Фәйрушин Дамир Зөфәр улы
Фәйрушин Дамир Зөфәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны |
Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Мәнәгәҙ, Тушҡыр ауыл советы, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәйрушин Дамир Зөфәр улы (рус. Файрушин Дамир Зуфарович; 10 ғинуар 1947 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дамир Зөфәр улы Фәйрушин 1947 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Мәнәгәҙ ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1969 йылда — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген өлкән инженер булып башлай, артабан республика «Сельхозтехника» берекмәһендә бүлек мөдире вазифаһын биләй.
1981—1988 йылдарҙа — БАССР-ҙың ауыл хужалығы министры урынбаҫары, Дәүләт агросәнәғәте рәйесе, Дәүләт агросәнәғәт союзы рәйесе урынбаҫары.
1991 йылдан — «Башагропроммеханизация» дәүләт-кооператив берекмәһенең генераль директоры.
Артабан «Башсельхозтехника» ауыл хужалығы предприятиеһы генераль директоры вазифаһында эшләй[2]
Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультетында уҡыта[3]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылда Ҡырмыҫҡалы районындағы 222-се Ҡырмыҫҡалы һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссияһы ағзаһы булған[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл хужалығындағы күп йыллыҡ ҡаҙаныштары, намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булған:
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[5]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Указ Президента РФ О присвоении почетных званий Российской Федерации Президент Российской Федерации В.Путин, Москва, Кремль, 26 июля 2000 года N 1381//Файрушину Дамиру Зуфаровичу — генеральному директору государственного сельскохозяйственного предприятия «Башсельхозтехника», Республика Башкортостан
- ↑ Файрушин Дамир Зуфарович
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Указ Президента РФ О присвоении почетных званий Российской Федерации Президент Российской Федерации В.Путин, Москва, Кремль, 26 июля 2000 года N 1381
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 12 созыв (БАССР)
- 29 марта 2021 года родное предприятие посетили Файрушин Дамир Зуфарович, Галлямов Рафиль Аминович и Нуриев Загит Ульфатович, работавшие руководителями в разные годы в ГУСП «Башсельхозтехника» РБ. Вместе с генеральным директором Шайхетдиновым Ф. Р. ознакомились с производственными процессами, выставочной площадкой, музеем. 2022 йыл 6 октябрь архивланған.
- Указ Президента РФ О присвоении почетных званий Российской Федерации