Эстәлеккә күсергә

Сураш (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сураш
Сураш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°04′41″ с. ш. 57°10′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 843 003

ОКТМО коды

80 604 443 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сураш (Рәсәй)
Сураш
Сураш
Сураш (Асҡын районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сураш

Сураш (рус. Чурашево) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 233 кеше[1]. Почта индексы — 452895, ОКАТО коды — 80204843003.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 233 113 120 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 50 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Солтанбәк): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 138 км

Урам исеме[2]

  • Шишмә урамы (рус. улица Ключевая)
  • Түңәрәк урамы (рус. улица Кольцевая)
  • Сарс урамы (рус. улица Сарс)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)

Сураш ауылы ХVIII быуатта билдәле булыуын төрлө мәғлүмәттәр раҫлай. Беренсе версия буйынса, ауылдың исеме уның урнашыуына бәйле булырға мөмкин. Сарс һәм Күнгәк йылғалары ҡушылып, матур дуға яһап, ауылды ике тапҡыр уратып- уратып аға. Халыҡ телендә ул «Су— ураш» тигәнде белдереп, ауылға исем биргән (ауылды Су- һыу уратҡан мәғнәһендә).
Икенсе версия лә бар. Сураш ауылында тыуып үҫкән профессор, юридик фәндәр докторы Сәмиғуллин Венир Кәлимулла улы «Чураш» исемле тарихи-социологик — очергында сураш ырыуы хатта IX—X быуаттарҙа, иң тәүге башҡорттар тураһында иҫкә алынғанда уҡ, билдәле булыу мөмкинлеген яҙа.
ХVIII быуаттың 30-сы йылдарында, башҡорт ихтилалдары ваҡытында, ауыл Иҫке Сарс (хәҙерге Солтанбәк) кеүек үк Тевкелев карателдәре тарафынан яндырылған һәм оҙаҡ ҡына тергеҙелмәгән булыуы ихтимал . 1795 йылдағы V ревизия мәғлүмәттәрендә ауыл күрһәтелмәгән, ә алдағы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 1816 йылда — 23, 1834— 40, 1850- 68, 1858 йылда 92 ир-ат заты булыуы билдәле.
1717 йылдың башында уҡ билдәле булған Себер юлының Балыҡсы волосы Сураш башҡорто Чермшак Илеков «с товарыщи» Танып волосы башҡорттарын Үҙәй ауылы Ураҙай Аҙнағолов, Кулымбет Чискаконов, Ямек Кәҙерғолов Өфө йылғаһының уң яғындағы борт ерҙәренә оҙатыуҙы яңынан башлап ебәрә. Килешеү төҙөп, шул ерҙәргә керҙәштәрҙе (припущенники) керетеү эштәрен башлап ебәреү тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған.