Порт-Луи
Порт-Луи | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1735 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Port-Louis һәм Port Louis |
Кем хөрмәтенә аталған | Людовик XV[d] |
Этнохороним | Portlouisien[1], Port-louisien[1], Portlouisienne[1] һәм Port-louisienne[1] |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
Дәүләт | Маврикий[2][3] |
Административ үҙәге | Маврикий, Иль-де-Франс (Маврикий)[d], Британский Маврикий[d], Маврикий[d] һәм Порт-Луи[d] |
Административ-территориаль берәмек | Порт-Луи[d][3] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Һинд океаны |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Маврикий[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Mauritius/Port Louis city.map |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | mayor of Port Louis[d] |
Закондар сығарыу органы | Municipal City Council of Port Louis[d] |
Халыҡ һаны | 149 194 кеше (2012)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 134 метр |
Туғандаш ҡала | Сен-Мало[d][5], Ла-Посесьон[d][5], Фошань[d][5], Претория[5], Анциранана[d][5] һәм Порт-Матюрен[d][5] |
Сиктәш | Памплемус[d], Мока[d], Плен-Вилем[d] һәм Ривьер-Нуар[d] |
Майҙан | 46 700 000 квадрат метр |
Рәсми сайт | mccpl.mu |
Порт-Луи Викимилектә |
Порт-Луи (франц. Port-Louis; Пор-Луи тип әйтелә [pɔʁlwi]) — эре ҡала, Маврикийҙың төп порты һәм баш ҡалаһы. Һинд океаны ярында урынлашҡан. Океан ташыуҙары линияларында мөһим йөк тейәү порты, Африканың эре банк һәм офшор финанс үҙәге.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала шул ваҡытта Францияның батшалыҡ иткән короле Людовик XV хөрмәтенә «Порт-Луи» исемен ала[6].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Порт-Луи урынындағы порт, Маврикий утрауында Голландия колонияһы барлыҡҡа килгән саҡта, 1638 йылдан да һуңға ҡалмайынса Голландияның диңгеҙҙә йөҙөүселәре тарафынан төҙөлә[7]. Был ваҡытта уның исеме Нордт-Вестер-Хавен тип йөрөтөлә[8] ( нид. — «Северо-Западный Порт» ) (нид. — «Төньяҡ-Көнбайыш Порт»). 1722 йылда утрау Француз Ост-һинд компанияһы контроленә күсә, һәм 1735 йылдан Порт-Луи тип үҙгәртелгән Нордт-Вестер-Хавен, колонияның административ үҙәге һәм Добрая Надежда мороно тирәләй Европанан Азияға юлда француз караптары өсөн төп порт була. Был портта француз диңгеҙселәре припастар тулыландыра, шулай уҡ унда яңы караптар төҙөлә.
Наполеон һуғыштары барышында Маврикий, Һинд океаны өҫтөнән контроль өсөн стратегик мөһим, тип һанаған британдар тарафынан аннексиялана[9]. 1814 йылдан Порт-Луи — Британия Маврикий колонияһының баш ҡалаһы. Бөйөк Британияла ҡоллоҡ бөтөрөлгәндән һуң 1833 йылда Һиндостандан ялланған эшселәрҙе Маврикиялағы шәкәр ҡамышы плантацияларына килтереү яйға һалына. XIX быуатта ҡала эпидемияларҙын зыян күрә — холера эпидемияһы 1819 йылда 700 самаһы кеше ғүмерен өҙә, тапма эпидемияһынан 1866 йылда — 3700[8], ә 1899 йылда Порт-Луиҙә чумаға дусар була[10]. Тропик циклон 1892 йылда 3000 йортто емерә. 1869 йылда Суэц каналы төҙөлөп бөткәс, Маврикий, ә уның менән бергә Порт-Луи диңгеҙ ташыуҙарының яңы маршруттарынан ситтә ҡала[8].
