сиваштың көнсығышында Ҙур гирла ҡылымығы (проток) аша автомобиль күпере һалынған (Генический боғаҙы), Ҡырым ҡомаяғы (коса) төньяҡ сиге Арабатский моронон (стрелкаһын) континент менән тоташтыра. 2015 йылда, Ҡырымды Тамань ярымутрауы менән тоташтырыу маҡсатында, Керчь боғаҙы аша автомобиль һәм тимер юл күпере төҙөлөшө башланды.

Ҡырым ярымутрауының майҙаны — 26 860 км² самаһы, шуның 72 % —тигеҙлек, 20 % — тауҙар һәм 8 % — күлдәр һәм башҡа һыу объекттары.

Ҡырым ярымутрауы геологик яҡтан ҡарағанда, Көнсығыш Европа платформаһы Украин кристалл ҡалҡанының көньяҡ өлөшөн кәүҙәләндерә, шуның сиктәрендә Скиф плитаһы һәм Ҡырым тауҙары (Ҡырым йыйырсыҡлы тау теҙмәләре өлкәһе) айырылып тора.

Ҡырым тауҙары

Рельеф характеры буйынса ярымутрау өс тигеҙ булмаған өлөштәргә бүленә: Тарханкут ҡалҡыулығы менән бергә Төньяҡ-Ҡырым тигеҙлеге (территорияның 70 % -ҡа яҡыны), Бысраҡ вулканлыҡ күрһәткесле Керчь ярымутрауының грядово-холмистые тигеҙлектәр һәм арҡырыһына тигеҙлектәр менән бүлгеләнгән өс ҡалҡыулыҡ – Баш (көньяҡ), Эске һәм Тышҡы (төньяҡ) – булып йәйрәп ятҡан Ҡырым тауҙары. Ҡырымдың тау ҡоролмалары Альп йыйырсыҡлы тау теҙмәләре геосинклиналь өлкәһенең бер өлөшө. Таулы Ҡырымдың йыйырсыҡлы тау теҙмәләре өлкәһе — көньяҡ өлөшө Ҡара диңгеҙ кимәленә тиклем төшкән эре ташлы ҡалҡыулыҡ. Ул интенсив дислоцирлашҡан триас-юр флиш ҡатламдарынан һәм оҙаҡ йылдар буйына ятҡан юғары юр карбонат һәм ҡомло-балсыҡлы аҡбур, палеогенлы һәм неогенлы ҡалынлыҡтарҙан төҙөлгән. Улар менән тимер мәғдәне, төрлө тоҙ, флюслы эзбизташтар һ.б. файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бәйләнгән[9].

Делилиман бухтаһы
Яңы Донъя

Ҡырым тауҙарының Баш теҙмәһе — иң бейеге (1545 м, Роман-Ҡош тауы), представляет собойтәрән каньондар менән бүлгеләнгән айырым ялпаҡ түбәле эзбизле массивтарҙан (яйла) (ҡара:Оло каньон (Ҡырым)) тора. Баш теҙмәнең көньяҡ ипкене Ҡырым суб урта диңгеҙлеге (субсредиземноморье) булараҡ билдәләнә. Эске һәм Тышҡы теҙмәләр Ҡырым тау алды теҙмәләрен барлыҡҡа килтерә.

Бейек тау түбәләре:

  • Роман-Ҡош — 1545 м;
  • Демир-Капу — 1540 м;
  • Зейтин-Ҡош — 1534 м;
  • Кемаль-Эгерек — 1529 м;
  • Эклизи-Бурун — 1527 м;
  • Ангара-Бурун — 1453 м.

