23 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
23 июнь | |
![]() |
23 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 174-се (кәбисә йылында 175-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 191 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Олимпиада көнө.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының дәүләт хеҙмәте көнө.
Милли
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2000: Нефтекама ҡалаһында Башҡорт дәүләт университеты филиалын асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәрифйәнов Измаил Ибраһим улы (1940), ғалим-тарихсы. 1987 йылдан Ҡазан дәүләт университеты һәм Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2010 йылдарҙа яңы һәм өр-яңы тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ҡазан университетының атҡаҙанған профессоры (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Абдуллин Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы (1955), спортсы. Саңғы ярышы буйынса 1980—1988 йылдарҙа СССР-ҙың, 1993—2000 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Һаңғырауҙар араһында Бөтә донъя ҡышҡы уйындарының (1983) ике тапҡыр чемпионы, эстафетала Европа (2000) чемпионы, 10, 15 һәм 30 километрға ярыштарҙа СССР (1980—1985) һәм РСФСР (1980—1985, 1988) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылынан.
- Әхмәтзарипова Эльмира Нәзиф ҡыҙы (1960), йырсы (лирик сопрано), режиссёр, педагог. 1997 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2014 йылдан — режиссёр, бер үк ваҡытта 2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Усманов Фларит Фоат улы (1957), табип-хирург, хужалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау эшмәкәре. 2007—2019 йылдарҙа Асҡын районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ожаровский Владимир Фёдорович (1848—4.09.1911), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1906—1911 йылдарҙа Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы.
- Ключарев Александр Степанович (1853—?), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1911). Хоҡуҡ кандидаты. 1905—1911 йылдарҙа Өфө губернаторы. «Уфимский край» гәзитен ойошторусы һәм уның мөхәррире. Сығышы менән Тифлис ҡалаһынан.
- Черкасов Владимир Иванович (1918—22.10.1943), 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, пулемёт расчёты командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Иванова Валентина Васильевна (1943), Бәләбәй районы үҙәк мәҙәниәт һарайының «Русские звоны» халыҡ хоры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шакиров Йыһандар Таһир улы (1914—6.05.2006), умартасы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), биология фәндәре кандидаты (1967), доцент (1968). РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1985), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
- Дмитриев Юрий Константинович (1949), ғалим-инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1970—2009 йылдарҙа «Каустик» заводының (артабан производство берекмәһенең һәм ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан — баш инженеры, 2005 йылдан — генераль директоры. 2009 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Павлинич Сергей Петрович (1954), ғалим-инженер‑механик, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2004—2013 йылдарҙа Өфө двигателдәр эшләү заводының техник директоры. Бер үк ваҡытта 2009 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007) һәм атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2006). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Таһиров Илгиз Тайфур улы (1984), театр актёры. 2009 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1750: Деода де Доломьё, Франция геологы, минералог (доломит минералына уның исеме бирелгән).
- 1855: Лидия Цераская, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ҡатын-ҡыҙ астрономы, яҡтылыҡтары үҙгәреп торған 219 йондоҙҙо асыусы.
- 1889: Анна Ахматова, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР шағиры, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1910: Жан Ануй, Франция драматургы.
- 1925: Усман Әхмәтйәнов, СССР режиссёры, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976).
- 1930: Донн Фултон Айзели, АҠШ-тың хәрби осоусыһы, НАСА астронавы.
- 1935: Әнәс Хәсәнов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1940: Стюарт Сатклифф, Британия рәссамы, музыкант, «The Beatles» төркөмөнең беренсе бас-гитарасыһы.
- 1945: Джон Гаранг, Судандың Азатлыҡ Халыҡ Армияһы етәксеһе, илдең вице-президенты.
- 1965: Валерий Меладзе, йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006).
- 1995: Данна Паола, Мексика йырсыһы, актриса.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]