1966 йылда королева Елизавета II ҡала статусын бирә. 1968 йылдан — суверенлы Маврикийҙың баш ҡалаһы. Порт-Луиҙың яңы үҫешенә 1967—1975 йылдарҙа Суэц каналын ябыу этәргес бирә, һәм 1970 йылдар аҙағында порт модернизациялана[9]. 1971 йылдан Порт-Луи тирәләй айырым экспорт зонаһы була, һәм XX быуат аҙағына ул Африканың төп порт һәм финанс үҙәктәренең береһенә әүерелә[10].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың дөйөм халҡы 2014 йылға яҡынса 155 мең кеше тәшкил итә, ҡала агломерацияһы сиктәрендә — 670 мең тирәһе. Порт-Луиҙың 3/4халҡы — һинд сығышлы. Этник аҙсылыҡтар араһында Евразиянан сыҡҡандар (иң элек Ҡытайҙан) һәм африкандар бар, шулай уҡ маврикийский креолдары — төрлө ҡитғаларҙа тыуып үҫкән кешеләрҙең нәҫелдәре. Рәсми дәүләт теле булып инглиз теле тора, әммә француз теле мәктәптәрҙә өйрәнелә һәм көндәлек тормошта ҡулланыла. Диндарҙарҙың яртыһы тиерлек — индуизм, дүрттән бер өлөшө— католик динен, 17 проценты ислам динен тота[8].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элек Маврикий иҡтисадының нигеҙен шәкәр сәнәғәте тәшкил иткән, уның продукцияһының төп өлөшө экспортҡа оҙатылған, әммә артабан ул диверсификациялана[9]. Порт-Луи — Маврикийҙың эре иҡтисади үҙәге, банк әүҙемлеге һәм офшор бизнесы үҙәге булараҡ дөйөм Африка кимәлендә мөһим роль уйнай. Ҡалала Маврикийҙың Фонд биржаһы, Маврикий Дәүләт банкының баш офистары һәм бер нисә коммерция банкы, халыҡ-ара банк филиалдары, страховкалау компанияһы һәм башҡа финанс ойошмалары урынлашҡан. Порт-Луи — трансконтиненталь диңгеҙ ташыуҙарының мөһим йөк тейәү үҙәге: илдең 2 % ЭТП тәшкил иткән порттың йөк әйләнеше, 2013 йылда йылына 7 млн тонна тәшкил итә. Ҡала иҡтисадында халыҡ-ара, шул иҫәптән круиз туризмы мөһим роль уйнай.
Ҡалала еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары эшләй: импорт материалдан туҡыма һәм тегеү әйберҙәре, балыҡ консервалары (тунец) һәм йәшелсә, емеш-еләк һуттары, үҫемлек майы, иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән ром сығарыла. Шулай уҡ металл әйберҙәр, химия сәнәғәте продукттары, шул иҫәптән ашламалар, шәкәр, күн һәм тегеү сәнәғәте өсөн ҡорамалдар сығарыла. Порт янында караптар эшләү һәм ремонтлау комплекстары эшләй.
Географияһы һәм климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Порт-Луи Маврикий утрауының төньяҡ-көнбайышында, Һинд океаны ярында урынлашҡан. Караптар мәрйен рифтарындағы өҙөклөк аша ингән тәрән, яҡшы һаҡланған бухтаға сыға[9]. Порт-Луи ҡалаһын ҡоро ер яғынан Мока-Порт-Луи тауҙары армыттары ярым ҡулса булып уратып ала[10].
Порт-Луи — Маврикийҙың төп диңгеҙ порты, уның аша илдең тышҡы сауҙа әйләнешенең 99 проценты бойомға ашырыла, һәм ул уның мөһим автоюлдар узелы булып тора. Ҡаланан 50 км көньяҡ-көнсығыштараҡ сэр Сивусагур Рамгулам исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан.
Бөтә Маврикий һымаҡ, Порт-Луи муссонлы тропик климатҡа эйә. Ямғырҙар миҙгеле — декабрҙән апрелгә тиклем. Йыл дауамында ҡалала температураның ярайһы уҡ үҙгәреүе күҙәтелә: июндән октябргә тиклем 19—20 °C диапазонында тирбәлгән уртаса күрһәткестәр булғанда, ямғырлы осорҙа термометр бағанаһы 30 градустан юғары күтәрелә.