Ҡырымдың иң төньяҡ нөктәһе Перекоп муйынында, иң көньяҡ нөктәһе — Николай мороно, иң көнбайыш нөктәһе — Тарханкут ярымутрауындағы Прибойный (мороно, Ҡара диңгеҙ, Ҡара-Мрун), иң көнсығыш нөктәһе — Керчь ярымутрауындағы Фонарь мороно. Көнбайыштан көнсығышҡа аралары (Кара-Мрун һәм Фонарь морондары араһы) — 326 км, төньяҡтан көньяҡҡа (Перекоп муйынынан Николай моронона тиклем) — 205 км. Көнбайыштан көнсығышҡа ара — 360 км, төньяҡтан көньяҡҡа — 180 км. Ҡырым ярымутрауының үҙәге Аҙау ауылы янында.

Ярҙары аккумулятив (геология) тигеҙләнгән. Яр буйы линияһы оҙонлоғо 980 км, шуның 76 % — абразион (геология) ярҙар (йәғни, ҡаяларҙың тулҡындар тәьҫирендә емерелеүе)[10]. Ҡара диңгеҙ яры буйындағы иң эре ҡултыҡтар: Каркинитский ҡултығы, Каламитский ҡултығы, Феодосия ҡултығы. Аҙау диңгеҙе яры буйында: Сиваш, Казантипский ҡултығы, Арабатский ҡултығы. Ҡырымдың көнсығышында Керчь ярымутрауы урынлашҡан, көнбайышында — Тарханкут ярымутрауы, көньяғында — Гераклей ярымутрауы, төньяғында — Тюп-Тархан ярымутрауы.

Ҡоро юл һәм диңгеҙ юлы сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 2500 километрҙан артыҡ.

Климат

Ҡырым, территорияһы сағыштырмаса ҙур булмаһа ла, климатының төрлөлөгө менән айырыла. Ҡырым климаты өс подзонаға бүленә:

  • Дала Ҡырымы (Ҡырымдың күпселек өлөшө, төньяғы, көнбайышы һәм үҙәге).
  • Ҡырым тауҙары
  • Ҡырымдың көньяҡ яры
Алупка паркы
Ялтала Ленин исемен йөрөткән яр буйындағы пальмалар

Төньяҡ өлөшөнөң климаты уртаса-континенталь, көньяҡ ярында — субтропик климатҡа яҡын. Ғинуарҙың уртаса температураһы −1… −3 °C дала зонаһының төньяғында +1… −1 °C дала зонаһының көньяғында, на Южном берегу Ҡырымдың Көньяҡ ярында +2…+4 °C. Ҡырымдың көньяҡ һәм көнсығыш өлөшөнөң: Керчь һәм Феодосияның июль айына хас уртаса температураһы +23…+25 °C. Төньяҡтағы тауҙарҙа йыллыҡ яуым-төшөм 300—400 мм-ҙан 1000—2000 мм-ға тиклем.

Ҡырымдың дала өлөшөндә (июлдең икенсе яртыһында) көндөҙгө һауа температураһы +35…+37 °C күләгәлә, төндә+23…+25 °C етә. Башлыса ҡоро климат, миҙгел (сезон) ҡыуан елдәре өҫтөнлөк итә. Йәй көнө Ҡара диңгеҙ +25 °С.ҡа саҡлы, Аҙау диңгеҙе +27…+28 °Сҡа саҡлы йылына. Ҡырымдың дала өлөшө уртаса климаттың дала зонаһына ҡарай. Ҡырымдың был өлөшө оҙайлы ҡоро һәм бик эҫе йәйе һәм йомшаҡ, йыш ҡына епшек көндәре һәм үҙгәреүсән һауа торошо, аҙ ҡарлы ҡышы менән айырылып тора. Ҡырым тауҙарына бейеклеге буйынса поястарға бүленгән тау климаты характерлы. Йәй шулай уҡ бик эҫе һәм ҡоро, ҡыш еүеш һәм йомшаҡ. Ҡырымдың Көньяҡ ярына субтропик урта диңгеҙ климаты хас. Ҡар япмаһы тик ваҡытлыса ғына була, уртаса алғанда 7 йылға бер ята, арктик антициклондар үткәндә генә һыуыҡтар булғылай.

