Эстәлеккә күсергә

Үршиҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үршиҙе
татар. Үрмияз
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°08′59″ с. ш. 57°04′52″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 846 005

ОКТМО коды

80 604 446 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үршиҙе (Рәсәй)
Үршиҙе
Үршиҙе
Үршиҙе (Башҡортостан Республикаһы)
Үршиҙе

Үршиҙе (рус. Уршады) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 276 кеше[1]. Почта индексы — 452891, ОКАТО коды — 80204846005.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 276 138 138 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 129 км

Урам исеме[2]

  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Болон урамы (рус. улица Луговая)
  • Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Үршиҙе-Үрге шишмә, тигәндән. Ауылдың беренсе урыны зыяраттың өҫкө яғы янында булған. Тәфтиләү яуы ваҡытында ауыл яндырылғас, халыҡ Мәндекәй тигән ауылға йылға буйлап киткәндәр. Шунан, Мәндекәй ҡарттары кире ҡайтырға кәңәш биргән. Халыҡ ҡайтып, хәҙерге күперҙең теге яғына урнашалар. Ә Һөйәнтүҙ яғынан килгәндәр Саҙиҡ бабай урынына урынлашҡан булған. Һөйәнтүҙ яндырылғас, бер ҡыҙ бала туғанын күтәреп, кеше йәшәгән төбәк эҙләп бында килгән.
1750 йылда ауылда 2-3 йорт булған.15 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы бик тырыш булған. Һунар, балыҡ тотоу, ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Унан ер эшкәртеү киткән. Бер нисә һыу тирмәне булған. Үршиҙе ауылы Сарс һәм Шады йылғаларының үр башында урнашҡан.
Таҫтүбә ауылы халҡына 65 йылға арендаға ер биргәндә Үршиҙе ауылы кешеләре Илекәй Итбаев(документҡа ҡул ҡуйған), Ниғмәтулла Собханҡолов, Шәйли Мурсәлимов, Итбай Аҙнабаев, Шәмиғол Иткустин тамға ҡуйғандар.
Архив мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 13 йортта 43 кеше, 1834 йылда 25 йортта 133 кеше, 1895 йылда 60 йортта 415, 1920 йылда 116 йортта 595 башҡорт йәшәгән. Архив мәғлүмәттәрендә 1870 йылда ауылда мишәрҙәр йәшәй тип күрһәтелһә лә, мишәрҙәр булмаған ауылда.
Мәсет теркәлгән. Имам — Вәлинур Зәйнетдинов (1911 йыл)

Яланҡул, Шарлауыҡ-шишмә, Сарабүләк, Шәрип тауы, Захаркүл, Ташлыкүл шишмәһе, быуаһы.

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Үршиҙе ауылы