Яңы Мутабаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Мутабаш
Яңы Мутабаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°15′03″ с. ш. 56°21′40″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 840 005

ОКТМО коды

80 604 440 111

Яңы Мутабаш (Рәсәй)
Яңы Мутабаш
Яңы Мутабаш
Яңы Мутабаш (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Мутабаш

Яңы Мутабаш (рус. Новый Мутабаш) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 45 кеше[1]. Почта индексы — 452886, ОКАТО коды — 80204840005.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәлимшин Мәлик иҫбатлауынса, Яңы Мотабаш ауылына кешеләр 1880 йылдарҙа Ҡаҙансы ауылынан вотчина башҡорттары булараҡ күсеп килгәндәр. Яңы Мотабаш ауылына Иҫке Мотабаш ауылынан да күсенеп килгәндәр. Ауыл соҡорҙа булып, тирә-яғын бейек булмаған тауҙар уратып алған, бары тик көньяҡта ғына тирә-яҡта берҙәнбер ҡара тупраҡлы тигеҙ Ыйыҡ яланы йәйелеп ята. Ауылға нигеҙ һалыусылар Мостафа, Хәйерҙаман, Дауыт, Тауаҡай, Шәймәрҙан, Гата, Хәйҙәрша, Вилдан (Уйылдан), Тайуп ҡарттар булған, тип иҫәпләнә. Башта ауыл юғары оста тау башында булған, һуңынан (һыу булмау сәбәпле) түбәнгә Мота йылғаһы буйына төшөп ултыралар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 45 27 18 60,0 40,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

1940 йылда ауылда 380 кеше, 1946 йылда — 321 кеше, 1960 йылда — 287, ә бөгөнгө көндә 17 йортта 47 кеше йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышына 79 кеше китә, 46 кеше яу яландарында баштарын һала.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 42 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Мутабаш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 60 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[2]

  • Шишмә урамы (рус. улица Ключевая)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Күренекле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер — һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп кенә урын — ер атамалары кеше исемдәре менән бәйле:

  • Фәтхи соҡоро
  • Ғилемша соҡоро
  • Хәйерзаман соҡоро
  • Шәймәрҙән тауы
  • Шәйхулла болоно
  • Мостафа бесәнлеге
  • Вәсим күле
  • Әзмүк шишмәһе
  • Исламғәле соҡоро
  • Хөсөн күле

Шулай уҡ, тәбиғи шарттарға бәйле исемдәр күп:

  • Йыланлы күл (әйтергә кәрәк, ауыл тирәһендә йыландар күп: туҙбаш, ҡара йылан. баҡыр йылан, ә күлдә улар мыжғып тора)
  • Балҡойған соҡор (һөйләүҙәр буйынса бирелә ҡырағай үҫкән агастар бик күп булгған, кешеләр ҡырағай ҡорттарҙан бал алғандар)
  • Йәшелсә тау (аҫтында колхоздың йәшелчә баҡсалары булған)
  • Өшөрөк тау (тау текә, ком һәм суйырташтан тора, тиҙ емерелә)
  • Завод ҡаш (ҡайын туҙын эретеп дегет етештергәндәр)
  • Питомник (халыҡҡа йорт алдарына ултыртыу өсөн сәрви агасы үҫтергәндәр)
  • Ҡуян арҡа
  • Ҙур һәм Бәләкәй Яңы баҫыуҙар
  • Аклан шишмә
  • Сейә тау һәм башҡалар.

Ауыл үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гармунсылар күп булыуы иғтибарға лайыҡ:

Вятский, тальян, хромкала, ә һуңыраҡ баянда уйнаусылар Ғәйнелҗан Ғилманов, Зиннәтҗан Ғәйнелҗанов, Ибраһим Солтанов, Мөбарәкҗан Ғилемшин, Тәбрис Садыков, Хәбибҗан Таюпов, Глимхан Тимерғалиев, Вафый Хәсәнов, Әхнәф Фәтхетдинов, Рәйес Ғатин, Хәнис Хәйдаршин, бертуган Фәсихҗан, Ахунҗан, Ғалимҗан Сафиннар,Ғәлимҗан Ғәлимшин һәм аның улдары Мәлик, Рәлит, Рөстәм һәм башҡалар. Рәйес Ғатин, бертуған Ғәлимшиндар төбәк һәм республика конкурстары дипломанттары булды.

  • Ауылдың тағы ла бер үҙенсәлеге бар: ул кешеләрҙең исемдәрен ҡыҫҡартып әйтеү. Мәҫәлән, Рәхимҗан — Рәхи, Ғиндулла — Ғиндул, Җәннәтелҗиһан — Җәннәт, Шәмғыя — Шәмғый, Ҡәтифә — Ҡәти, Ғәфиәтулла — Ғәфиәт, Яҡытылҗиһан — Яҡыт, Мирзалихан — Мирза (Мөрҗәй), Ғәйнелҗан -Ғәйнел, Хәбибҗан — Хәби, Фәхринур — Фәхри һәм башкалар. Шулай уҡ һәр ғаиләнең тейерлек ҡушаматы бар ине. Мәҫәлән, Торна, Сабаҡ (Чабаҡ), Йәбрәй(еврей) һ.б. Әйтергә кәрәк, быға асыуланыусы кеше бик һирәк ине.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ярис Зәйдуллин. «Фидакаръ хезмәте, урнәкле тормышы» «Ышаныч» № 30 16 апрель 2016 ел (Асиә Закирова тураһында).
  • Ярис Зәйдуллин. Авыл тарихында якты эз калдырган. № 55 12 май 2015 ел.
  • Ярис Зәйдуллин. Яңы Мотабаш авылы батырлары. № 53-54 8 май 2015 ел.
  • Рәзидә Вәлитова. Кызыл таң. 12 август 2013 ел (Гатина Рәүиә тураһында)
  • Ярис Зәйдуллин. Яңы Мотабаш тарихынан. «Ышаныч» 27 декабрь 2012 ел.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Мутабаш ауылы