Тбилиси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тифлис битенән йүнәлтелде)
Тбилиси
груз. თბილისი
Флаг[d]
Flag of Tbilisi.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 455
Рәсми атамаһы თბილისი
Этнохороним Tbilissienne[1], Tbilissien[1], Tbilisano, тбілісец, тбіліска һәм тбілісцы
Рәсми тел Грузин теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия[2]
Административ үҙәге Грузия, Грузино-Имеретинская губерния[d], Картли-Кахетинское царство[d], Рейхскомиссариат Кавказ[d], Тифлис губернаһы[d], Тифлис өйәҙе[d], Грузия ССР-ы[d], Закавказская демократическая федеративная республика[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], Социалистическая Советская Республика Грузия[d], Тбилисский эмират[d], Иберия, Грузия батшалығы, Картлийское царство[d], Грузия[d], Военный совет (Грузия)[d], Q3591823? һәм Грузия Демократик Республикаһы[d]
Административ-территориаль берәмек Грузия[2]
Геомәғлүмәттәр Data:Georgia/Tbilisi.map
Хөкүмәт башлығы Кахабер Каладзе[d]
Халыҡ һаны 1 118 035 кеше (2014)
Административ рәүештә бүленә Gldani District[d], Didube district[d], Район Ваке[d], Isani District[d], Krtsanisi District[d], Мтацминда[d], Надзаладеви (район)[d], Сабурталинский административный район[d], Samgori District[d] һәм Чугурети[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Туғандаш ҡала Саарбрюккен[d][3][4], Нант[d][3], Любляна[3], Инсбрук[5][3], Палермо[6][3], Бристоль[d][3], Бильбао[3], Киев[7][3], Астана[3], Истанбул[3][8], Ереван[9], Атланта[3], Вильнюс[10][11], Кишинёв[3][12], Ҡәһир[3], Доһа[3], Тәһран[3], Минск[3], София[3], Бухарест[3], Краков[3][13], Анкара[3], Афина[3], Львов[14][3], Одесса[15][3], Люблин, Мәскәү ҡалаһы, Лагос, Варшава[3], Рига[3], Прага[3], Линкольн[d][3], Харьков[3], Иерусалим[3], Будапешт[3], Баҡы[3][16] һәм Санкт-Петербург
Майҙаны 720 км²
Почта индексы 0100–0199
Рәсми сайт tbilisi.gov.ge
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Коллаж
Вид в ночное время
Панорамный вид
Тема иҡтисады economy of Tbilisi[d]
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Тбилиси[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Беренсе яҙма телгә алыу IV быуат
Урындағы телефон коды (32)
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Тбилиси[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Tbilisi[d]
Commons-logo.svg Тбилиси Викимилектә

Тбили́си (груз. თბილისი tʰ'biliˌsi Tbilisi.ogg [17][18] — «йылы сығанаҡ», урыҫса «тёплый источник») — Грузияның баш ҡалаһы[19]. Кура йылғаһы буйында урынлашҡан һәм 1,5 миллионға яҡын халҡы менән илдең иң ҙур ҡалаһы һанала. Уға V быуатта нигеҙ һалынған. Европа менән Азия сигендә урынлашыуы арҡаһында Тбилиси күп тапҡыр Кавказдағы төрлө көстәрҙең үҙ-ара бәхәсенә сәбәпсе була. Ҡаланың күп ҡырлы һәм бай тарихы уның архитектураһында сағылыш тапҡан: Руставели һәм Давид Агмашенебели проспекттарынан башлап, Нарикала районындағы иртә урта быуаттар осоронан һаҡланып ҡалған тар урамдарға хәтлем — барыһы ла үҙенсәлекле күренеште тәшкил итә.

Тбилиси — дәүләт әһәмиәтендәге ҡала, Грузияның административ-территориаль бүленешенә ярашлы, илдәге крайҙарға тиңләштерелгән Тбилиси муниципалитетын тәшкил итә. Майҙаны 726 км²[20], халҡы &&&&&&&&01113000.&&&&&01 113 000 кеше (2016 йыл)[21].

