Черкасов Владимир Иванович
Черкасов Владимир Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 июнь 1918 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 22 октябрь 1943 (25 йәш) |
Вафат булған урыны | Лоев районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Лоев районы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Черкасов Владимир Иванович (23 июнь 1918 йыл — 22 октябрь 1943 йыл) — 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Иванович Черкасов 1918 йылдың 23 июнендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Ете синыф тамамлаған. 1943 йылдан — ВКП б) ағзалығына кандидат.
Владимир Иванович Рыбинск ҡалаһында һәм Өфө моторҙар эшләү заводында башта — токарь, һуңынан бригадир булып эшләй.
Ҡыҙыл Армия сафына 1938 йылда Өфө ҡала военкоматы тарафынан саҡырыла. 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1943 йыл 15 февраленән. Үҙәк фронтында һуғыша.
188-се Аргун уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры (106-се Байҡал аръяғы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың 22 октябрендә һәләк була, Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районындағы Чаплин ҡасабаһында ерләнгән е[1][2].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Сержант В. И. Черкасов үҙенең станок пулемёты расчеты менән беренселәрҙән булып Лоев ҡасабаһы тирәһендәге (Гомель өлкәһе) Днепр аша сыға һәм йылғаның уң ярында нығына. Баҫып алыу төркөмдәре һәм башҡа подразделениелар йылға аша сыҡҡан саҡта уларҙы пулемёт уты менән ҡаплап тора. Бер үк ваҡытта 3 дошман контратакаһын кире ҡаға, 50 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә; 16 октябрҙә сафтан сыҡҡан рота командирын алмаштыра һәм плацдармда алыш менән етәкселек итә»[3].
«Советтар Союзы Геройы» исеме 1943 йылдың 30 октябрендә бирелә[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лоев ҡасабаһында (Белоруссия) Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Герой (1943, үлгәндән һуң).
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (30.10.1943)[3];
- Ленин ордены (30.10.1943).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/53, л. 190, 191).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алёшкин А. М. Сердцем на амбразуру. — Иркутск, 1976. / стр. 305—306.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984. / стр. 565.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1968, кн. 3. / стр. 432—436.
- В памяти народной. 2-е изд. — Киев, 1985. / стр. 353.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Черкасов Владимир Иванович 2020 йыл 16 июнь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2020)
- Черкасов Владимир Иванович . «Герои страны» сайты.
- Владимир Иванович Черкасов.
- Республика Хәрби Дан музейы: Владимир Иванович Черкасов 2020 йыл 29 ғинуар архивланған..
- 23 июндә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 22 октябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Лоев районында вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Халхин-Гол буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр