Доһа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Доха битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Доһа
ғәр. الدوحة
Doha montage.jpg
Ил

Катар

Муниципалитет

Ад-Доһа

Координаталар

25°18′00″ с. ш. 51°32′00″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1850

Майҙаны

132 км²

Халҡы

521 283 [1] кеше (2010)

Тығыҙлығы

3 949,11 кеше/км²

Агломерация

796 947[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Доһа (Катар)
Доһа
Доһа

До́һа (ғәр. الدوحة‎, Ад-Доһа) — Фарсы ҡултығының яр буйында урынлашҡан Катар дәүләтенең баш ҡалаһы. Халҡы — 521 283 кеше (2010). Катарҙың иң ҙур ҡалаһы, бында ил халҡының 50%-ты йәшәй (агломерацияһы 796 947 кеше)

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Доһа ҡалаһының климаты, бөтә Ғәрәбстан ярымутрауындағы һымаҡ, үтә эҫе һәм тропик сүлле булып тора. Йәйге айҙарҙа уртаса максималь температура +40 °C-тан арта, ә күләгәләге температура йыш ҡына +45 °C һәм унан да күберәк була. Иң юғары температура 2010 йылдың 14 июлендә теркәлә һәм +50,4 °C тәшкил иткән. Йәйен яуым-төшөм булмай. Ҡышҡы айҙарҙа температура кәмей, һирәк яуым-төшөм булыуы күҙәтелә. Йылына уртаса яуым-төшөм 76 мм тәшкил итә. ә ҡайһы йылдарҙа ул бөтөнләй булмай. Иң түбән температура 1992 йылдың 24 һәм 25 ғинуарында күҙәтелә һәм +5,0 °C тәшкил иткән.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 31,2 36,5 39,0 44,2 47,7 49,1 50,4 48,3 46,2 43,2 39,2 32,7 50,4
Уртаса максимум, °C 21,7 23,0 26,8 31,9 38,2 41,2 41,5 40,7 38,6 35,2 29,5 24,1 32,7
Уртаса температура, °C 17,3 18,3 21,8 26,2 31,6 34,5 35,3 34,8 32,5 29,3 24,5 19,6 27,1
Уртаса минимум, °C 12,8 13,7 16,7 20,6 25,0 27,7 29,1 28,9 26,5 23,4 19,5 15,0 21,5
Абсолют минимум, °C 5,0 6,8 8,2 13,1 17,1 22,2 23,1 22,8 21,7 17,8 10,0 6,8 5,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 13,2 17,1 16,1 8,7 3,6 0,0 0,0 0,0 0,0 1,1 3,3 12,1 75,2
Сығанаҡ: [1]

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1850 йылда ҡалаға нигеҙ һалына, тәүге осорҙа Әл-Бида исемен йөрөткән. 1883 йылда бында шәйех Ҡасымдың отрядтары менән төрөк ғәскәренә ҡаршы алышы булған һәм төрөктәр еңелеүгә дусар булғандар.

1916 йылда Доһа ҡалаһы Британия империяһының Катар протетораты үҙәге, ә 1971 йылдан алып — бойондороҡһоҙ Катар дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә.

1973 йылда Доһала Катар университеты, 1975 йылда — Катар милли музейы асыла. 1996 йылдан алып Әл-Джазира ғәрәп юлдаш телеканалы тапшырыуҙарын башлай.

Төп урамы — Әл-Кoрниш.

Демография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Доһа ҡалаһының даими йәшәүсе халҡының күпселек өлөшөн иммигранттар тәшкил итә. Иң күп эмигранттар төркөмө Көньяҡ Азиянан килгәндәр, шулай уҡ Көнсығыш Азиянан һәм ғәрәп Левантынан килгәндәрҙә күп. Тағы ла Дохала АҠШ, Франция, Бөйөк Британия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Норвегия һәм башҡа ил вәкилдәре төйәкләнгәндәр.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Доһа

Доһа ҡалаһы нефть һәм балыҡсылыҡ сәнәғәт тармаҡтарының үҙәге булып тора. Ҡалала илдең иң ҙур компанияларының, шул иҫәптән Qatar Petroleum, Qatargas һәм RasGas компанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан. Доһа шулай уҡ туристик һәм авиацион үҙәк булып тора.

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Доһа ҡалаһында Милли музей, Милли китапхана, Милли университет урынлашҡан. Архитектура ҡомартҡыларына Әл-Коут (XIX быуат), Ҙур мәсет, хөкүмәт бинаһы (1969), баҙар, этнография музейы бинаһы инә.

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2000 йылда бында еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғарыла.

2006 йылда Азия уйындары үткәрелә.

2022 йылда бында футбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыласаҡ.

Туғандаш-ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 б. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]