Порт-Луи климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 35 | 33 | 32 | 31 | 29 | 28 | 27 | 27 | 28 | 31 | 33 | 35 | 35 |
Уртаса максимум, °C | 31,5 | 31,4 | 31,5 | 30,7 | 29,3 | 27,6 | 26,7 | 26,8 | 27,7 | 28,8 | 30,2 | 31,1 | 29,4 |
Уртаса минимум, °C | 24,1 | 24,0 | 23,8 | 23,0 | 21,5 | 19,9 | 19,3 | 19,1 | 19,4 | 20,4 | 21,8 | 23,2 | 21,6 |
Абсолют минимум, °C | 17 | 18 | 17 | 14 | 13 | 11 | 11 | 10 | 11 | 13 | 14 | 17 | 10 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 131 | 160 | 83 | 87 | 48 | 24 | 18 | 19 | 17 | 15 | 24 | 85 | 711 |
Сығанаҡ: World Weather Information Service |
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Порт-Луи Маврикийҙың мәҙәни һәм белем биреү үҙәге. Ҡалала Маврикий технология университеты (2000 йылда барлыҡҡа килә) һәм Маврикий флораһы һәм фаунаһы тикшеренеү үҙәге (1880 йылда Маврикий институты булараҡ нигеҙ һалына), Милли һәм ҡала китапханаһы (ярашлы 2000 һәм 1851 йылдарҙа нигеҙ һалына) эшләй. Музейҙар: Порт-Луи, тәбиғи тарих (икеһе лә 1880 йылда нигеҙ һалына), почта, Зәңгәр Маврикий (Маврикийҙың тарихы һәм сәнғәте). Порт-Луиҙан көньяҡтараҡ, Редюила (Мока округы), Маврикий Университеты (1965 йылда нигеҙ һалына) һәм шәкәр сәнәғәтенең Фәнни-тикшеренеү институты (1953) урынлашҡан[9].
Порт-Луи ҡалаһында ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты — Ааправаси-Гхат, иммиграция үҙәге урынлашҡан, ул 1849 йылдан 1923 йылға тиклем эшләй, унда Британия властары тәүге тапҡыр хеҙмәт миграцияһының заманса системаһын ҡуллана. Мөһим иҫтәлекле урын — иҫке цитадель, 1838 йылда ҡала үҙәге эргәһендәге ҡалҡыулыҡта төҙөлгән.[9]. Ҡала үҙәгендә XVIII быуаттың торлаҡ йорттары һаҡланған. Хөкүмәт йорто (Маврикий губернаторҙарының элекке резиденцияһы) 1730-сы йылдар башында төҙөлгән һәм 1738 һәм 1809 йылдарҙа яңынан төҙөлгән, ҡала театры бинаһы 1820—1822 йылдарҙа төҙөлгән. Парламент бинаһы (1966, архитекторы Э.М. Фрай) брутализм стилендә төҙөлгән. Башҡа скульптура һәм архитектура ҡомартҡылары Джамма мәсете (1850—1878), англикан Изге Иаков соборы, дәүләт эшмәкәрҙәре Б Ф. де Лабурдонне һәм Ньютон һәйкәлдәре. Ҡала янында Сэр Сивусагур Рамгулам исемендәге ботаника баҡсаһы һәм Домен-ле-Пай мәҙәни үҙәге урынлашҡан, унда ром етештереүҙең традицион технологиялары һаҡланған.
Спорт ҡоролмаларына 1812 йылғы, донъяла иң боронғо һаҡланып ҡалған ипподром һәм «Сен-Франсуа-Ксавье» стадионы инә (5 мең тамашасы урыны, футбол буйынса күп тапҡыр Маврикий «Порт-Луи 2000» чемпиондарының өй стадионы)[10].
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 3,0 3,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Annual Digest of Statistics 2015 (ингл.) — Government of Mauritius.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 https://www.mccpl.mu/ct_int.html
- ↑ Поспелов, 2002
- ↑ History of the Port (ингл.). Mauritius Ports Authority. Дата обращения: 6 декабрь 2021. Архивировано 6 декабрь 2021 года.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Braimah A. Port Louis, Mauritius (ca. 1650—) (ингл.). BlackPast (29 декабрь 2014). Дата обращения: 6 декабрь 2021. Архивировано 6 декабрь 2021 года.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Port-Louis (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 6 декабрь 2021.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Порт-Луи / Старикова А. В // Полупроводники — Пустыня. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 187—188. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 27). — ISBN 978-5-85270-364-4.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.