Арбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Арбаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

55°57′07″ с. ш. 56°21′56″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 802 001

ОКТМО коды

80 604 402 101

ГКГН номеры

0521729

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Арбаш (Рәсәй)
Арбаш
Арбаш
Арбаш (Башҡортостан Республикаһы)
Арбаш

Арбаш (рус. Арбашево) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 209 кеше[1]. Почта индексы — 452889, ОКАТО коды — 80204802001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 209 96 113 45,9 54,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 35 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 139 км

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Арбаш ауылында «Урал» ауыл хужалығы кооперативы, фельдшер — акушерлыҡ пункты, китапхана, почта бүлеге, мәҙәниәт йорто, ауыл хакимиәте йорто, мәсет, телефон, телевидение бар, юлдар төҙөкләндерелгән
  • Арбаш ауыл хакимиәтенә ҡараған Шишмә — Үрәкәй ауылында фельдшер — акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет эшләй, телефон, телевидение бар, юлдар төҙөкләндерелгән.

Ауылда мәктәп бөтөрөлдө.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арбаш ауылына, яҡынса 1702 йылдарҙа нигеҙ һалына. Беренсе булып Балтас районы Бигелде ауылы старшинаһы Шәрипов тауҙың көнбайыш яғына күсеп ултырған. Унан Бимкә, Уразай ауылы кешеләре күсенеп килә. Улар тауҙың көнсығыш битләүенә, хәҙерге мәктәп, мәҙәниәт йорто биналары урнашҡан ерҙәргә нигеҙ һала. Беренсе күсеп килеүселәр ар ырыуынан була, шуға ла ауылды Арбаш, йылғаны Ар тип атайҙар. Үҙ ерҙәре булмағанлыҡтан, бернисә күсеп килеүсе шул уҡ йылдарҙа күсеп килеүсе Упҡанкүл кешеләренән ер һатып алалар. Ауылда ике мәсет була. Ауыл ике мәхәлләгә бүленгән. Һәр мәхәлләгә икешәр мулла билдәләнгән . Һәр мәсет янында башланғыс дини мәктәп булған.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[2]

  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Интернациональ урамы (рус. улица Интернациональная)
  • Мәжит Ғафури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Мичурин урамы (рус. улица Мичурина)
  • Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
  • Болон урамы (рус. улица Полевая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Арбаш ауылы