Гидрографияһы

Ҡырым территорияһы буйлап 257 йылға аға (иң ҙур йылғалар — Салгир, Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы йылға - Кача, Альма, Бельбек), Индол, Биюк-Ҡарасу, Ҡара (Чёрная), Бурульча. Ҡырымдың иң оҙон йылғаһы — Салгир (220 км), иң тулы һыулы — Бельбек (һыу ҡулланыу — секундына 1500 литр). Ҡырымда 50-нән ашыу тоҙло күл бар, шуларҙың иң эреһе — Сасык (Һаҫыҡ) күл - Сиваш — майҙаны 205 км². Ҡара диңгеҙ буйы артезиан бассейнында урынлашҡан. Дала өлөшө орошение каналдар менән йырғысланған, ул каналдарҙың иң ҙуры – Төньяҡ-Ҡырым каналы.

Тәбиғи-ҡурсаулыҡ фонды 158 объект һәм территория (шуларҙың 46-һы дөйөм дәүләт әһәмиәтле, һәм уларҙың майҙаны Ҡырым ярымутрауының 5,8 %-н тәшкил итә) берләштерә. Ҡурсаулыҡ фондына дөйөм биләмәһе 63,9 мең га майҙанды тәшкил иткән 6 тәбиғи ҡурсаулыҡ: «Аҡҡош утрауҙары» филиалы менән Ҡырым тәбиғи ҡурсаулығы, Ялта тау-урман тәбиғи ҡурсаулығы, Мартьян мороно ҡурсаулығы, Ҡарадағ тәбиғи ҡурсаулығы, Казантип тәбиғи ҡурсаулығы, Опукский тәбиғи ҡурсаулыҡтары ҡарай.

РФ тәбиғи ресурстар һәм экология министры Сергей Донской мәғлүмәте буйынса Ҡырым территорияһында нефть запасы 47 миллион тонна, газдың — 165,3 млрд кубометр тәшкил итә. Был байтаҡ существенный күрһәткес, һәм бынан тыш - 18,2 миллион тонна газ конденсаты бар. Уның һүҙҙәре буйынса, ярымутрау территорияһында 44 месторождения углеводород сеймалы, улар араһында 10 нефть, 27 газ һәм 7 газ конденсаты ятҡылығы бар. Бынан тыш, Ҡара диңгеҙ шельфында 5 газ һәм 3 газ конденсаты ятҡылығы, Аҙау диңгеҙе шельфында — 6 газ ятҡылығы бар[11].

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар: минераль тоҙҙар, төҙөлөш сеймалы, яғыулыҡ газы, термаль һыуҙар, тимер мәғдәне запасы бар. Тәбиғи рекреацион ресурстар: йомшаҡ климат, йылы тәбиғәт, сихәтле тәбиғи бысраҡ, минераль һыуҙар, йәмле тәбиғәт (живописные) пейзаждары бигерәк ҙур әһәмиәткә эйә.

  • Индол-Ҡобан нефть һәм газ илтеүсе газоносная) өлкә
  • Ҡара диңгеҙ буйы-Ҡырым нефть һәм газоносная өлкә
  • Керчь тимер мәғдәне бассейны.

Ер тетрәүҙәр

  • б.э.т. 63 йыл (Понтия)
  • 292 йыл
  • 480 йыл (сентябрҙә-октябрҙә)
  • 1341 йыл
  • 1471 йыл
  • 1790 йыл
  • 1793 йыл
  • 1802 йыл — 6 балл
  • 1838 йыл
  • 30 сентябрь, 1869 йыл (Форос эргәһендә)
  • 13 июль, 1875 йыл— 7—8 балл
  • 1902 йыл
  • 18 май, 1908 йыл
  • 24 октябрь, 1908 йыл — 5—6 балл
  • 26 декабрь, 1919 йыл
  • 1927 йыл (26 июнь һәм 1927 йылдың 11 сентябренән 12 сентябрь төнөнә)
  • 1980 йыл (Мускатный ауылында)

