Мәрйен рифтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Барьерлы риф кораллдары, Австралия

Мәрйен рифтары, коралл рифтары — һыуҙан эзбизты эшкәртеп алырға һәләтле мәрйен (коралл) полиптары һәм башҡа төр һыу үҫентеләре колониялары барлыҡҡа килтергән эзбиз геологик структуралар. Тропик диңгеҙҙәрҙең һай урындарында барлыҡҡа килә. Коралл рифтарының донъяла дөйөм майҙаны 27 млн км². Башлыса Тымыҡ һәм Һинд океандары бассейндары диңгеҙҙәрендә урынлашҡандар. Мәрйен ртфтарының өстән бере юҡҡа сығарылған да инде. Бындай үҫеш дауам итһә 2030 йылға тиклем бер нисә риф бөтәсәк.

Мәрйен рифтарының төҫөн юғалтыуы киң таралған һәм аҙ өйрәнелгән мәсьәлә булып тора. Зыянланған мәрйенде сағыу төҫ биреүсе зооксантелдар(симбиотик һыу үҫентеләре) ташлап китә. Нәтижәлә мәрйендә аҡһыл шағыр таптар барлыҡҡа килә. Был урындар һыу үҫентеләренән бөтөнләй мәхрүм түгел. Ҡайһы бер осраҡта кире яңыртыу йәки яңы төр зооксантелл барлыҡҡа килеүе мөмкин. Төҫһөҙләнгән колониялар башҡа үҫмәй һәм тулҡын эшмәкәрлегендә еңел генә емерелә икәне билдәле.

Формалашыу шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Температура

Мәрйен рифтарының төп массаһы һауа температураһы иң һалҡын айҙа 18 °C-тан түбән төшмәгән зонала урынлашҡан. Температураның 16 °C түбән төшөүө кораллдарҙың күплә үлеүенә килтерә.

  • Тәрәнлек

Мәрйен рифтары үҫеү өсөн оптималь тәрәлек 10—20 метр.

  • Һыу тоҙлолоғо

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ҡаймалы рифтар
  • барьер рифтары
  • атоллдар
  • лагуна эсендәге рифтар

Кеше өсөн әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәрйен рифтарында көн иткән ҡайһы бер төйәкләнеүселәр кешеләрҙе ҡиммәтле дарыу менән тәьмин итә. Мәҫәлән, асцидий төнәтмәһе вирус инфекцияларына ҡаршы көрәштә ҡулланыла, полипты ҡояштан һаҡлай торған матдәнән тире яманшешен дауалай торған дарыу эшләйҙәр.

Ҡыҙыл диңгеҙ, Кариб диңгеҙе бассейны һәм Австралияның төньяҡ-көнсығыш ярыбуйындағы мәрйен рифтары көптән туристар өсөн мәккәгә, ә урындағы халыҡ өсөн аҡса эшләү сығанағына әйләнде.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]