Эстәлеккә күсергә

Ҡала агломерацияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҙур Токиоға күренеше (агломерация 35 миллион кеше)

Ҡала агломерацияһы (лат. agglomeratio, agglomero — бергә, ҡушам) — бергә ҡушылған йәки бер беренә яҡын урынлашҡан ҡалалар (шулай уҡ ауылдар йәки башҡа торлаҡ пункттар) төркөмө. Агломерацияға ингән ҡалалар берҙәм система булараҡ ҡарала.

Агломерациялар ғәҙәттә бер өлкән үҙәк ҡала тирәһендә барлыҡҡа килә; һирәгерәк осраҡтарҙа, агломерация ике-өс үҙәк тирәһендә туплана; бындай агломерация шулай уҡ конурбация тип атала. Агломерацияға ингән ҡалалар бер береһе менән сәнәғәт, хеҙмәт, транспорт, мәҙәни-көнкүреш бәйләнештәрҙә тора. Типик осраҡта, агломерацияның ҡалаларында торған халыҡ ҙурыраҡ үҙәк ҡалаға көн һайын йөрөп эшләй; үҙәк ҡаланың янында бөтә агломерацияны хеҙмәтләндергән инфраструктура (мәҫәлән аэропорт) була.

Йәнәш урынлашҡан бер нисә агломерация үҫә барһа, улар берҙәм бер мегалополис барлыҡҡа килтерә.

Биләмә структураһы буйынса бер үҙәкле — тирә-яғындағы ҡалған бөтә торамаларҙы үҙ йоғонтоһона буйһондорған һәм уларҙан ҙурыраҡ булған бер үҙәк ҡала; күп үҙәкле — үҙ-ара бәйле бер нисә үҙәк ҡала ҡала агломерацияһына айырып йөрөтәләр.

Донъяның иң өлкән агломерациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
агломерацияторған халыҡ һаныингән өлөштәредәүләт
1Токио33,8 млнЙокогама, Кавасаки, СаитамаЯпония
2Сеул23,9 млнПучхон, Коян, Инчхон, Соннам, СувонКөньяҡ Корея
3Мехико22,9 млнНесауалькойотль, Экатепек-де-Морелос, Наукальпан-де-ХуаресМексика
4Дели22,4 млнФаридабад, ГазиабадҺиндостан
5Мумбаи22,3 млнБхиванди, Кальян, Тхане, УльхаснагарҺиндостан
6Нью-Йорк21,9 млнНьюарк, ПатерсонАҠШ
7Сан-Паулу21,0 млнГуарульюсБразилия
8Манила19,2 млнКалоокан, КесонФилиппин
9Лос-Анджелес18,0 млнРиверсайд, АнахаймАҠШ
10Шанхай17,9 млнҠытай
11Осака16,7 млнКобе, КиотоЯпония
12Калькутта16,0 млнХаураҺиндостан
13Карачи15,7 млнПәҡстан
14Гуанчжоу15,3 млнФошаньҠытай
15Джакарта15,1 млнБекаси, Богор, Депок, ТагенгангИндонезия
16Ҡәһир14,8 млнГиза, Хелуан, Шубра-Эль-ХаймаМысыр
17Мәскәү14,5 млнРәсәй
18Буэнос-Айрес13,8 млнСан-Хусто, Ла-ПлатаАргентина
19Пекин13,2 млнҠытай
20Дакка13,1 млнБангладеш
21Истанбул12,5 млнТөркиә
22Рио-де-Жанейро12,5 млнНова-Игуасу, Сан ГонсалуБразилия
23Тегеран12,5 млнКереджИран
24Лондон12,3 млнБөйөк Британия
25Лагос11,4 млнНигерия
26Париж10,0 млнФранция

Рәсәйҙең миллиондан ашыу агломерациялары теҙеме (2009-сы йылғаса, торған халыҡ һаны менән):

  1. Мәскәү агломерацияһы: 14,5 млн.
  2. Санкт-Петербург агломерацияһы: 5,4 млн.
  3. Һамар-Тольятти агломерацияһы: 2,5 млн.
  4. Екатеринбург агломерацияһы: 2,2 млн.
  5. Түбән Новгород агломерацияһы: 2 млн.
  6. Ростов агломерацияһы: 1,8 млн.
  7. Новосибирск агломерацияһы: 1,7 млн.
  8. Волгоград агломерацияһы: 1,4 млн.
  9. Ҡазан агломерацияһы: 1,43 млн.
  10. Силәбе агломерацияһы: 1,32 млн.
  11. Өфө агломерацияһы: 1,28 млн.
  12. Омск агломерацияһы: 1,2 млн.
  13. Һарытау агломерацияһы: 1,2 млн.
  14. Пермь агломерацияһы: 1,2 млн.
  15. Тула-Новомосковск агломерацияһы: 1,1 млн.
  16. Яр Саллы агломерацияһы: 1,1 млн.
  17. Воронеж агломерацияһы: 1,1 млн.
  18. Иркутск агломерацияһы: 1,1 млн
  19. Красноярск агломерацияһы: 1,02 млн.