Ҡырымдың флораһы һәм фаунаһы

Ҡырымдың хайуандар донъяһы географик яҡтан башҡа сиктәш, Ҡаф тауы, Балҡан һәм Украинаның материк өлөшөндәге, фаунанан юғары кимәлдә изоляцияла булған төрҙәрҙең уникаль комплексын һынландыра. Юғары кимәлдәге эндемизм менән: тау-урман (Көнбайыш Ҡаф тауы менән оло бәйләнеш) һәм тигеҙлек-дала (материк яғынан Аҙау диңгеҙе буйы) фауна комплекстары сочетаниеһы менән характерлана. Ҡырым фаунаһында Көнсығыш Европала таралышы тик Ҡырым менән генә сикләнгән фауна төрҙәре бар.

Ҡырымда үҫемлектәрҙең яҡынса 2400 биологик төрө, шулар араһында: ағастарҙың — 77 төрө, ҡыуаҡлыҡтар төрҙәре күберәк — 113 төр таралған[12]. Ҡырым үҫемлектәренең 118 төрө урындағы власть органдары тарафынан Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һәм ҡурсаулыҡта һаҡланырға тейеш тип билдәләнгән[13].

Халҡы

Йәниҫәп мәғлүмәте буйынса Ҡырым халҡының милли составы (Севастополде индереп):[14][15]

Йылдар Барыһы Рустар Украин-
дар
Ҡырым
татар-
ҙары
Бело-
рустар
Татар-
ҙар
Әрмән-
дәр
Йәһүд-
тәр
Молда-
вандар
Поляк-
тар
Грек-
тар
Немец-
тәр
Болғар-
ҙар
Сиған-
дар
1897[16] 546592 180963 64703 194294 2058 8317 24168 272 6929 17114 31590 7450 944
1926 713823 301398 77405 179094 3842 10713 45926 556 4514 16036 43631 11377 649
1939 1126429 558481 154123 218879 6726 12923 65452 1483 5084 20652 51299 15344 2064
1959 1201517 857883 267938 26433 1202
1970 1813502
1979 2182927 1493122 558829 15280 4365 24012 6548 4365
1989 2430495 1629542 625919 38365 50054 10762 2794 17731 6609 6157 2684 2356 2186 167
2001 2401209 1450394 576647 245291 35157 13602 10088 5531 4562 4459 303 2790 2282 1905
2014 2284400 1492078 344515 232340 21694 44996 11030 3144 3147 2843 2877 1844 1868 2388
Милли нисбәтте сағыштырып ҡарау (%)
Йылдар Барыһы Рустар Украин-
дар
Ҡырым-
татар
ҙары
Белорус-
тар
Татар-
ҙар
Әрмән-
дәр
Йәһүд-
тәр
Молдаван-
дар
Поляк-
тар
Грек-
тар
Немец-
тар
Болгар-
ҙар
Сиған-
дар
1897[16] 100,00 33,11 11,8 35,55 0,38 1,52 4,42 0,05 1,27 3,13 5,78 1,36 0,17
1926 100,00 42,22 10,84 25,09 0,54 1,50 6,43 0,08 0,63 2,25 6,11 1,59 0,09
1939 100,00 49,58 13,68 19,43 0,60 1,15 5,81 0,13 0,45 1,83 4,55 1,36 0,18
1959 100,00 71,40 22,30 2,20 0,10
1970 100,00
1979 100,00 68,40 25,60 0,20 1,10 0,30
1989 100,00 67,05 25,75 1,58 2,06 0,44 0,11 0,73 0,27 0,25 0,11 0,10 0,09 0,07
2001 100,00 60,40 24,01 10,22 1,46 0,57 0,42 0,23 0,19 0,19 0,13 0,12 0,10 0,0
2014 100,00 65,31 15,08 10,17 0,95 1,97 0,48 0,14 0,14 0,12 0,13 0,08 0,08 0,10
XVIII-XIX быуаттарҙа Ҡырым халҡы

