Эстәлеккә күсергә

Шишмә-Ураҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Шишмә-Ураҡай
татар. Чишмә-Уракай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

55°54′43″ с. ш. 56°23′05″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 802 002

ОКТМО коды

80 604 402 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Шишмә-Ураҡай (Рәсәй)
Шишмә-Ураҡай
Шишмә-Ураҡай
Шишмә-Ураҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Шишмә-Ураҡай

Шишмә-Ураҡай (рус. Чишма-Уракаево) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 245 кеше[1]. Почта индексы — 452889, ОКАТО коды — 80 204 802 002.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 245 114 131 46,5 53,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 30 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арбаш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 136 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шишмә Үрәкәй ауылы (элекке Яңысолтанғол) типтәр-мишәр биләмәһе булараҡ билдәле. Ауылға 1723 йылдарҙа типтәрҙәр нигеҙ һалған. Иң тәүҙә Шишмә -Үрәкәй Якунин ауылы янында урнашҡан. Башҡорттар менән 1782 йылғы килешеү нигезендә Яугилде ауылынан мишәрҙәр күсеп килгәндәр. Килешеүгә Ғомәр Үрәкәев ҡул ҡуйған һәм күсеп килеүселәрҙе лә үрәкәйәлеләр тип атағандар.
ХVIII быуаттың 70-се йылдарында ауыл Шишмә -Үрәкәй исеме алған. Шишмә «родник»,"ключ",Үрәкәй «үр», «юғары» тигән мәғнәлә,йәғни беренсе урнашҡан Яңысолтанғол ауылынан үрҙәрәк урнашҡан тигәнде аңлата. Ауыл янынан Екатерина II ваҡытында юл төҙөлгән, ул юлдан тотҡондар үткән.
1886 йылда мәсет төҙөлгән.
1936 йылда мәсет ябылып, мәктәп асыла һәм ул 1947 йылға тиклем эшләй.
1929 йылда Шишмә -Үрәкәйҙә «Ҡыҙыл Шәреҡ» колхозы төҙөлә.
1932 йылда айырым хужалыҡтар берләштерелә. Колхоз «Красный ключ» тип атала. Рәйесе Шакир Әхмәтов була.
Бөйөк Ватан һуғышына Шишмә-Үрәкәйҙән 151 кеше китә, 78-е яуҙа һәләк була. Тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡан 73 ветерандың 27-һе инвалид булып ҡайта.
1978 йылда мәктәпте һүтеп, уның урынына клуб төҙөйҙәр.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[2]

  • Ғабдулла Тукай урамы (рус. улица Габдуллы Тукая)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Беренсе май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Ирек урамы (рус. улица Свободы)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әсләмова Сөмбел. Чишмә авыл. Ышаныч. 21 июнь 2016 йыл. Башҡортостан Республикасының «Башкортостан Республикасы» Нәшрият йорты дәүләт унитар предприятиесы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Шишмә Уракай ауылы