Эстәлеккә күсергә

Гөмбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Гөмбә
Гөмбә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

55°59′47″ с. ш. 57°03′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 819 004

ОКТМО коды

80 604 419 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Гөмбә (Рәсәй)
Гөмбә
Гөмбә
Гөмбә (Башҡортостан Республикаһы)
Гөмбә

Гөмбә (рус. Гумбино) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 141 кеше[1]. Почта индексы — 452892, ОКАТО коды — 80204819004.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 141 66 75 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 47 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡашҡа): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 142 км

Төй йылғаһы буйында ултырған Гөмбә ауылы исеме «гөмбә» (бәшмәк)-грибы һүҙенән килеп сығыуы ихтимал.
1805 йылда балыҡсы ауылдарының аҫаба башҡорттары Таҫтүбә ауылы крәҫтиәндәре менән 65 йылға ер биләмәләрен арендаға биреү буйынса килешеү төҙөйҙәр. Тамға йәки имза куйыусылар араһында гөмбәлеләр Сәлих Бүләков, Хәмит Рыҫҡужин, Евбатыр Илишев,Мратбакий Сөләймәнов, ахун Фәйзулла Мурсалимов (имза), Кәлимулла Ташбулатовтар бар.
Архив мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 1798 йылда 17 йорт 90 кеше, 1834 йылда 38 йорт 210 кеше, 1870 йылда 47 йорт 267 кеше, 1906 йылда 85 йорт 527, 1920 йылда 118 йортта 605 кеше йәшәгән. 1870 йылда Гөмбә халҡын мишәрҙәр тип күрһәтелһә лә, унда бер генә мишәр ҙә йәшәмәгән.
Ауылда мәсет янында «башҡорт мәктәбе» булған.

«Көмбә» (башҡ.диалект)- ҡырлыҡ, энә япраҡ, торица посевная[2]. (539-сы бит).

Урам исеме[3]

  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
  • Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
  • Яр урамы (рус. улица Набережная)
  • Беренсе май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге
  3. «Налог Белешмәһе» системаһында Гөмбә ауылы