Ҡалалары

Аҡъяр

Ҡырымда, Рәсәй Федерацияһына ҡараған Ҡырым Республикаһында һәм Севастополдә, 2016 йылдың 1 ғинуарына даими йәшәүсе халыҡ һаны 2 323 369 кеше тәшкил итә, шуның эсенән Ҡырым Республикаһында — 1 907 106 кеше. Ҡырымстат мәғлүмәте буйынса, 2014 йылдың 1 октябренә, Ҡырым Республикаһының даими йәшәүсе халҡы 1 965 262 кеше булған (шул иҫәптән 1 223 045 ҡала халҡы, йәки 62,23 %, һәм 742 217 ауыл халҡы, йәки 37,77 %)[17]. Күптән түгел генә ҡалала 968 721 кеше, ауылда — 938 385 кеше йәшәгән тигән һан килтерелгән булған. Был мәғлүмәттең сығанағын табып булманы. Ҡырым ярымутрауының иң ҙур ҡалалары: Аҡъяр, Аҡмәсжит, Кәрес, Күҙләү һәм Кәфә. Тарихтан беленгәнсә Аҡъяр һәм Аҡмәсжит 1-се урын өсөн һәр ваҡыт «ярышып» йәшәйҙәр. 1897 йылдағы бөтөн Рәсәй йәниҫәбе мәғлүмәтенән билдәле булыуынса, Кәрес ҡалаһы халыҡ һаны буйынса 3-сө урын биләгән.

Иҡтисады

Бер нисә километр бейеклектән ҡырым йөҙөм плантациялары күренеше

Сәнәғәт 530-ҙән артыҡ эре һәм уртаса ойошмаһы менән Ҡырым иҡтисадының төп тармағы була. Бынан тыш төҙөлөш, ауыл хужалығы, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтары ла көслө. Сәйәхәтселек тә бик көслө тора.

Транспорт

Аҡъяр Ҡырымдың һәр ҡалаһы һәм башҡа тораҡтары менән автобустар менән тоташҡан. Ҡалаларараһы троллейбус маршруттары (Аҡъяр аэропорты — Аҡмәсжит — Алушта — Ялта ҡараюлдарында) бар. Күҙләүҙә юлаусыларҙы трамвайҙар хеҙмәтләндерә. Ялта, Кәфә, Кәрес, Аҡъяр, Аҡмәсет һәм Күҙләү диңгеҙ юлдары менән бәйләнгән. Аҡъярҙа Төньяҡтан Көньяҡҡа һәм кире йүнәлештә ҡала транспорты хеҙмәтен кәмәләр үтәй. Тыуғанаш — Аҡъяр (Күҙләү йүнәлеше менән), Әрмәнбаҙар — Кәрес (Кәфә йүнәлеше менән) тимер юл һыҙаттары Ҡырымды ҡитға менән тоташтыра. Ярымутрау ике диңгеҙ менән йыуыла. Күҙләү, Аҡъяр, Ялта, Кәфә һәм Кәрес — Ҡара диңгеҙ порттары. Кәрестә Ҡырымды Рәсәйҙең Краснодар крайы менән бәйләүсе Кәрес боғаҙы аша борам (паром) менән сығыу урыны (Ҡафтау порты) бар. Аҙау диңгеҙе яр буйының транспорт әһәмиәте юҡ. 2018 йылда Рәсәй Кәрес боғаҙы аша күпер (транспорт үткәүеле) төҙөлөшөн бөтөрҙө.

Тарихы

Б.э.т. II быуатта Ҡырым
Тауриә Хәрсунесы — боронғо юнандарҙың нигеҙ һалған антик ҡала
Гинүйә ҡәлғәһе (Кәфә)
Хан һарайы (Баҡсаһарай)
Черчилль, Рузвелт, Франклин Делано Рузвелт, Иосиф Виссарионович Сталин Ялтала. Шаҡай, 1945
Константин Алексеевич Коровин. Ғорзоф. 1913