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Тбилиси» атамаһы тәүге тапҡыр IV быуатта телгә алына; уның килеп сығыуын ҡалала булған йылы көкөртлө сығанҡтар менән бәйләйҙәр (грузинса ტფილისი, [Тпилиси]; тбили — «йылы»); урыҫ телендә 1936 йылға тиклем грек әҙәбиәте аша үҙләштерелгән Тифли́с һүҙе ҡулланыла[22]. 1936 йылдың 20 авгусынан рәсми нигеҙҙә атама милли яңғырашҡа яҡыныраҡ булған Тбилиси формаһында алына[22].

Символика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың символдары: асҡыс, флаг, герб һәм мисәт.

Флаг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тбилиси флагы тура мөйөшлө формала, дүрт төҫтән тора: аҡ фонда асыҡ күк, алтын һәм ҡара-ҡыҙыл төҫтәге элементтар урынлашҡан: киң асыҡ күк һәм сағыштырмаса нәҙек алтынса һыҙаттар бер-береһенә перпендикуляр булып киҫешә. Нәҡ ошо киҫешеү нөктәһендә ҡара-ҡыҙыл фонда ҡала гербының график һүрәтләнеше, ә уны түңәрәкләп алтын төҫтәге ете мөйөшлө ете йондоҙ урынлаштырылған. Һыҙаттарҙың ошолай киҫелеше символик әһәмиәткә эйә.

Герб[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала гербы яҙыулы түңәрәк формалағы композициянан ғибәрәт: баш «тан» хәрефенең ҡарсыға менән фазан формаһында график һүрәтләнеше һәм хәрефтәрҙең бер-бер артлы урынлашыуы баш ҡала тураһындағы легенданың асылын сағылдыра. Гербтың өҫкө ярым түңәрәге буйлап ете мөйөшлө ете йондаҙ урынлашҡан. Төп һүрәт мәңгелек һәм көс символы булған имән ботағы менән уратып алынған, уның нигеҙен «Тбилиси» тигән яҙыулы әүернә рәүешле һүрәт (крестообразное изображение) тәшкил итә. Гербтың үҙәк булмышы һыу темаһына бағышланған[23].

Мисәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тбилиси ҡалаһының мисәте уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында эшләнә, ә 2005 йылдың 5 июнендә рәсми раҫла-на[24]. Ҡала гербының һәм мисәтенең авторы — Эмир Бурджанадзе.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Физик-географик характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тбилиси ботаника баҡсаһындағы шарлауыҡ

Ҡаланың географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тбилиси, Ҡура йылғаһы үҙәнендә һәм уны өс яҡтан уратҡан тауҙар биттәрендә 30 саҡрымға тиерлек тар һыҙат булып һуҙылып, Тбилиси соҡоронда урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 380—770 метр. Ҡаланың тирә-яғында 6-, 7- һәм 8-баллы ер тетрәүҙәр булырлыҡ участкалар бар. Көнсығыштан, көньяҡтан һәм өлөшләтә көнбайыштан Тбилиси Гардабан районы, төньяҡтан һәм ҡалған көнбайыш яҡтан — с Мцхет районы менән сиктәш[25].

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала климаты уртаса континенталь: оҙайлы эҫе йәй, ҡыҫҡа йылы яҙ һәм йомшаҡ, бер үк ваҡытта ҡоро ҡыш.

  • Уртаса йыллыҡ температура: +13,3 °C
  • Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге: 1,5 м/с
  • Һауаның уртаса йыллыҡ дымлығы: 67 %
  • Температураның экстремаль (һуңғы сиктәге — иң түбән һәм иң юғары) күрһәткестәре: минимум −24,4° (21 ғинуар 1883 йыл); максимум +42,0° (17 июль 1882 йыл)
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 19,5 22,4 28,7 34,4 35,1 40,2 42,0 40,6 37,9 33,3 27,2 22,8 42,0
Уртаса максимум, °C 6,6 7,7 12,6 18,9 23,1 28,1 31,2 30,9 26,4 19,8 12,8 8,4 18,9
Уртаса температура, °C 2,3 3,1 7,2 12,7 17,2 21,7 24,9 24,7 20,2 14,2 7,9 3,7 13,3
Уртаса минимум, °C −0,8 0,0 3,2 8,4 12,4 16,5 19,8 19,5 15,4 10,4 4,9 1,3 9,3
Абсолют минимум, °C −24,4 −14,8 −12,8 −3,8 1,0 6,3 9,3 8,9 0,8 −6,4 −7,1 −20,5 −24,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 18,9 25,8 30,3 50,5 77,6 76 44,9 47,5 35,6 37,5 29,9 21 495,5
Сығанаҡ: Погода и климат (температура), Всемирная метеорологическая организация (ВМО), Гонконг обсерваторияһы (яуым-төшөм нормаһы)