Көньяҡ, Таврия, тарихи иҫтәлектәрҙең мөғжизәле берләшмәһе: герман һуғышы, адмирал Колчак, 1917 йылдағы һуғыштар, бында шулай уҡ грек һәм рим осоро, генуя һәйкәлдәре лә йәнәшә генә. Һеҙ даими рәүештә тарихтың ҡатмарлы йоғонтоһонда йәшәйһегеҙ… Севастополь кампанияһы, һәм шул уҡ ваҡытта контраст булып бөгөнгө моряк тора…

Мәҙәниәт

Ҡырым — Көнсығыш Европаның юғары үҫеше осоронда Боронғо Греция һәм Боронғо Рим антик мәҙәниәтенә яҡын торған аҙ райондарының береһе булған. Урта быуаттарҙағы Ҡырым Византия һәм Урта диңгеҙ мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. Антик замандарҙа нигеҙ һалынып, бөгөнгә саҡлы һаҡланып ҡалған Херсонес емереклектәре боронғо грек һәм иртә урта быуат византия архитектураһы мираҫы ул. Ярымутрауҙың урта быуат мәҙәниәтендә мосолман мәҙәниәте йоғонтоһо, атап әйткәндә, татар һәм ғосман архитектураһы йоғонтоһо сағыла. Ярымутрау бар дәүерҙәрҙә лә төрлө халыҡтар вәкилдәре, скифтар һәм гректар, римлеләр һәм византийлылар, болғарҙар, хазарҙар, ҡыпсаҡтар (половцы), бәшәнәктәр (печенег), әрмәндәр һәм готтар теләп йәшәргә ынтылған урын булған. Ҡырымда урындағы һәм килмешәк элементтар нигеҙендә ҡырымлылар (уларға рустар «ҡырым татарҙары» тигән экзоэтноним биргән)[18]), урумдар[19], ҡырымчаҡтар[20] һәм ҡараимдар[21] формалашҡан. Ҡырымды Рәсәй империяһы яулап алғас, ярымутрауҙа рустар, украиндар, болғарҙар, немецтар һәм башҡа халыҡтар күренә башлаған.

Иван Айвазовский. Айыутау күренеше.
Фуруста йәкшәмбе сиркәүе

Ҡырым менән рәссам Иван Айвазовский, яҙыусылар һәм шағирҙар Александр Сергеевич Пушкин, Адам Мицкевич, Алексей Апухтин, Лев Николаевич Толстой, Антон Чехов, Максимилиан Александрович Волошин, Александр Степанович Грин, Аркадий Аверченко, Сергей Николаевич Сергеев-Ценский, Иван Алексеевич Бунин, шағирәләр Леся Украинка, Марина Цветаева һәм Юлия Друнина, ҡырым татар мәғрифәтселәре Исмаил исемдәре бәйле.

Дин

Ҡырымда диндәр

Ҡырым әҙәбиәттә һәм сәнғәттә

  • Александр Пушкин. «Баҡсаһарай фонтаны».
  • Лев Толстой. «Севастополь хикәйәләре».
  • Евгений Львович Марков. «Ҡырым очерктары».
  • Влас Михайлович Дорошевич. «Әҫәрҙәр йыйынтығы. III том. Ҡырым хикәйәләре».
  • Ҡырым легендалары.
  • Сергей Сергеев-Ценский. «Севастополь страдаһы».
  • Василий Аксёнов. «Ҡырым утрауы».
Айвазовский Иван Константинович. Кәфәләге флот.
Архип Иванович Куинджи. Диңгеҙ. Ҡырым. 1898—1908
Карло Боссоли. Евпатория
Карло Боссоли. Баҡсаһарай. 1857
Г. Г. Мясоедов. Ялта порты. 1890

Йондоҙ атауында Ҡырым

Ҡырым ярымутрауы менән бәйле атаманы астероид, кесе планеталар йөрөтә: Таврида (814) (лат. Tauris) һәм Ҡырым (1140) (лат. Crimea) (беренсеһе боронғо атама менән бәйле, икенсеһе — хәҙерге атама менән бәйле), уларҙы 1916 йылының һыуығайының 2-һендә, 1929 йылының аҡъюлайының 30-ында Һимәйеҙ обсерваторияһында Рәсәй (Шуралар Социалист Йөмһүриәттәр Берлеге) йондоҙсоһо Григорий Николаевич[22][23]Неуймин кәшеф иткән[24][25].

Фән

Ҡырымда — океанографик (Аҡъярҙа һәм Кәрестә), эколог-биологик (Ҡаратау (янартау тотомо) биостансаһы), тарихи-археологик, курортологик, дөйөм һаулыҡ, аграр һәм шәрәп эшләп сығарыу, хәрби-фаҙаи, һауасылыҡ һәм хәрби-диңгеҙ йүнәлешле эре ғилми үҙәктәр бар. Киң мәсьәләләр буйынса ғилми тикшеренеү алып барған — В. И. Вернадский исемендәге Ҡырым федераль йәмиғәһе, Аҡъяр дәүләт йәмиғәһе, Ҡырым мөһәндис-мөғәллим йәмиғәһе эшләй. Ҡырымдың көньяғында Ҡырым астрофизик обсерваторияһы һәм уның филиалы — Һимәйеҙ обсерваторияһы урынлашҡан.

Сәйәхәтселек һәм ял

Ҡырымдың курорт булараҡ үҫеш башы XIX быуаттың икенсе яртыһына тура килә. Транспорт бәйләнеше үҫеше менән Рәсәй империяһының Үҙәк губерналарының халҡына диңгеҙ курорттарына барып етеү еңелләшкән. Быуат рубежында йәйге резиденциялар: дача, вилла һәм һарайҙар төҙөү бумы күҙәтелгән. Беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланып ҡалған был биналар ҡырым ҡалаларының характерлы бер һыҙаты булып тора.

Ҡырым туризмының яңы, күп кеше йәлеп итерлек туризм этабы ленин декреттары менән бәйләнгән; Ҡырым, йөҙәр мең турист ҡабул итеп, «Бөтөн Союз һауыҡтырыусыһы» тигән почётлы исемгә лайыҡ булды. 1991 йылдан һуң курорт специализацияһы резко үҙгәргән, был ваҡытта санаторий дауалауынан бигерәк предпочитается пляж һәм әүҙем ялға өҫтөнлөк бирелә башлаған. Айырым ҡағиҙә буйынса ойошторолмаған туристар һан буйынса санаторийҙарҙа ял итеүселәрҙән байтаҡҡа күберәк тура килә.

Билдәле курорт райондары:

  • Ҡырымдың Көньяҡ яры — Ялта ҡала советы һәм Алушта ҡала советы регионы.
  • Көнбайыш яр буйы — Евпатория-Сак регионы.
  • Көньяҡ-Көнсығыш яр буйы — Феодосия ҡала советы һәм Судак ҡала советы регионы.

Ҡырым тауҙарын һәм урман биләмәләрен дәүләт һаҡлай. Ярымутрау территорияһында түбәндәге ҡурсаулыҡтар һәм заказниктар ойошторолған: Ҡырым тәбиғәт ҡурсаулығы, Ялта тау-урман тәбиғәт ҡурсаулығы, Мартьян морон тәбиғәт ҡурсаулығы, Ҡарадағ тәбиғәт ҡурсаулығы, Казантип тәбиғәт ҡурсаулығы һ.б.

Спорт

XIX быуатҡа Ҡырымда таулы туризм үҫешә башлаған. Рәсәйҙең башҡа урындарынан күпкә алдараҡ футбол популярлаша. 1920-се йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш Ҡырым совет планеризмының тыуған еренә әйләнгән. Ҡырымда Иван Масимович Поддубный исеме менән бәйле грек-рим көрәш традициялары, һәм шахмат спорты үҫешкән. XIX быуат башында елкәнле спорт һәм дайвинг үҫеш алды. Шоссела велоспорт популяр. Ярымутрауҙың климаты һәм рельефы, велосипед командаларын йыйып, күнекмәләр (тренировка) үткәреү өсөн уңайлы.