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалалар дуҫлығын иҫкә төшөрөп торған юл күрһәткесе (Саарбрюккен, Германия)

Тбилиси менән туғанлашҡан ҡалалар:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. 2,0 2,1 GEOnet Names Server — 2018.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 3,23 3,24 3,25 3,26 3,27 3,28 3,29 3,30 https://tbilisi.gov.ge/img/original/2018/6/12/tbilisiinfigures.pdf
  4. https://www.saarbruecken.de/rathaus/saarbrueckens_staedtepartnerschaften/partnerstadt_tbilissi_georgien
  5. https://www.innsbruck.gv.at/page.cfm?vpath=buergerinnen--politik/innsbruck-international/innsbrucks-partnerstaedte#tbilisi
  6. https://www.comune.palermo.it/js/server/uploads/_20032019122906.pdf
  7. https://old.kyivcity.gov.ua/files/2018/2/15/Mista-pobratymy.pdf
  8. https://www.ibb.istanbul/icerik/kardes-sehirler
  9. https://www.yerevan.am/en/partner/sister-cities/
  10. http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
  11. http://tbilisi.gov.ge/img/original/2018/6/12/tbilisiinfigures.pdf
  12. http://www.chisinau.md/pageview.php?l=ro&idc=1071&t=/Orasul/Descriere-orae/Tbilisi-Georgia&
  13. https://www.krakow.pl/otwarty_na_swiat/2531,miasto,37,0,otwarty_na_swiat.html
  14. https://www.lvivrada.gov.ua/informacia/mista-partnery
  15. https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-partneri/tbilisi-gruziya/
  16. http://baku-ih.gov.az/az/page/26.html
  17. Pronúncia de Tbilisi: Como pronunciar Tbilisi em Georgiano, Tcheco, Italiano, Polonês, Inglês
  18. Tbilisi — Capital City of Georgia (Part One) — YouTube
  19. Столица Грузии
  20. თბილისი > გეოგრაფია და ბუნება (груз.)
  21. йәки &&&&&&&&01108717.&&&&&01 108 717 кеше (2014 йылғы иҫәп алыу), шул иҫәптән ҡаланың үҙендә йәшәүселәр &&&&&&&&01062282.&&&&&01 062 282 кеше (2014 йыл), ҡала тибындағы дүрт ҡасабала — &&&&&&&&&&016015.&&&&&016 015 кеше (2014 йыл), 22 ауыл тораҡ пунктында — &&&&&&&&&&030420.&&&&&030 420 кеше (2014 йыл) теркәлгән
  22. 22,0 22,1 Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь, М., «Русские словари», 1998, с. 412 — ISBN 5-89216-029-7
  23. Герб столицы — отображение легенды о столице 2013 йылдың 27 март көнөндә архивланған. // Муниципальный портал Тбилиси
  24. Tbilisi City Seal 2007 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
  25. Месторасположение 2013 йылдың 27 март көнөндә архивланған. Муниципальный портал Тбилиси
  26. 26,00 26,01 26,02 26,03 26,04 26,05 26,06 26,07 26,08 26,09 26,10 26,11 Города-побратимы 2012 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.
  27. Oraşe înfrăţite // Официальный сайт Кишинёва
  28. Города-побратимы Томск и Тбилиси против войны. Российско-Грузинский аналитический сайт. Дата обращения: 29 ноябрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2012 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
  29. Тбилиси и Доха стали городами-побратимами 2014 йылдың 23 май көнөндә архивланған.

Топографик карталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лист карты K-38-78 Тбилиси. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.
  • Лист карты K-38-90 Марнеули. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]