Сығанаҡтар

  1. Crimea (ингл.). The Columbia Encyclopedia, 6th ed. (2015). Дата обращения: ғинуар 2016.
  2. Disputed Territories // The Territories of the Russian Federation 2015 / Europa Publications. — Routledge, 2015. — P. 307. — 346 p. — (Europa territories of the world series). — ISBN 1317445139, ISBN 9781317445135.
  3. Brian Glyn Williams /The Ethnogenesis of the Crimean Tatars. An Historical Reinterpretation /Journal of the Royal Asiatic Society (Third Series) / Volume 11 / Issue 03 / November 2001, pp 329–348. «With the collapse of the Armenian kingdom in Eastern Anatolia under the eleventh-century assaults of the Seljuk Turks, Armenian migrants began to arrive on the shores of the Crimean peninsula seeking refuge. By the 1400s two thirds of the great Genoese emporium on the Crimea's southern coast, Kaffa, for example, were Armenian and the Crimean peninsula was known in various sources from the period as Armenia Maritime or Armenia Magna. Armenian settlers in the Crimea built monasteries, tilled the soil and prospered under Italian rule and, in the process, became an important ethnic component of the south Crimean shore».
  4. Edward Allworth, The Tatars of Crimea: Return to the Homeland : Studies and Documents, Duke University Press, 1998, pp. 5-7.
  5. A. D. (Alfred Denis) Godley. Herodotus. Cambridge. Harvard University Press. vol. 2, 1921, p. 221.
  6. Александр Радьевич Андреев А. Р. История Крыма: Краткое описание прошлого Крымского полуострова.
  7. Изучение береговой зоны Крыма | Русское географическое общество
  8. http://www.green.crimea.edu/publik/doc/analiz.pdf 2014 йыл 26 октябрь архивланған.
  9. Горная энциклопедия. М.:"Советская энциклопедия", 1984—1991. Ст. «Украинская Советская Социалистическая Республика»
  10. Деградация береговой линии в результате воздействия природных и антропогенных факторов // EthnoWork Этнография и краеведение 2014 йыл 17 май архивланған.
  11. Украина оценивает ресурсы сланцевого газа на шельфе Крыма в $40 млрд. ИТАР-ТАСС, 14.04.2014
  12. Згуровская Л. Крым. Рассказы о растениях и животных. — Симферополь: Бизнес-информ, 1996. — С. 7.
  13. Атлас по географии Крыма (пояснительные таблицы к карте «Растительность») // под редакцией Саприной В. И. — С. 7.
  14. Переписи населения Российской Империи, СССР
  15. Всеукраїнського перепису населення 2001
  16. 16,0 16,1 Рәсәй империяһында 1897 йылғы беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу . Распределение населения по родному языку и уездам 50 губерний Европейской России — Таврическая губерния — без Бердянского, Днепровского и Мелитопольского уездов (севернее Крымского полуострова), но с Севастопольским градоначальством
  17. ru.wikipedia.org. 3 июня 2015 года прошла перепись населения в Крымском федеральном округе РФ. Руководитель Росстата Александр Суринов в Ялте представил основные итоги прошедшей в Крыму переписи. В Крымском федеральном округе переписано 2 млн 284,8 тыс постоянных жителей, из них 83% проживает в Республике Крым и 17% — в городе федерального значения Севастополе
  18. Куртиев Р. И., Когоношвили К. К. Этнический термин «татар» и этнос «крымские татары». / Сквозь века: народы Крыма. Вып. 1 // Ред. Н. Николаенко. — Симферополь: Академия гуманитарных наук, 1995.
  19. Баранова В. В. Тюркоязычные греки Приазовья. — 2007 г.
  20. Самойлович А. К вопросу о наследниках хазар и их культуры // Еврейская старина. — Л., 1924. — Т. XI.
  21. Артамонов М. И. История хазар. — Л., 1962. — С. 447.
  22. Ҡалып:IAU
  23. Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет
  24. Ҡалып:IAU
  25. Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет